Беҙ – тамырлы халыҡ28.11.2017
Тарих оҙаҡ йылдар башҡортто күсмә халыҡ итеп күрһәтеп килде. Хатта әллә күпме башҡорт ҡалалары хаҡындағы мәғлүмәттәргә ҡарамай, ҡайһы бер төрки халыҡтар менән тиңләп, әле лә беҙҙе “күсмә” тип нарыҡлаусылар етерлек. Был башҡорт халҡының тарихына әлегә тиклем бик тар күҙлектән ҡарауыбыҙҙан килә. Тарихсыларҙың “Шул-шул халыҡ ер эшкәртмәгән, иген сәсмәгән, сауҙа итмәгән һ.б.” тип яҙған тәғлимәттәренән сығып фекер йөрөттө заманында совет тарихсылары.


1795 йылда үткәрелгән генераль межевание, йәғни ер үлсәү материалдарында, 18-се быуат аҙағында ер эшкәртеү менән таныш булмаған тип иҫәпләнгән төньяҡ-көнсығыш баш­ҡорт­тарының (Ҡурған, Екатеринбург башҡорттары) йән башына һөрөлгән ере урыҫтыҡынан да, татарҙыҡынан да күберәк була. Шул генераль межевание материалдарының “Иҡти­сади иҫкәрмә” тигән бик бай сығанағы бар. Шул сығанаҡҡа ҡарағанда, урыҫтарҙа бер хужалыҡҡа – 5-6, татарҙарҙа – 3-4, ә башҡорттарҙа 10-12 дисәтинә һөрөлгән ер тура килгән. Ошо мәғлүмәт кенә лә башҡорттоң күсмә йәки ярым күсмә булыуын инҡар итә.
Бөгөн шәп йөрөгән машинаға ултырып, башҡорт ерҙәренең көньяҡ сигенә сыҡһаҡ, мәҫәлән, Ырымбурҙың Соль-Илецк районынан төньяҡҡа, Пермгә тиклем егерме биш километр ҡалған урындағы Ҡуян тигән башҡорт ауылына тиклем сама менән 800 километр тирәһе юл үтәһең. Ә теге заман башҡорттары был ерҙәрҙе һыбай йөрөп ҡарарға, тәрбиәләргә, һаҡларға тейеш булған. Ә башҡорт ерҙәренең көнсығыш яғында, академик Миллерҙың яҙмаларынан күренеүенсә, башҡорт ерҙәре бөгөнгө Себерҙең Төмәненә бер аҙ ғына барып етмәгән, шул урындарҙа башҡорт йәйләүҙәре булған. Көнбайыш сиктә иһә данлыҡлы Зәй шишмәһе лә беҙҙең ерҙәргә ингән. Был майҙан эсенә Дания, Голландия кеүек бер нисә Европа иле инеп ултырыр ине. Шулай булғас, ошо ҡәҙәре ерҙәрҙе биләгән башҡорт нисек итеп бер генә формалы социаль-иҡтисади үҫештә була алһын?
Заманында Раил Кузеевтың тарихи тикшеренеүҙәрен шелтә менән ҡабул иттеләр, ә бит уның һүҙҙәре дөрөҫкә сыға. Көнбайышта башҡорттар ер эшкәртеүселәр, көньяҡ-көнсығышта – ярым күсмә, йәғни миҙгел менән мал күсереп йөрөтөүселәр, ерҙәрҙең өстән бер өлөшөн биләп торған урман буйы халҡы урман кәсептәре менән йәшәгән. Артыҡ алыҫҡа китмәй, 17-18-се быуаттарҙы ғына алып ҡарағанда ла, башҡортто бер генә төрлө социаль төркөмдә торған тип һис тә раҫлап булмай.
Архив документтары буйынса, заманында башҡорттар Себерҙең Ирбит йәрминкәһенә барып, көтөүе-көтөүе менән ат һатҡан. Тимәк, улар сауҙаны ла яҡшы белгән. Яҙмаларҙа, башҡорттар бер килгәндәрендә 400 башҡа тиклем мал ҡыуалар, тип яҙыла.
Екатерина II заманында Уложенная комиссия төҙөлөп, дәүләт архивындағы бөтөн юридик документтар яңыртыла. Шунда Ҡарғалы татарҙарының бер наказы була. Ошо ҙур күләмле наказда татар сауҙагәрҙәре былай тип яҙа: “Губернатор беҙҙе өй ҡыйыҡтарын һалам менән ябырға ҡуша, әммә беҙ быға ҡаршы. Янғын булғанда был фасадтар шунда уҡ янып бөтәсәк. Беҙҙә арыш үҫтерелмәй, тик бойҙай үҫтерәбеҙ. Бойҙай һабағы ҡыҫҡа һәм уның менән ҡыйыҡ ябып булмай. Беҙ өй баштарын дранка менән ябабыҙ, уларҙы башҡорттар ылау-ылау итеп килтереп һата. Башҡорттар урмандағы ҡарт ағастарҙы киҫеп, шуларҙан дранка яра”. 18-се быуатта Ырымбурҙа 500 ихата була, ә Ҡарғалыла — 550 хужалыҡ, йәғни был ауыл Ырымбурға ҡарағанда ла ҙурыраҡ булған. Һәм шундағы өйҙәрҙең башын ябыу өсөн башҡорттар һатҡан материалды файҙаланғандар. Тимәк, әллә ҡайҙа ятҡан урман башҡорттары дала яҡтарын ағас материалдары менән дә тәьмин иткән.
Ҡайһы бер яҙмаларҙа “ҡырағай, ярым күсмә, наҙан, дыуамал” башҡортто кәүҙәләндереп, шул күҙлектән сығып яҙылған ғилми хеҙмәттәр тәҡдим итеп, әллә ниндәй түбән менталитет уйлап сығарып, башҡорт тарихын болғап ташланылар. Был хата ғына түгел, ҙур гонаһ. Халыҡ алдындағы, милләт алдындағы гонаһ.


Вернуться назад