Ғәжәйеп төбәктә йәшәүебеҙҙе әленән-әле ҡабатлап торһаҡ та, Башҡортостандың мөғжизәле ер икәнлеген тулыһынса аңлап та бөтмәйбеҙҙер, күрәһең, тинем Хәйбулла районына аяҡ баҫҡас. Был яҡтарҙа булғаным бар минең, тик эш унда түгел. Ана шул барған һайын яңы йөҙөн аса, үҙен яңыса таныта. Әүҙем замандашыбыҙ, йырсы, башҡорт йырын үҙ республикабыҙҙа ғына түгел, сит өлкәләрҙә лә таратҡан Гөлфиә Хәләфетдинованың ижад кисәһенә йыйынабыҙ. Хайран итә беҙҙе Хәйбулла ере. Бер ҡараһаң, өҫкә ишелеп килгән тауҙар ҙа юҡ, йырып сыҡҡыһыҙ урмандар ҙа уратып алмаған, әммә тындарҙы асҡан, офоҡ менән офоҡто тоташтырған, ҡосағында бөтә Йыһанды бәүелткән дала бары тик бында ғына.
Гөлфиәнең йырлы майҙаны“Дәрүиш-хан”, “Рух” төркөмдәре заманында ошо төбәктә яралды. Ғәжәп күренеш бит: күңелдәге ихтилалдар, рух бунттары рок аша бирелде. Әле лә унда төрлө төркөмдәр ойошоп тора. Гөлфиәнең кисәһендә легендар йырсы Ирек Атановты күреп, бик ҡыуандыҡ. Тәбиғәт балаһы башҡорт ҡурайына ғына түгел, теләһә ҡайһы музыка ҡоралына йән өрә ала, унан башҡаларҙы тетрәндерер йыр сығара ала, күрәһең. Ана бит был юлы ла Ирек хитҡа әйләнгән “Гөлгөнә”һе менән залды йырлатты.
Аҡъяр мәҙәниәт йортоноң залы шығырым тулғайны был кис. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә ойошторолған сәфәребеҙгә “Башҡортостан” гәзитен күпләп алып барғайныҡ, тамашасылар баҫмабыҙҙы уҡып кинәнде. Моғайын, киләсәктә яҙҙырып уҡыусылар һаны ла артыр әле. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппаратының баш белгесе Айгөл Шәрәфетдинова – ошо төбәк ҡыҙы, шуға күрә уртаҡ сәфәребеҙҙе мәҙәни, әҙәби мөхит өсөн генә түгел, ҡоролтай, мәғариф тармағы менән дә бәйләргә ҡарар иттек.
Дүрт сәғәттән ашыу барҙы ла ҡуйҙы был йыр кисәһе. Нимәһе ҡыҙыҡ, ялҡытманы ла, арытманы ла, әммә сәғәттәргә күҙ һалғас, тере моңға арбалып ултырыуыбыҙҙы аңланыҡ. Гөлфиәнең күңеле киң. Байрамында бөтә дуҫтарының да талантын күрһәткеһе, барыһына ла һүҙ биргеһе килә. Нәфис Сәйетов, Рөстәм Бейембәтов, Динә Аҡназарова, Илһам Мөхәммәтшин, Рәсимә Динисламова, Рифат Күскилдин, Иҙел Манишев йыр-моңдары менән кисәне биҙәһә, Эльза Вәлиева, Юлдаш Мортазиндың сағыу бейеүҙәре хайран итте. Эльза шул тиклем тәьҫирле итеп сығыш яһаны, әйтерһең, уның бар кисерештәре йөҙөнә сыға, бейеүҙең йөкмәткеһен күҙ ҡарашынан уҡып була.
Гөлфиәнең композитор, йырсы Азат Исҡужин менән хеҙмәттәшлек итеүе хаҡында яҙып сыҡҡайныҡ инде, шуға килгән ҡунаҡтар – шағирәләр Гөлнур Ҡыуатова, Гөлназ Ҡотоева, Гөлнара Хәлфетдинова, Фирүзә Абдуллина, Рәзилә Ырыҫҡужина, шағирҙар Насип Һаҡмаров, Мотал Рәмов шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы айырым да, бергәләп тә башҡарҙы улар. Танылған йырсы Рауил Харрасов Гөлфиәнең туғаны икән. Ул үҙенең моңло сығышы менән байрамға йәм өҫтәне. Сибайҙан килгән ағинәйҙәр доғаларын ҡылып, байрам хужаһына изге теләктәрен еткерҙе.
“Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева тамашасыларҙы журналға яҙылырға саҡырҙы, ул шулай уҡ урындағы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ағзалары, китапханасылар менән дә осрашты. Райондың хакимиәт башлығы урынбаҫары Миңзәлә Баймырҙина, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Лариса Мәмбәтова Гөлфиә Хәләфетдиноваға йөкмәткеле концерт ойошторғаны өсөн рәхмәт әйтеп, уңышлы сығышы менән тәбрикләне. Кемгә оҡшап был баланың тауышы иркен тынлы, моңло икән, тип аптырарға түгел: байрам һуңында әсәһе сәхнәгә күтәрелеп, рәхмәт йөҙөнән халыҡ көйөн яңғыратты.
Әбүбәкер тигән ауылдаИкенсе көндө райондың Әбүбәкер ауылы мәктәбендә балалар менән осраштыҡ. Бәләкәстәр бөтәһе лә бер төрлө инде ул, тигән фекерҙе раҫлаусылар төбәктәрҙә йәшәгәндәрҙе килеп күрһен ине. Нурлы ҡарашлы балаларҙы күреп, уларҙың һәләтенә таң ҡалып ҡайтылды. Бында башҡорт телендә эҙмә-эҙлекле белем алыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Балалар баҡсаһы менән урта дөйөм белем биреү мәктәбенең бер ҡыйыҡ аҫтында урынлашыуы ла быға сәбәпселер, әлбиттә. “Сулпылар” балалар баҡсаһына йөрөгән сабыйҙар мәктәптә үткән һәр сарала сәхнәгә сыға икән. Был көндә лә беҙҙе “Сулпылар” балалар баҡсаһында тәрбиәләнгән биш йәшлек Әминә Билалова батмус менән бейеп ҡыуандырҙы. “Бәйләнештә” социаль селтәрендә бар уның сығышы, инеп ҡарарға була минең сәхифәмдән.
Әбүбәкер мәктәбендә бөтәһе 68 бала белем ала, башҡорт теле туған теле булараҡ өйрәнелә. Күрше ауылдан йөрөп уҡыған ике бала – Карина Филиппова менән Эльза Буздакова ғына башҡорт телен еңелләштерелгән программа буйынса үҙләштерә.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен 38 йыл стажы булған педагог, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Рәйлә Һибәтулла ҡыҙы Сынбулатова алып бара. Уның уҡыусылары “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү бәйгеһендә, район һәм республика олимпиадаларында әүҙем ҡатнаша, еңеүҙәр яулай. Батырхан Билалов менән Мәҙинә Аҡъюлова беҙгә “Урал батыр” эпосынан өҙөк уҡып ишеттерҙе. Һәр саҡ әйтә килдем, “Урал батыр”ҙы яттан белгән һәр бала заман һынауҙарына бирешмәҫ зат булып үҫә, сөнки уның аңына, зиһененә, йөрәгенә эпостың ҡеүәтле энергетикаһы һеңә. Был балалар ҙа ҡыйыу сығыштары менән ҡыуандырҙы. Мәҙинә шиғырҙар ҙа яҙа икән. Беҙгә лә уҡып ишеттерҙе.
2015 йылда уҡыусылары республика буйынса беренсе урындарҙы алып ҡайтҡандан һуң, районға бүленгән ике махсус кабинеттың береһен (ҡорамалдар комплекты) мәғариф бүлеге шәхсән Рәйлә Һибәтулла ҡыҙына тапшырған.
“Интерактив таҡта, стендтар, фотоаппарат – дәресте юғары кимәлдә үткәрерлек өсөн йыһаздар бар хәҙер”, – ти педагог.
Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырын Рәмзил Бигушев кеүек уҡығандарын ишеткәнем дә юҡ. Ҡысҡырмай ҙа, аҡырмай ҙа, ә бары тик йомшаҡ тауыш менән теленә һөйөүен аңлата егет, етмәһә, “сәскә” һүҙенә баҫым яһап, әйтерһең, был донъяның бер биҙәге булған башҡорт теленең дә сәскә икәнлеген беҙгә лә еткергән кеүек булды. Рәхмәт һиңә, Рәмзил, шиғырҙы нескә тойғаның өсөн!
Ҡурайсылар ансамбленең сығышы ла бик матур булды. Етәкселәре директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, хеҙмәт дәресе уҡытыусыһы Солтан Ғүмәр улы Билалов балаларҙа милли музыка ҡоралына һөйөү тәрбиәләй алған, егеттәр өн сығарыр өсөн генә түгел, ә нисектер уларҙың ойотоп уйнарға тырышыуы һиҙелә.
Ә инде Әбүбәкер клубында беҙҙе ауылдың ағинәйҙәре ҡаршы алды. Милли кейемдәр, яҡты йөҙ, ҡунаҡсыллыҡ йолаһы, матур йырҙар, бейеүҙәр – былар барыһы ла уларҙың сығышынан. Юҡҡа ғына төбәк йәмен һаҡлаусылар тимәйҙәр уларҙы, әлдә ауылдарҙа йолаларыбыҙҙы тергеҙгән инәйҙәребеҙ бар. Рәхмәт һеҙгә, Әбүбәкер ағинәйҙәре – Әлфиҙә Ултыраҡова, Гөлсинә, Гөлшат, Мөнирә, Мәрйәм, Йәнбикә, Миңзилә, Гүзәл Билаловалар. Эйе, тотош ауыл бында бер фамилияны йөрөтә, тиергә лә була. Шуға ла, моғайын, бер уйлы, бер ғәмлелер ағинәйҙәр! Китапханасы Рәсимә Аҡылова милли матбуғат баҫмаларын, яңы китаптарҙы килеп ингән һәр кем күрерлек итеп, иң алға һалып ҡуйған.
Йорттарына алдырып уҡыусылар ҙа күбәйһен ине милли баҫмаларҙы, тигән теләк менән ҡуҙғалдыҡ Аҡъяр балалар баҡсаһына! Беҙҙең менән Әбүбәкер клубында Хәйбулла район башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе, район хакимиәтенең мәғариф бүлеге методисы Ғәни Бикбаев та булды. Ул төбәктәге халыҡтың милли асылын һаҡлап, ниндәй генә үҙенсәлекле тәбиғәт шарттарында ла ата-бабалар йолаһын тотоп йәшәүҙәре хаҡында һөйләне, бөгөнгө яңылыҡтары менән таныштырҙы. Федоровка ауыл советы рәйесе Наталья Лебедева башҡа милләт вәкиле булыуына ҡарамаҫтан, беҙҙең милли байрамдарҙа әүҙем ҡатнаша ғына түгел, үҙе лә ойоштора икән!
Бәләкәстәр иленә сәйәхәтХәйбулла районы башҡорттары араһында, мәктәп, балалар баҡсаларында беҙҙе район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Миңзилә Ғөбәйҙулла ҡыҙы Баймырҙина һәм мәктәпкәсә йәштәге балаларға белем һәм тәрбиә биреү бүлеге методисы Зәбирә Насип ҡыҙы Бикбаева оҙатып йөрөнө. Улар менән бергә Аҡъярҙағы 3-сө “Шатлыҡ” балалар баҡсаһына аяҡ баҫабыҙ. Мөдире – Айгөл Фәрит ҡыҙы Кәримова.
Дөрөҫөн әйткәндә, әллә балалар баҡсаларында һирәк булырға тура килә, әллә барғандарында ла барыһын өйрәнеп өлгөрмәгәнмен, әммә бындай мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһын мин баш ҡалала күргәнем юҡ. Ул заман талаптарына ярашлы юғары кимәлдә йыһазландырылған. Ата-әсәләрҙең һәм коллективтың хеҙмәте күҙ алдында: баҡсаның эске, тышҡы йөҙө иҫ китмәле, урыҫ һәм башҡорт мәҙәниәте музейҙары булдырылған, диуарҙарына әкиәт сюжеттарына бәйле һүрәттәр төшөрөлгән, ихатала “Урал аръяғының ете мөғжизәһе” тип аталған күләмле макеттар эшләнгән (Ирәмәл тауы, Ғәҙелша шарлауығы, Шайтантау заказнигы...)
Һәр төркөмдөң биҙәлеше лә исеменә ярашлы эшләнгән. Балалар баҡсаһының үҙ телевидениеһы эшләй, был бигерәк тә ата-әсәләр өсөн уңайлы. Мәҫәлән, әгәр ваҡыт таба алмай балаңдың иртәлегенә килә алманың икән, уны телевидение төшөрөп алған яҙманан ҡарарға, сабыйыңдың сығышына ҡыуанырға була. Йәнә лә бында гәзит тә сығаралар, унда ата-әсәләр өсөн яңылыҡтар, балаларҙың уңыштары хаҡында хәбәрҙәр урын алған. Хәтәр, ивет! Әйтерһең, балалар баҡсаһы түгел, ә иң яратҡан сабыйҙарҙан даһиҙар тәрбиәләү, заманса фекерләгән шәхестәр үҫтереү майҙаны! Яратҡан сабыйҙар тим, сөнки улар, мәҫәлән, беҙ барып ингәндә башҡорт йолаһы буйынса ҡунаҡты ғына һыйлай торған бишбармаҡ ашап ултыра ине. Матур итеп киҫелгән һалмаларҙы урындағы ашнаҡсылар бәләкәстәр өсөн тәғәйен әҙерләй. Бына ошо түгелме һуң баланы бәләкәйҙән милли рухта, милли мөхиттә тәрбиәләү!
Аҡъярҙағы беҙ ҡараған икенсе “Йәйғор” балалар баҡсаһы мөдире Шәрәфетдинова Рима Рәшит ҡыҙы беҙҙе ике йәш талант менән дә таныштырҙы. Бәләкәс кенә Зөлхизә Сәлимова (5 йәш): “Мин бит башҡорт ҡыҙы” тип йырлап ҡыуандырһа, 5 йәшлек Гөлфиә Ҡоҙабаева әкиәт һөйләп һоҡландырҙы. Балаларҙа бер ниндәй тартыныу, туған телдә аралашыуҙан оялыу хисе юҡ. Тәбиғи бөтәһе лә. Көсәнмәйенсә генә тыуҙырылған милли мөхиттә бәләкәстәр үҙҙәре теләгән йырҙарҙы йырлап, донъя халыҡтары әкиәттәрен дә башҡортса һөйләргә өйрәнеп үҫә.
Бүребайҙағы “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһына беҙ барып ингәндә, балалар төшкө йоҡоға талғайны, шуға күрә тәрбиәселәр коллективы менән осраштыҡ. Мөдире Рәмилә Булат ҡыҙы Туҡбаева әйтеүенсә, бында ике телдә аралашҡан балалар йөрөй. Бәләкәстәр туған телдә һөйләшергә һәр саҡ әҙер ул, ата-әсәләр араһында аңлатыу эше алып барырға кәрәк. Әгәр һин донъяға имән булып яралғанһың икән, маңлайыңа “Мин – ҡайын” тип яҙғандан ғына ул ағасҡа әйләнеп китмәй бит. Тамырҙарҙы ҡырҡып ташлап, башҡа ағас булырға тырышыу ҙа хәүефле, тамырын ҡырҡҡан гөл дә бит аҙна эсендә һулый, ә ағастың да бөтөнләй юҡҡа сығасағы көн кеүек асыҡ. Ошо хаҡта төбәктә йәшәгәндәр, минеңсә, яҡшы белә, аңлай, әммә телебеҙгә хәүеф янағанда, беҙ был хаҡта ҡайтанан иҫкә төшөрөргә бурыслыбыҙ.
Хәйбулла ере элек-электән үҙенең арҙаҡлы улдары, ҡыҙҙары менән дан тотҡан. Ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаев, бейеүсе Мөхәммәт Иҙрисов, милли хәрәкәттә ҡатнашҡан Әбдрәшит Бикбауов, дин әһеле, әүлиә Ғатаулла ишандың изге төйәге тип беләбеҙ беҙ был яҡты. Замандаштарыбыҙ араһында ла бик күп арҙаҡлы шәхестәр тап ошо яҡтан сығыуын беләбеҙ. Шуға күрә Ғатаулла ишандың ҡәберенә зыярат ҡылғандан һуң, Күктәрҙән, ҙур рәхмәт яҡты йөҙ, асыҡ итеп ҡаршы алған Хәйбулла районы халҡына! Балаларҙың нурлы ҡараштары, ағинәйҙәрҙең сабыр һындары, етәкселәрҙең мәртәбәле ҡунаҡсыллығы иҫкә төшһә, күңелдә һил рәхәтлек урынлаша. Аллаһ Тәғәлә Ғатаулла ишандың яҡташтарына үҙенең мең рәхмәттәрен төшөрһөн! Ошо төбәктән илемде алға әйҙәр, алдынғы ҡарашлы балалар үҫеп сыҡһын! Амин, тип теләнем!
ДАЛАЛА Һыйынырға урын эҙләй микән,
Эҙләй микән йылы ҡуйынды,
Дала елдәренең ипкене лә
Айырым бер заттай тойолдо.
Сулпыларҙы сыңлатып та иҫә,
Ҡурай менән бергә һыҙғыра.
Таштуғайҙың хозур ҡаяһына
Тарих толпарҙарын туғара.
Ишелеп тә торған урмандар юҡ,
Баҫып килмәй тауҙар өҫтөңә.
Ел моңона ҡылған тирбәлеүе
Мансылғандай ҡояш төҫөнә.
Офоҡтарҙан-офоҡҡаса – киңлек,
Йыһан менән был ер тоташҡан.
Бар далаға оса киске аҙан,
Йондоҙ менән тулған был аҡшам.
Талғын ғына яҡты көй ағыла,
Асмандары уның юғары.
Хатта ябай үткенсене бында
Бөйөк дала моңо һуғара.
Хәйбулла районы.