Министр ҙа диктант яҙҙы28.11.2017
Министр ҙа диктант яҙҙы Башҡортостан халҡы “Географик диктант-2017” халыҡ-ара мәғариф акцияһына ҡушылды. Географик диктант яҙырға теләүселәр өсөн 26 илдә 2,3 меңдән ашыу майҙансыҡ эшләне. Республикала 207 майҙансыҡ теркәлде. Республика майҙансыҡтар һаны буйынса ил төбәктәре араһында алдынғылар рәтенә инде.

Иң ҙур майҙансыҡтарҙың береһе М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла ойошторолғайны. Өс аудиторияла алма төшөр урын булманы. Географиянан белемен тикшереп ҡарарға мәктәп уҡыусылары ла, студенттар ҙа, оло йәштәгеләр ҙә килде. Парта артына РФ Дәүләт Думаһы депутаты Михаил Бугера, Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев, БДПУ ректоры Раил Әсәҙуллин, Рәсәй география йәмғиәтенең Башҡортос­тандағы бүлексәһе етәксеһе Камил Йыһаншин да ултырҙы. Камил Фәрухша улы билдәләүенсә, быйыл һорауҙар башҡа йылдағылар менән сағыштырғанда саҡ ҡына ҡатмарлыраҡ. Әммә географияны һәйбәт белгән кеше өсөн уларға яуап биреү әллә ни ауырлыҡ тыуҙырмаған.
Диктантҡа өс блокка бүленгән 30 тест һорауы инде. Беренсеһендә географик атамалар һәм терминдар булһа, икенсеһендә карта менән эшләй белеү оҫталығы тикшерелде, өсөнсөһөндә сәйәхәтселәрҙең яҙмалары һәм әҫәрҙәрҙән өҙөктәр буйынса географик объекттарҙы билдәләү кәрәк ине.
Тест аноним рәүештә үтте, акция һөҙөмтәләре 25 декабргә тиклем билдәле буласаҡ, уларҙы һәр ҡатнашыусыға бирелгән теркәлеү һаны буйынса белергә мөмкин. Диктант өсөн иң юғары баһа – 100 балл. Былтыр республикала йәшәгән ете мең кешенән тик өсәүһе “бишле” алды.



Вернуться назад