Бынан 90 йыл элек – 1927 йылдың 7 ноябрендә – Башҡортостандың репродуктор урынлаштырылған төрлө майҙандарында, клубтарында, китапханаларында тәүге тапҡыр “Алло, алло! Өфө һөйләй!” тигән һүҙҙәр яңғырай. Ул заманда был ҙур ваҡиға була: халыҡ майҙандарға йыйылып тыңлай, фекере менән уртаҡлаша. Эйе, ул саҡта радио мөғжизә кеүек ҡабул ителә. Шул мәлдән радио мөһим ваҡиғаларҙы халыҡҡа ишеттергән төп мәғлүмәт сараһы булып ҡала. Бөгөн дә тормошобоҙҙо унһыҙ күҙ алдына килтерә алмайбыҙ.
– 70-се йылдарҙа республика райондарында хәбәрселәр пункттары асыла башланы. Мин дә 1974 йылда Ғафури районында диктор булдым. 16 йыл ғүмеремде ошо мәғлүмәт сараһына бирҙем. Радио хеҙмәтен үткән журналист бөтә ерҙә лә эшләй ала. Телевидениеға ла күптәр ошо мәктәптән килә, – ти журналистика ветераны Шәүрә Ғилманова.
Халыҡ та радионы үҙ итә. Мәҫәлән, Өфөнөң Чесноковка биҫтәһенән 70 йәшлек Валерия Васюк: “Радио кәрәк. Миңә, радиоңды сығарып ташла, тип әйтеүселәр ҙә бар. Нисек ташлайһың инде? Киреһенсә, ул һәр йортта булырға тейеш. Ҡапыл берәй хәл була ҡалһа, нисек беләбеҙ?” – ти.
Кисә Башҡортостан радиоһының 90 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһында тантаналы сара үтте. Республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Ә Рәсәй ДТРК-һының Башҡортостандағы филиалы генераль директоры Азамат Сәлихов: “Башҡорт радиоһы инешендә торған бөтә хеҙмәткәрҙәрҙе лә, тарихын да иҫтә тотабыҙ. Был радионы булдырған барлыҡ кешеләр алдында баш эйәбеҙ. 90 йыл, әммә әле барыһы ла яңы башлана ғына. Киләсәктә лә Башҡортостан радиоһы үҫешһен”, – тине.
50 йыл радиола эшләгән республиканың халыҡ артисы Наилә Ғәләүетдиноваға һәм Азамат Сәлиховҡа телеүҙәк фасадында Башҡортостан радиоһының тәүге тапҡыр эфирға сыҡҡан көнөнә арналған таҡтаташты асыу хоҡуғы бирелде.
Артабан байрам сараһы телеүҙәк бинаһында дауам итте. Сентябрҙә ошо юбилейға арнап ойошторолған “Автомобиль бүләк итәбеҙ” конкурсына йомғаҡ яһалды.