Алла бүләге – бала28.11.2017
Һуңғы йылдарҙа балаһыҙ ғаиләләр һаны артҡандан-арта бара. Түлһеҙлекте йыш ҡына насар экология менән бәйләйҙәр – был дөрөҫтөр ҙә. Тәбиғи ризыҡ урынына төрлө суррогат, антибиотик, гормон, химия ашап үҫкән кешенең түлһеҙ булыуына аптырарға кәрәкмәйҙер. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн яҡынса 10 миллион кеше түлһеҙ тип иҫәпләнә.


Был халыҡтың 15 проценты тигән һүҙ. Түлһеҙлектә ҡатын-ҡыҙҙы ғына ғәйепләү ғәҙәте бар. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, түлһеҙлектә ғәйеп тигеҙ бүленә: уның 30 проценты – ирҙәргә, 30 проценты – ҡатындарға, 30 проценты икеһенә лә тура килә. Тик ҡалған 10 процент сәбәпте генә медицина фәне бер нисек тә аңлата алмай: ир ҙә, ҡатын да һаулығы буйынса бала таба ала, әммә ни сәбәптәндер был тормошҡа ашырылмай.
Халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы 20 йылда рәсми никахта торған ғаиләләрҙең һаны алты миллионға кәмегән, шул уҡ ваҡытта ғаилә төҙөрлөк кешеләрҙең иҫәбе һигеҙ миллионға артҡан. Шул уҡ сериалдарҙы ғына алып ҡарайыҡ. Америка ғалимдары иҫәпләүе буйынса, ошо “Санта-Барбара”ларҙы ҡарау арҡаһында һуңғы 20 йыл эсендә Бразилияла өс миллиондан артыҡ ғаилә тарҡалған, 800 меңгә кәм бала тыуған. Граждандар никахы кеүек төшөнсәләр барлыҡҡа килде. Нисек кенә булмаһын, уны ғаилә тип әйтеп булмай – был никах репетицияһы булып күренһә лә, ысынында, ғаиләнән ҡасыуҙы аңлата.
Бер фәрештә кешеләрҙең нисек эшләгәнен тикшерергә булған. Крәҫ­тиән­дең таңдан ҡара кискә тиклем бил бөккәнен күҙәткән: бер йыл ул һәй­бәт уңыш алған, ә икенсе йылына ҡоро­лоҡ арҡаһында аслы-туҡлы йәшәгән. Фәрештә көнө-төнө шиғыр яҙған кеше­нең бөлгөнлөктә йәшәгәнен күреп ап­ты­раған. Бер байҙың да хаҡтар тө­шөү арҡаһында фәҡир ҡалыуына шаһит булғас: “Кеше бик тырышып эшләүгә ҡарамаҫтан, уның хеҙмәте лайыҡлы баһаланмай”, – тигән фекергә килгән. “Эйе, дөрөҫ, – тигән уға оло фәрештә. – Донъяла тик бер генә кеше эше өсөн лайыҡлы хаҡ ала. Ул – әсәй кеше”. “Ни­сек инде, – тип ғәжәпләнгән йәш фә­реш­тә. – Әсәйҙәр көнө-төнө эшләһә лә, уның өсөн уларға аҡса түләгәндәрен күргәнем юҡ!” “Әсәйҙең эше өсөн иң юғары хаҡ – ул балаларының һәм туғандарының һөйөүе...” – тигән оло фәрештә.


Вернуться назад