Үҙ эшенән ҡәнәғәт28.11.2017
Өфө ҡалаһының 170-се балалар баҡсаһында эшләгән өлкән тәрбиәсе Эльвера Ғәзизова һәр кемгә ихлас өндәшеүе, балаларға иғтибарлы, ихтирамлы булыуы менән үҙенә ылыҡтырып тора. Берәй мәсьәлә булһынмы, кәңәш кәрәккәндә лә ул һәр саҡ ярҙамға килә.


Эльвера Хәмитйән ҡыҙы сығышы менән Борай районынан. Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында үҫеп буй еткерә. Мәктәпте лә шунда тамамлай.
– Ғәҙәттә, уҡытыусылар ғаи­ләһендә тыуған балалар килә­сәген ошо һөнәр менән бәйләй. Үҙемде белгәндән алып, уҡытыусы, тәрбиәсе булып уйнай торғайным. Һис икеләнмәй, мәктәпте тамам­лағас, Бөрө дәүләт педагогия институтының “Мәктәпкәсә педагогика һәм психология” факультетына уҡырға индем. Уны уңышлы тамамлап, Өфө ҡалаһының 170-се балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып эшкә килдем, – ти ул, хәтирәләргә бирелеп.
Педагогик хеҙмәт йылдары барышында ул үҙен тырыш, яңылыҡҡа ынтылышлы тәрбиә­се итеп таныта. Күп тә үтмәй кескәйҙәргә матур тәрбиә биргән, йәш белгестәргә өлгө һәм үрнәк булып торған Эльвера Хәмитйән ҡыҙына өлкән тәрбиәсе вази­фаһын тапшыралар.
Тәрбиәсе уҡытыусы кеүек һәр ваҡыт белемен камиллаштырыу йәһәтенән күп эшләргә тейеш. Йәш белгес балалар баҡсаһы тормошонда ғына ҡайнап ҡалмай, Киров районының тәрбиәселәре өсөн докладтар менән сығыш яһай, Баш­ҡорт­остан мәғарифты үҫтереү институтында үткән семинар­ҙарҙа әүҙем ҡатнаша. Ә инде педагогик хеҙмәттәре “Мәк­тәпкәсә донъя” журналында баҫыла. Шулай уҡ педагогтың тәрбиәләнеүселәре “Кескәй йондоҙсоҡтар”, “Һаумы, һаумы, әкиәт!”, “Күңелле старттар” конкурстарында ҡатнашып, еңеүҙәр яулай. Бер үк ваҡытта ул конкурстарҙа жюри ағзаһы булараҡ ҡатнашырға ла өлгөрә.
Тормош иптәше менән ике ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Балалары ла үҙҙәре кеүек егәрле, тырыш, маҡсатлы. Күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Эльвера Хәмитйән ҡыҙы ҡала хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнгән, шулай уҡ ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы, район мәғариф бүлектәренең бик күп Маҡтау ҡағыҙҙарына һәм рәхмәт хаттарына лайыҡ булған алдынғы тәрбиәсе ул.
Эльвера Ғәзизова һәр саҡ алсаҡ, ихтирамлы, балаларға һәм ата-әсәләргә иғтибарлы. Коллегалары араһында ҙур ихтирам ҡаҙана.
Балалар менән эшләгәндә кескәйҙәрҙе шәхес итеп үҫте­реүгә ынтылырға кәрәк. Минеңсә, донъяға битараф булмаған, киләсәк өсөн борсолған кеше генә ысын педагог исемен йөрөтә.


Вернуться назад