Геройҙың тыуған ерендә28.11.2017
Башҡорт теленең бөгөнгө торошо бөтә йәмғиәтте борсоған мәсьәләләрҙең береһе булыуы бәхәсһеҙ. Телде һаҡлап ҡалыу, уны артабан үҫтереү тураһында уйлағанда, иң беренсе ябай халыҡ теле һәм һөйләше, йәғни диалекттары, уның үҙенсәлектәре лә мөһим урын биләй. Ошо йүнәлештә фекер йөрөткәндә, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының II курс студенттары диалектология практикаһына юл тотто. Матур йолаға әүерелгән был сарала, ғәҙәттәгесә, курсташтарым Башҡортостаныбыҙҙың төрлө райондарына юлланды. Беҙгә, башҡорт филология факультетының 203-сө төркөмөнә, Илеш районына барыу мөмкинлеге тыуҙы. Теоретик планда белем алған студенттар был практикаға етди ҡараны.


Экспедиция тормошо беҙгә лә, уҡытыусыларға ла бик файҙалы булды. Ауылдан ауылға йөрөп оло быуын кешеләре менән осрашыу, улар менән аралашыу, төрлө легендалар яҙып алыу менән генә сикләнмәнек, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең йорт-музейында һәм шәхси самолетында булыу икеләтә ғорурлыҡ өҫтәне. Ғөмүмән, бөтә тирә-яҡ ҡыҙыҡ­һындырҙы: ихлас күңелле кешеләр, айырыуса Үрге Йәркәй гимназияһы етәкселегенә, Ишҡар ауылында йә­шәүсе Саҙретдиновтар ғаиләһенә һәм башҡорт теле уҡы­тыусыһы Ғәлимә Ғәлиеваға оло рәхмәтебеҙҙе бел­дерәбеҙ.
Информаторҙар менән эшләү, диалект һүҙҙәрҙе теркәү һәм башҡа мәсьәләләр менән асыҡ таныштыҡ. Туған телебеҙҙең милләттәштәребеҙ күңелендә тере икәненә инандыҡ. Йөкмәтелгән бурыстың тослоғон, өйрәнәһе тел нескәлектәренең тәрәнлеген яҡшы аңлап, телебеҙ өсөн файҙалы эш башҡарабыҙ.

Әлфинә КИЛДЕЙӘРОВА,
М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты студенты.


Вернуться назад