Йырлы-моңло, иманлы...28.11.2017
Йырлы-моңло, иманлы...Тал бишекле, бал бишекле төбәк,
Әсәйле яҡ, һиңә табынам.
Инәйҙәрең, бәпкәләрең менән,
Тыуған яғым, һине һағынам.
...Һағындыра ҡыр өйрәкле күлең,
Кер сайҡаған ҡыҙҙар баҫмаһы,
Ер еләкле ғәзиз еркәйемдән
Айырылырға ғына яҙмаһын,
– ти шағирә “Тал бишекле төйәк” тигән шиғырында. Эйе, айырылмай тыуған яҡтарынан әҙибә. Ҡырмыҫҡалы районының Боҙаяҙ ауылында тыуып үҫкән Дилә Булгакова хыял ҡанаттарында ояһынан талпынып осоп китеүенә алты тиҫтәнән ашыу йыл үтһә лә, ата-бабалары ғүмер иткән ерҙең саф шишмәләре, еләк-емешле ялан-урмандары, бигерәк тә киң күңелле, уңған, көслө рухлы яҡташтары һәр саҡ шағирәнең йөрәгендә. Шуға күрә лә уның ижадының күп өлөшө ауыл тормошона, уның ғөрөф-ғәҙәттәренә, матур йолаларына, тарихи ваҡиғаларына, күркәм тәбиғәтенә, ябай һәм данлыҡлы кешеләренә бағышланған.





Яңы йыр нисек тыуа?

...Ҡаршыларға ҡайтҡан яҙҙы,
Йүгерә бала сағым.
Аҡ сиренле, әсәйле өй –
Был минең тыуған яғым.
Йәки:
...Тальян моңо һыҙыла кистәрендә,
Йәшлегемә ҡайтам төштәремдә.
Нигеҙ һипләй, ауылым, балаларың,
Һаҡлап нәсихәтен бабаларҙың.
Йә иһә:
...Ҡал һин, тиҙәр, беҙҙә йылы яҡта,
Еңел килә бында бары ла,
Белмәйҙәр шул, тыуған тупраҡҡынам
Йөрәгемдә минең, ҡанымда,–
тигән юлдар Дилә Булгакованың ғәзиз еркәйенә ғүмер буйына һүрелмәҫ ҡайнар һөйөүен, ҡайҙа йәшәһә лә, бар булмышы менән тыуған яҡтарына бәйле булыуын раҫлай. Ғөмүмән, күпселек ижад кешеләре ҡайҙа ғына йәшәһә лә, тыуған ерҙәренән күңелдәре менән айырыла алмай бит. Бына үҙебеҙ белгән күренекле әҙиптәрҙе генә алайыҡ. Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Рауил Бикбаев, Марат Кәримов, Дилә Хәмзә ҡыҙының яҡташтары Шәриф Бикҡол, Фәрит Иҫәнғолов, Рәсих Ханнанов, Ирек Кинйәбулатов, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Ғайса Хөсәйенов, Фәнил Әсәнов, Рәмил Сурағол һәм башҡалар ижадтарында ауыл тормошона, тәбиғәт атамаларына, бала саҡта һәм йәшлек йылдарында үҙҙәре кисергән хәл-ваҡиғаларға әйләнеп ҡайтты һәм сағыу образдар ижад итте.
Дилә Булгакова – күп яҡлы ижад кешеһе. Ул – йырлы-моңло шағирә лә, үҙенсәлекле прозаик та, талантлы балалар шағирәһе лә, шулай уҡ фәһемле мә­ҡәләләр ҙә яҙа. Уның ижади кисерештәре үтә хисле, ихлас һәм халыҡсан. Шуға ла әҙибәнең шиғырҙарына композиторҙар быуындан быуынға бер-береһенән отоп алып, яратып йырларлыҡ йырҙар яҙған.
Дилә Булгакованың йыр өсөн яҙылған шиғырҙарын композиторҙар көтөп ала. “Килдең дә һин киттең”, “Көмөшләнгән урман”, “Тормош диңгеҙендә” (Роза Сәхәүетдинова көйҙәре), “Устарыма һал һин йөрәгеңде” (Юлай Үҙәнбаев көйө), “Ҡоштар оҙатырға һуңланым” (Рәфис Хөснөтдинов көйө), “Ят яландар” (Рим Хәсәнов көйө), “Мәңгелек ут” (Нур Дауытов көйө) һәм башҡа бик күп йырҙар, халыҡ күңеленә хуш килеп, тиҫтә йылдар йырлана.
Дилә Булгакованың ҡайһы бер шиғырҙарына хатта бер нисә композитор көй яҙған. Шуныһы ҡыҙыҡ: уларҙың һәр береһе үҙенсә, өр-яңы йыр булып яңғырай. Мәҫәлән, “Әйтсе, яҙмыш” (Нур Дауытов, Рим Хәсәнов, Наил Шәймәрҙәнов көйҙәре), “Кисерә алмай йөрәк хыянатты” тигән йырға Мирзанур Хиражев, Мөҙәрис Мирзаянов, Зөфәр Хәйретдинов көй яҙып, шиғырға музыкаль ҡанат ҡуйғандар.
Дилә Булгакованың Ҡырмыҫҡалы яҡтарына бағышлап яҙылған йырҙары ла байтаҡ. Бына уларҙың ҡайһы берҙәре генә: “Ауылым, һиндә ҡалам” (Рим Хәсәнов, Юлай Үҙәнбаев көйҙәре), “Йөрәк ҡылым – Боҙаяҙ”, “Бала сағым” (Нур Дауытов көйҙәре), “Ауылыма йыр” (Йәмил Әбделмәнов көйө), “Мамыҡ шәлем” (Рим Хәсәнов, Инсаф Хәбибуллин көйҙәре), “Нәнәйемдең әйткәне” (Әсмә Ғайсина көйө), “Ай алҡалы татар ҡыҙы” (Рәмил Миндийәров көйө), “Зәңгәр күҙле ҡыҙҙы һағынам” (Риф Арыҫлан көйө) һәм башҡа бик күп йырҙары менән яҡташтарының күңелдәрен үҙенең йыр-моңо менән тоташтыра шағирә. Ҡырмыҫҡалыларҙың бындай иғтибар менән ғорурланырға ла хаҡы бар: үҙҙәренә бағышлап бер шағирә тарафынан ғына ла тиҫтәләрсә матур-матур йырҙар ижад ителгән.
Ә бит ҡайһы бер райондар тыуған төбәктәренә бер йыр яҙҙырыу өсөн дә шағир һәм композитор табып, уларға инәлергә мәжбүр. Ә бына Дилә Булгакованың Ҡырмыҫҡалы яҡтарына һәм яҡташтарына бүләк итеп яҙылған әҫәрҙәренән ҙур бер концерт ойоштороп була. Дилә Булгакованың үҙен “Гәлсәр һандуғас” телевизион фестиваленең, йыр тексы яҙыусы булараҡ, тәүге лауреаттарының береһе итеп танытыуы ла уның был өлкәләге юғары уңыштары хаҡында һөйләй. Кешенең кем икәнен белгең килһә, уның тыуған яғын барып күр, тиҙәр. Ҡырмыҫҡалы тарафтарында ла, Боҙаяҙҙа ла булғыланым. Күбеһенсә Дилә Хәмзә ҡыҙы менән бергә барҙыҡ. Ысынлап та, гүзәл тәбиғәтен дә, ихлас күңелле, эшһөйәр, ҡунаҡсыл халҡын да яратмаҫлыҡ түгел шул. Шуға ла һәр сәфәр онотолмаҫлыҡ яҡты тәьҫораттар ҡалдырғандыр.
Ҡырмыҫҡалы ере һуғыш һәм хеҙмәт батырҙары менән данлы, Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә лә исемдәре киң билдәле әҙәбиәт һәм сәнғәт әһелдәренә лә бай төбәк. Ике тиҫтәнән артыҡ күренекле әҙиптәре менән ҡайһы район маҡтана ала әле?! Һәр береһенә иғтибар бүлә, ижад кисәләрен үткәрә, йыш ҡайтып, халыҡ менән осрашырға, район тормошонан айырылмай йәшәргә, ижад ҡомарҙарын байытырға ярҙам итә ҡырмыҫҡалылар үҙҙәренән сыҡҡан әҙәбиәт, мәҙәниәт өлкәһендә эшләүсе яҡташтарына. Бына Дилә ханым Булгакова ла, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, яҡташтары менән тығыҙ бәйләнештә тора. Һағынып ҡайтыусыны яҡты йөҙ менән ҡаршылағандары өсөн ҡайта ла бит инде ул Ҡырмыҫҡалыға. Хажиә булараҡ, райондың ҡайһылыр төбәгендә мәсет асылһа ла, дини байрамдар ойошторолһа ла, ниндәйҙер ауылдың юбилейымы, ауылдаштарының ғаилә байрамымы, һабантуй, белем байрамы кеүек сараларында ла бик теләп ҡатнаша. Барған һайын йәшәреберәк, дәртләнеберәк, илһамланыбыраҡ ҡайта. Тыуған тупраҡ үҙе көс бирә шул кешеләргә. Бигерәк тә ижад эше менән шөғөлләнеүселәргә кәрәк тулҡынландырғыс кисерештәр. Әйткәндәй, һәр саҡ яғымлы Дилә Хәмзә ҡыҙын Башҡортостандың башҡа төбәктәрендә лә көтөп алалар.

Күҙҙәренән моңло нур ағыла

– Һуңғы ике йылда ғына ла райо­ныбыҙҙа әллә күпме күңелле ваҡиғалар булды, – ти, шатланып, Дилә ханым. – Ҡырмыҫҡалының 80 йыллығына үҙебеҙҙән сыҡҡан яҙыусылар һәм сәнғәт кешеләре саҡырылғайны. Яҡташтарыбыҙҙың уңыштарына ҡыуанып, ошо төбәктән булыуыбыҙға ғорурланып, рәхәтләнеп йөрөп ҡайттыҡ. Рәхмәт уны ойошторған һәм беҙҙе саҡырған яҡташтарыбыҙға!
Боҙаяҙҙа Ҡәнзәфәр Усаевҡа һәйкәл асылды. Уны сенаторыбыҙ, яҙыусы, скульптор, юрист һәм башҡа күп яҡлы талант эйәһе Рафаэль Зинуров эшләгән. Район үҙәгендә бик матур фонтан астылар. Ул сарала ла ҡатнаштым. Бөйөк Ватан һуғышы батыры, легендар яҡташыбыҙ генерал Шайморатовҡа һәйкәл асылыуы ла районыбыҙ ғына түгел, барлыҡ республика халҡы өсөн ҡыуаныслы ваҡиға булды.
Быларҙан башҡа ла районыбыҙға юлым һыуынманы. Шиғри һәм проза әҫәрҙәрем тупланған, урыҫ һәм татар телдәрендә “Устарыма һал һин йөрәгеңде” тигән һайланма әҫәрҙәрем донъя күргәйне. Яҡташтарым был ваҡиғаны ололап билдәләр өсөн Китап байрамына саҡырҙы. Мин унда ҡәләмдәштәрем менән бергә композитор һәм күренекле йырсы ижадташтарымды ла алып барҙым. Сара унда ҡатнашыусыларҙың күңелендә ғүмерлеккә ҡалырлыҡ кисәгә әүерелде. Ҡунаҡтар яҡташтарымдың әҙәбиәтте, сәнғәтте яратыуына, ихласлыҡтарына һәм ҡунаҡсыллыҡтарына һоҡланып ҡайтты. Был саралар матбуғат биттәрендә лә яҡтыртылды.
Районыбыҙҙа үҙебеҙҙән сыҡҡан әҙәбиәт, мәҙәниәт, сәнғәт кешеләренең ижади кисәләре йыш ойошторола. Саҡырһалар, мотлаҡ ҡатнашырға тырышам. Китапхана юбилейы иҫтә ҡалған кисәләрҙең береһе булды.
Уҡыу осорона тура килһә, ауылыма ҡайтҡан һайын мәктәпкә инмәйенсә китмәйем. Уйҙарым менән бала саҡ һәм үҫмер йылдарына ҡайтып, тетрәндергес һәм тулҡынландырғыс кисерештәргә солғанам. Һуғыш осоро балалары бит беҙ. Төрлө саҡтар булды инде. Иларлыҡтары ла, көлөрлөктәре лә. Бындай мәлдәр хис-тойғоно ҡуҙғытып, яңы әҫәрҙәр тыуҙырыуға булышлыҡ итә. Йәш үҫмерҙәр үҙҙәренең билдәле яҡташтарын онотмаҫҡа тейеш.
Бына Боҙаяҙҙың Фәнил Әсәнов исемен йөрөтөүсе мәктәбендә Ҡырмыҫҡалыла тыуып үҫкән барлыҡ әҙиптәрҙең дә ижадына бағышланған стендтар, мөйөштәр бар. 60 – 70 йылдар самаһы элек үҙең уҡыған мәктәптең (хәҙер яңы бинала инде, әлбиттә) бөгөнгө уҡыусылары башҡары­уында тыуған яҡтарыңа, тормошҡа, йәшә­йешкә бағышланған шиғыр-йырҙарыңды тыңлау бөтмәҫ бәхет бирә. Заманалар үҙгәреше, быуындар бәйләнеше тура­һында тәрәнерәк, хислерәк уйландыра.
Дилә Булгакова әҙәбиәткә урау-урау юлдар аша килһә лә, һуңғы 30-40 йыл эсендә ул Башҡортостанда билдәле шағирә, күңелдәрҙе уйланырға, хисләнергә мәжбүр иткән хикәйәләр оҫтаһы булып та танылды. Уның үҙенең дә сәскә төҫлө зәңгәр күҙҙәренән һәр саҡ моңло нур ағылып тора. Дилә Хәмзә ҡыҙының әҙибә булмауы мөмкин түгел ине, сөнки уның йөрәгендә кешеләргә әйтер һүҙҙәре, бүлешәһе серҙәре, бирәһе кәңәштәре бихисап. Уларҙы кешеләргә йыр итеп тә, шиғыр итеп тә, осрашып-һөйләшеп тә тапшырып килә шағирә. Һәр саҡ юлда, һәр саҡ ижади илһам солғанышында Дилә апайыбыҙ.
Кистәрен шиғыр яҙғандағы кеүек илһамланып, ынйы-мәрйендәр менән ҡалпаҡтар, ҡулъяулыҡтар, яулыҡтар, кофталар сигә. Сигә лә дуҫтарына, туғандарына, яратҡан ижадташтарына бүләк итә. Һүрәт төшөрөүгә булған бала саҡ мөхәббәтенә лә хыянат итмәй Дилә Булгакова, ҡайһы бер китаптарының һүрәттәрен дә үҙе төшөргән әле ул.
Дилә ханымды яратмаған, уға тартылмаған әҙәм һирәктер. Үҙе янған кеше генә башҡаларҙы йылыта, юлдарын яҡтырта ала. Йөрәктән сыҡҡан ғына йөрәккә етә. Дилә Булгакованың тиҫтәләрсә йырҙары республикабыҙ сәхнәләренән, радио-телевидение тулҡындарынан яңғырап тора. Уның йырҙарын Фәриҙә Ҡудашева, Фидан Ғафаров, Зөһрә Сәхәбиева, Флүрә Килдейәрова, Тәнзилә Үҙәнбаева, Иҙрис Ғәзиев, Азамат Тимеров, Айҙар Ғәлимов, Йәмил Әбделмәнов, Илһам Вәлиев кеүек күренекле йырсылар ҙа, һәләтле йәштәр ҙә бик яратып башҡара. Ә инде шиғырҙарына көй яҙмаған композиторҙар ҡалдымы икән әле?! Иң тәүге йыр шиғырына көй яҙған Нур Дауытовтың ҡул арты бик еңел булып сыҡты. 45 йыл буйы кешеләрҙе моңландырып уйландырған:
Ҡыр ҡаҙҙары йырлап,
Ҡыр ҡаҙҙары илап,
Ҡаңғылдашып оса көҙ еткәс;
Йөрәк әрнеп ҡала,
Йөрәк һыҡрап яна,
Ҡыр ҡаҙҙары кеүек һин киткәс...
тигән юлдарҙы башлап башҡарған Фидан Ғафаровтан һуң да кемдәр генә йырламаны?! Башҡарыусылар күбәйә, быуындар алмашына, ә йыр ҡартайырға уйламай ҙа.
Дилә Булгакованың “Көмөшләнгән урман” (Р. Сәхәүетдинова көйө), “Аҡ торналы булһын аҡ донъя” (З. Әбделмәнова көйө), “Ҡоштар оҙатырға һуңланым” (Р. Арыҫлан көйө), “Аттарымды туғармағыҙ” (Н. Шәймәрҙәнов көйө) һәм башҡа бик күп йырҙарын тыңлап туймаҫлыҡ.

Кешене кеше иткән юғарылыҡ

Йырлы-моңло, иманлы...Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты шағирә Дилә Булгакова күптән түгел 80 йәшлек юбилейын билдәләне. Ошо айҡанлы шағирәгә уҡыусыларыбыҙҙы ҡыҙыҡһындырырлыҡ һорауҙар менән мөрәжәғәт иттем.
– Дилә Хәмзә ҡыҙы, бала саҡтарығыҙ нисек хәтерҙә ҡалған?
– Иҫ белә башлаған сағым Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килде. Күмәк балалы ғаиләлә мин – икенсе бала. Атай һуғышта. Әсәйем көн буйына эштә. Апайым да колхоз эшендә, өйҙә утын ҡырҡыу, бәрәңге, йәшелсә утау кеүек эштәр ҙә уның иңендә. Ә мин бәләкәстәрҙе ҡарайым. Шуға ла һәр бер туғанымдың теле ниндәй һүҙ менән асылғанын беләм. Әсәйем ул саҡта әле йәш, уңған ҡатын булғанлыҡтан, ат егеп башҡара торған ауыр эштәрҙе уға ҡушалар ине.
Бына бер иҫтәлекле мәл. Әсәйем атҡа оҙон арба егеп алған. Арбала – ҙур-ҙур мискәләр. Улар янында беҙ, өс-дүрт бала, ултырғанбыҙ. Аттарҙың береһе бейә булғандыр, арба тирәләй ҡолон саба.
Шулай уҡ ҡайһы ваҡыт, өйҙә асҡа интекмәһендәр типтер инде, балаларын да үҙе менән алғылай. Беҙ бик шатланып риза булабыҙ, сөнки әсәйем юлда көнөнә бер нисә тапҡыр бейәне һауып, һөтөн беҙгә эсерә. Ҡайһы саҡта ҡуйынында икмәге лә була.
...Мин башланғыс мәктәптә балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр менән бергә уҡыным. Тәүге мәктәп көнөм дә иҫтә. Өйҙән: “Класта оялып өндәшмәй ултырма, уҡытыусы һорағас та, тороп яуап бир”, – тип өйрәтеп ебәрҙеләр. Апайым да уҡыусы булғас, беләм инде: мәктәптә уҡыйҙар, яҙалар, шиғыр һөйләйҙәр. Һораһалар ярар ине, тип көтөп ултырам, сөнки минең дә ятлап килгән шиғырым бар. “Бер ни ҙә белмәй икән был бала”, – тип уйлай күрмәһен уҡытыусы апай. Бына ул ҡулы менән миңә баҫырға ымлай. Алдағы бала нисек яуап биргәндер, ишетмәгәнмен, ятлаған шиғырҙарымды онотмаҫҡа тырышып ҡабатлап ултыра инем. Тиҙ генә тороп баҫтым да, һаҡау икәнемде лә онотоп, сатнатып һөйләнем дә бирҙем:
Төп башында байғош бал,
Ике күҙе – ике шал,
Бер ни әйтмәй, тик тола,
Байғошланып утыла.
Барыһы ла ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. Аптырап тирә-яҡҡа ҡарайым: минән көләләр. Мин ултырҙым да биттәремде ҡулдарым менән ҡапланым, илағанымды күрмәһендәр тигәнмендер инде. Уҡытыу­сым яныма килеп, наҙлап сәстәремде һыйпаны: “Фамилияңды ғына әйт, Дилә, шиғыр белгәс, бик һәйбәт, тик уны башҡа ваҡытта уҡырһың”, – тине. Кешеләр алдында сығыш яһарға уңайһыҙланыуым ошо ваҡиғаға бәйле түгелме икән, тип уйлап ҡуям.
Бала саҡ иҫтәлектәре күп инде ул. Балалар йортондағы ҡыҙҙар барыһы ла бер төрлө кейенә, сәстәре лә бер сама ҡыҫҡа ғына итеп ҡырҡылған. Мин класташтарым менән бик тиҙ уртаҡ тел таптым. Йыш ҡына әсәйем уларҙы йәлләп, өйҙә бешкән берәр бөтөн икмәк, бүтән ашамлыҡтар ебәрә. Мәктәптә улар һымаҡ булғым килеп, оҙон һәм ҡалын сәс толомдарын берәмләп ҡырҡып, атай-әсәйем әрләмәһен тип яулыҡ ябынып йөрөй башланым. Дини өләсәйем: “Бына шулай гел яулыҡ бәйләп йөрө, балаҡайым”, – тигән була. Сәс ҡырҡтыр­ғанымды белмәй бит инде. Ә белгәс, өйҙәгеләрҙән ныҡ ҡына эләкте.
Өләсәйем менән ураҙа ла тота инем әле мин. Уның менән иртән сәхәргә торам, тәмле емештәрҙән ауыҙ итеп сәй эсәм. Көндөҙ ныҡ асыҡтыра. Кисте көтөр сара юҡ: Алла бабай күрмәһен өсөн соланға, ҡараңғыға сығып, икмәк ашап алам. Алты-ете йәшлек баланы бының өсөн әрләп буламы ни, өләсәйем күрмәмешкә һалыша ине.
– Шиғырға, яҙыу эшенә мөхәббәт ҡаса­ныраҡ уянды?
– 7-8-се кластарҙа уҡығанда “Пионер” журналына, “Башҡортостан пионеры” гәзитенә мәҡәләләр яҙа инем. Мәктәптәге стена гәзиттәрен сығарыштым: мин бит һүрәт төшөрөргә лә бик яратам. Иншалар яҙғанда рәсемдәрен дә эшләнем. Район үҙәгендә ойошторолған күргәҙмәләргә, конкурстарға ебәрә торғайнылар. Тәүге шиғырҙарым “Ленинсы” гәзитендә донъя күрҙе. Ике бала әсәһе инем ул саҡта. Игеҙәк ҡыҙҙарым Римма менән Розаға бишәр йәш ине.
– Яҙышыу һәләтегеҙ, рәсем төшөрөүгә ынтылышығыҙ ҙа булғас, ниңә һуң хеҙмәт юлығыҙҙы медицина өлкәһенән һайланығыҙ?
– Рәсем төшөрөү һәләтем – әсәйемдән. Ауылдың бөтә еңгә һәм ҡыҙҙары сигеү өлгөләрен унан төшөртә ине. Ҡулдан яҙылған доғаларына һоҡланып туймаҫлыҡ. Журналистиканың ул саҡта ни икәнен дә белмәйем, ә рәсем төшөрөүҙе хеҙмәт юлы итерлек һөнәргә һанамағанмын инде. Медицина училищеһына уҡырға инеүем дә осраҡлы түгел, ҡартатайым тирә-яҡта билдәле һәм хөрмәтле фельдшер булды.
Уның атаһы ла дауалау эше менән шөғөлләнгән. Тәүҙә Стәрлетамаҡта медкурс, һуңынан Өфөлә училище тамамланым. Яҡшы уҡығандарға ҡалаларға юллама бирҙеләр, мин Салауат ҡалаһына эләктем. Ҡалала ул саҡта уҡ күренекле драматург Нәжиб Асанбаев йәшәй ине. Ул ойошторған әҙәби түңәрәктәргә йөрөнөм әле мин. Тормошҡа сыҡҡас, Зәки Насип улы: “Кейәүҙәге ҡатындар түңәрәк-маҙарға йөрөмәй инде ул”, – тип туҡтатты.
– Зәки ағай Булгаков прокурор булды. Уның менән нисек таныштығыҙ?
– Ул минән ун ете йәшкә олораҡ. Буйҙаҡ ине. Йәш һәм сибәр саҡ. Мөнирә исемле әхирәтем, һүҙ сыҡҡан һайын, бер нисә йыл элек айырылған ике туған ағаһының фатирында йәшәүе, уның Салауат ҡалаһында күренекле юрист булыуы хаҡында һөйләне. Мин, бер ҡатлы, шиғри күңелле ҡыҙыҡай, “юрист” һүҙен яңылыш аңлап, “турист” икән тип уйлап, әхирәтем саҡырғас, ҡыҙыҡһынып уларға ҡунаҡҡа барҙым... һәм кейәүгә сығып, йәшәргә ҡалдым. Яҙмышыма үкенмәйем. Ҡырҡ йыл татыу ғүмер кисерҙек, ике игеҙәк ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙек. Зәки Насип улы әҙәбиәтте, шиғриәтте яратты. Яҙыусылар араһында дуҫ-иштәре күп ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, оҙаҡ ауырыуҙан һуң ун һигеҙ йыл элек вафат булды.
– Дилә Хәмзә ҡыҙы, һеҙ ғаиләгеҙ менән Өфөгә күсеп килгәс, дауаханала ла, балалар баҡсаһында ла, “Ашығыс ярҙам”да ла эшләгәнһегеҙ. Ә бына хаҡлы ялға сығыр алдынан ни өсөн төрмә дауаханаһына эшкә күсергә булдығыҙ?
– Тәжрибәле операция шәфҡәт туташы булараҡ, эшкә саҡырҙылар. Үтенестәрен кире ҡаға алманым. Ул саҡта, инде китаптары сыға башлаған ижад кешеһе булараҡ, ҡыҙыҡһыныуым да еңгәндер инде. Шулай итеп, Зәки ағайың, прокурор булараҡ, ултыртҡан енәйәтселәрҙе миңә дауаларға тура килде.
– Эшегеҙ ифрат ауыр булһа ла, нәҡ ошо осорҙа илһамланып яңынан-яңы хикәйәләр, шиғырҙар, йырҙар ижад иттегеҙ. Улар бер-бер артлы республика гәзит-журналдарында донъя күрҙе, йыйынтыҡтар булып сыҡты. Композиторҙар һеҙҙең шиғырҙары­ғыҙға матур-матур көйҙәр яҙҙы. Мәҫәлән, композитор Юлай Үҙәнбаев менән ижад иткән “Устарыма һал һин йөрәгеңде” тигән күптән инде хитҡа әйләнгән йырығыҙҙы тетрәнмәйсә тыңлау мөмкин түгел.
– Уның тарихы былай: төрмә дауаханаһында 60 йәштәрҙәге бер ир дауаланды. Бер көн шул кеше илап ултыра. Ғөмүмән, төрмә дауаханаһында илау – ят күренеш. Хатта ауыр операцияларҙан һуң да ыңғырашҡандар һирәк. Мин һүҙ ҡушҡас, ул үҙенең хәлен һөйләп бирҙе. Уның әйтеүенсә, тәүге тапҡыр 15 йәшендә икенсе бер кеше өсөн ултырырға риза булған. Шунан инде киткән: сыға ла тағы ултыра икән төрмәгә. Ғәйеп-енәйәттәрең әллә ни ҙур булмаһа ла, ултырып сыҡҡан кешегә сроктың ҙурын сәпәйҙәр. Бына хәҙер пенсия йәшенә еткән. Ә ғүмере бер рәхәтлек күрмәй үткән дә киткән. “Минең йөрәгем заманында зарланырлыҡ түгел ине. Хәҙер инде сепрәккә әйләнде”, – ти тотҡон. Уны йәлләүҙән күңелемдә шиғыр юлдары яралды.
Ниҙәр булды һиңә, ниҙәр булды,
Ҡалтыранып үкһеп илайһың.
Устарыма һал һин йөрәгеңде,
Ҡулдарымдың тойһон йылыһын...
Был шиғырға күренекле композитор Нур Дауытов та үҙенсәлекле көй ижад итте.
– Енәйәтселәр хаҡында ла, уларҙы аңлап, кешелек сифаттарына баҫым яһап, сағыу образдар, характерҙар тыуҙырып була икән. “Үрмәксе” тип исемләнеп ике телдә донъя күргән китаптағы хикәйәләрҙе күҙ йәштәрһеҙ уҡыу мөмкин түгел.
– Мине үҙенсәлекле пациенттарым ярата ине. “Мать” тигән ҡушамат та таҡтылар. “Балаҡайҙар”, тип өндәшкәнде яраталар ине. Йылы һүҙ кемгә лә килешә. Ҡайһылары “балаҡай” тигән һүҙҙе лә тәү ишеткәндер, бәлки. Йәлләгәнде, хәлдәренә инергә тырышҡанды аңлай торғайнылар. Һүгенергә яратыусылар ҙа минең алда насар һүҙ ысҡындырмаҫҡа тырышты.
Әҫәрҙәремдең, бигерәк тә тотҡондар тормошо хаҡындағы хикәйәләрҙең нигеҙендә үҙем күргән, ишеткән ваҡиғалар ята. Мине иректән мәхрүм ителгәндәрҙең ни өсөн хөкөмгә тарыуы түгел, ә эске донъялары, кисерештәре ҡыҙыҡһын­дырҙы. Бер-береһенә һис тә оҡшамаған күпме ҡатмарлы яҙмыш менән осраштым мин. Тотҡондар ҙа әҙәм балалары бит. Араларында, ҡырын эштәренә тәүбә итеп, киләсәктә кешесә, намыҫлы йәшәргә хыялланғандары ла күп. “Кешеләр! Тотҡондар ҙа, иректәгеләр кеүек үк, барыһы ла бер тигеҙ түгел, уларҙың да күбеһенә һөйөү, үкенеү, ҡайғырыу, һағышланыу тойғолары хас. Аңлайыҡ беҙ уларҙы, мөмкин булһа, хатта кисерәйек, тура юлға баҫырға ярҙам итәйек. Мәрхәмәтлерәк, миһырбанлыраҡ булайыҡ уларға ҡарата”, – тип әйтергә теләнем мин ул хикәйәләремде ижад иткәндә.
– Дилә Хәмзә ҡыҙы, кешеләргә ярҙам итеү, изгелек – һеҙҙең төп сифаттарығыҙҙың береһе...
– Сөнки изгелек ул, минеңсә, кешене кеше иткән юғарылыҡ. Ошо өҫтөнлөгөбөҙҙө нығыраҡ файҙаланып ҡалһаҡ ине. Ҡөрьәндә лә изгелек итеүгә иң күп урын бирелә. Йәшәүҙе яҡтыраҡ, фәһемлерәк, мәғәнәлерәк иткән дә ана шул изгелек бит инде.
Минең тормошомда, Аллаға шөкөр, изгелекле кешеләр ямандарына ҡарағанда күберәк осраны. Иң беренселәре, әлбиттә, атай-әсәйем, ҡартәсәйем, туғандарым булды. Ғүмер үҙе лә беҙгә башҡаларға игелек итеү өсөн бирелгәндер, тип уйлайым.

Матур ғәмәлдәре – диндән

...Октябрь айында татар “Нур” театрында шағирәнең оло юбилейына арналған “Туҡтама, йыр, өҙөлмә, моң” тигән ижад кисәһе гөрләп үтте. Оло залда алма төшөр урын да юҡ ине. Әхирә­темдең үҙен дә, ижадын да олоһо ла, кесеһе лә ярата шул. Күптән күҙәтеп, һығымта яһағанмын: ижади саралар уның хужабикәһенә оҡшай.
Диләнең кисәһе үҙе кеүек талантлы, ихлас, ихтирамлы бер онотолмаҫлыҡ йыр-моң, шиғриәт байрамына әүерелде.
Ҡыҙартмаҫ ул, һынатмаҫ ул
Йөрәк ҡылым Боҙаяҙ, –
тип яҙғайны бер йырында шағирә. Талантлы яҡташ апайҙарын ҡотларға Ҡырмыҫҡалы районы етәкселегендәге делегация һәм тыуған ауылы Боҙаяҙҙан вәкилдәр сәхнәгә күтәрелеп, уға изге теләктәрен еткерҙе.
Дилә Булгакованың Ҡырмыҫҡалы райо­нында тыуып, илһам алып үҫкән данлыҡлы йырсы яҡташтары Йәмил Әбделмәнов һәм әле Италияла йәшәп эшләүсе опера йырсыһы Рәфис Хөснөтдинов шағирә апайҙары һүҙҙәренә яҙылған моңло йырҙарҙы бүләк итте.
Азамат Тимеров, Илһам Вәлиев, Радик Динәхмәтов, Дамира Сәйетова, Илдар Нурлы-Вәзири һәм Илшат Сибәғәтуллин­дарҙың моңло-нурлы йырҙарын халыҡ сәхнәнән оҙаҡ ебәрмәйенсә, ҡул сабып, айырыуса яратып ҡабул итте. Та­тарстан­дың халыҡ артисы Зөһрә Сәхәбиеваны Башҡортостанда ла бик ихтирам итәләр. Ул – Дилә ханымдың әхирәте лә, ижадташы ла. Әле лә данлыҡлы йырсы иҫтәлекле кисәгә шағирә һүҙҙәренә үҙе көйҙәрен яҙған “Сөйөмбикә”, “Болғар ҡыҙы” тигән күңелдәрҙе тетрәндерерлек моңло йырҙарын башҡарып, тамашасыларҙы тағы ла бер тапҡыр хайран ҡалдырҙы.
Өфөлә беренсе профессиональ татар театр труппаһын ойошторған Сәхипъямал Ғиззәтуллина-Волжская – шағирәне илһамландырыусы образ. Сәхипъямал ансамбле башҡарған “Сәхипъямал” йыры кисәгә тағы ла бер йәм өҫтәне.
Шағирәне ҡотларға ижадташ әҙибәләр ҙә килгәйне: мин, Хәлисә Мөҙәрисова, Фәниә Ғәбиҙуллина, Динә Мырҙаҡаевалар юбилярға арналған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙек, изге теләктәребеҙҙе еткерҙек. Шунда уҡыған шиғырымды гәзит аша ла бүләк итәйем әле әхирәтемә.
Кемдер әйтә: “Йәшәү еңел ул”, – тип,
Үҙ ҡыйыны һәр бер замандың.
Килешкәне бармы берәр ваҡыт
Хаҡ дөрөҫлөк менән ялғандың?!
Хаҡлыҡ менән ялған көрәшенән
Ығы-зығы килә тормоштар.
Ғүмер үткән һайын асыҡлана бара
Кемдең кем икәне, булмыштар.
Ығы-зығыларҙан өҙгөләнеп
Ҡанһыраған саҡта күңелем,
Һиңә генә йүгерәмен икән,
Һине генә яҡын күреүем.
Тауышыңда бальзам шифаһы бар,
Кәрәкмәй ҙә башҡа дауалар.
Һүҙҙәреңдән көс-һауығыу ала
Уңалмаҫ та төҫлө яралар.
Үтеп кенә бара был ғүмерҙәр,
Уйлай китһәң, хайран булырлыҡ:
Ығы-зығы тулы донъяларҙа
Әлдә һин бар – серҙәр һыйырлыҡ.

“Әлмәтнефть” берекмәһендә эшләүсе яҡташы Дилә ханымдың рус һәм татар телдәрендә “Устарыма һал һин йөрәгеңде” тигән ҙур китабын нәшер итеп алып килгән. Ниндәй ҙур бүләк әҙибәгә, тип ҡыуандыҡ. Ислам дине ҡанундары менән йәшәгән, фани донъябыҙҙы матур ғәмәлдәре менән биҙәүсе хажиә ул Динә ханым. “Ихлас” мәсетенең имам-хатибы Мөхәммәт Ғәлләм хәҙрәттең ҡотлауы бик урынлы һәм ихтирамлы яңғыраны был иҫтәлекле кистә.
Әлбиттә, шағирәнең үҙе уҡыған шиғырҙары ла, “Нур” театры артистары башҡарғандары ла оло байрамды тағы ла хислерәк, серлерәк итте.
Күңелендә һәр саҡ шиғриәт, йыр-моң сыңлап торған Дилә Булгакованың ижади пландары күп, ҡомары ла етерлек. Изге теләктәрең тормошҡа ашһын, Әҙибә!


Вернуться назад