Бергә эшләгән бик һөйкөмлө, матур, ипле, аҡыллы Нәзифә исемле бер ҡатын, үҙ эсенә бикләнеп, ауырыуға һабышҡан кеше кеүек өндәшмәҫкә әйләнде лә ҡуйҙы. Тулы, йомро ғына кәүҙәһе шиңгәндән-шиңә барҙы. Эс серен белергә теләйем, ҡайғыһы булһа, уртаҡлашайым, ярҙам кәрәк булһа, ҡулдан килгән тиклем ярҙам итәйем тигән ниәт менән һүҙ башлап ҡарайым. Юҡ, өндәшмәй — эстән һыҙа. Бер көн эштән ҡайтырға бергә сыҡтыҡ. Нәзифә автобус ишегенән инде лә мөйөшкә генә һыйынып баҫты.— Әйҙә, алда урын бар. Ултырайыҡ, — тинем. Баш тартты.
— Оялам, — ти.
— Нимәнән оялаһың?
— Йәмһеҙлегемдән.
— Кем йәмһеҙ? Һинме? Ниңә улай тиһең? — Мин аптырап киттем.
— Ирем шулай ти. “Һинең менән урамда йөрөргә лә оялам. Ауылда ғына ҡәҙимге күренгәнһең икән. Бында әҙәм ҡарағыһыҙһың”, ти.
Эштең ниҙә икәнлеген аңланым. Иртәгәһенә бергә эшләгән ҡатын менән кәңәшләштек тә бик матур күлдәк һатып алдыҡ. Теге ҡатын, үҙемә алғайным, тар булды, кейеп ҡара әле, тип әйтергә тейеш ине.
Нәзифә күлдәкте кейеп ҡараны. Матур зәңгәр күҙҙәренә зәңгәр төҫтәге күлдәк килешә, тәненә кипсәлеп кенә тора, йөҙөн дә асып ебәрҙе. Нәзифә көҙгөгә ҡарап моңһоу ғына йылмайып ҡуйған булды.
— Ал. Бигерәк килешә бит, – тибеҙ.
— Аҡсам да юҡ, ирем менән кәңәшләшмәйенсә алыу ҙа уңайһыҙ.
— Аҡсаһын яйлап түләрһең әле. Ашыҡтырмайбыҙ. Эш хаҡы алған һайын аҙлап бирерһең йәки өҫтәмә эш алырһың.
Өгөтләй торғас, күлдәкте алдырттыҡ. Бергә эшләгән ир-егеттәрҙең дә күҙенә салынды был үҙгәреш, улар ҙа маҡтау һүҙҙәре әйтте, һүҙ һыйырлыҡ, сер һатмаҫлыҡ кешеләр аша уның матур ҡатын икәнлеген зиһененә һалдыҡ. Эш аҙыраҡ көндәрҙә кино ҡарарға, магазиндарға йөрөргә лә эйәрттек. Беҙ тегендә-бында барған саҡта, башым ауырта, ауырыйым, тип һылтаулап ултырып ҡалғанлығының сәбәбенә төшөндөк. Урамда ла кешенән йәшеренмәй, оялмай, кәүҙәһен тура тотоп, текә баҫып йөрөй башланы.
Ярты йыл да үтмәне, бына тигән сибәр ҡатынға әйләнде Нәзифәбеҙ. Ире үҙе көнләшә башланы, эштән ҡаршы килеп алыр булып китте.
Рубриканы
Мәрйәм БУРАҠАЕВА
алып бара.