Иген уңды ла ул...28.11.2017
Иген уңды ла ул...Рәсәйҙә быйыл тарихта күренмәгәнсә мул уңыш йыйып алынды. Йәй миҙгеле ҡырыҫыраҡ башланһа ла, бойондороҡһоҙ эксперттар иген күп буласағы хаҡында әйтеп ҡуйғайны. Хатта донъяла игенгә бәйле ваҡиғаларҙы яҡшы күҙәтеп барған АҠШ-тың ауыл хужалығы хеҙмәте лә Рәсәйҙә уңыштың яҡшы көтөлөүенә шикләнмәне. Бына һөҙөмтә билдәле: дәүләт бураларына 133 миллион тонна иген һалынды. Шуның 81 миллион тоннаһы – бойҙай (былтыр 73 миллион тонна булған).


Ил етәксеһе Владимир Путин, аграр тармаҡ эшсәндәрен ҡотлап:
– Ауыл хужалығы, дөйөм алғанда, агросәнәғәт комплексы – беҙҙең иҡти­садта эҙмә-эҙлекле үҫешкән тармаҡтың береһе. Тәбиғәт шарттарының ҡырыҫ булыуына ҡарамаҫтан, дөйөм тырыш­лыҡ һөҙөмтәһендә ошондай ҙур күрһәткескә өлгәшә алдыҡ, – тине.
Шулай итеп, Рәсәй бынан 39 йыл әүәл өлгәшкән күрһәткесте уҙып китте. Был 1978 йыл ине. Ул саҡта РСФСР-ҙа 127 миллион тонна ашлыҡ йыйып алына (дөйөм СССР-ҙа 237 миллион тонна). Әйткәндәй, был рекорд тарихта бер тапҡыр ғына була, киләһе йылына уңыш күләме кәмей, илдә алынған ашлыҡ ни бары 179 миллион тонна була. Был мәлдә ауыл хужалығы тармағына М. Горбачев етәкселек итә. Белгестәр билдәләүенсә, ул килгәндән башлап иген уңышы йыл һайын түбән төшә: 1985 йылда КПСС Үҙәк Комитетының Генераль секретары итеп тәғәйенләнгәс, дөйөм алғанда, уңыш 173 миллион тоннаға тиклем кәмей.
Былтыр беҙ Совет осорондағы иң юға­ры күрһәткескә өлгәшә яҙҙыҡ – 104,8-ҙән 120 миллион тоннаға еттек. Быйыл иһә, 133 миллион тонна ашлыҡ алып, ул сикте үттек. Шуның 88 миллион тоннаһы – бойҙай (былтыр 73 миллион тонна). Тағы шуныһы ҡыҙыҡ: РСФСР ваҡытында уңыш 116,5 миллион гектарҙан йыйылһа, бөгөн иһә ни бары 80 миллион гектарҙан ашлыҡ алынды.
Әйткәндәй, икмәк буйынса ғына түгел, башҡа культуралар буйынса ла ҡаҙаныштар яҡшы. Мәҫәлән, былтыр 18 миллион тонна арпа үҫтерһәк, быйыл – 19 миллион тонна. Кукурузды 16 миллион тонна алдыҡ (былтыр – 15). Әйткәндәй, йыл ауыл хужалығының башҡа йүнәлештәре өсөн дә уңышлы булды. Ит етештереү һигеҙ процентҡа үҫкән.
Әлбиттә, был сама уңыш беҙҙә ғорурлыҡ тойғоһо, эшкә дәрт уята. Тотонһаҡ, булдыра алабыҙ бит. Рәсәй икенсе йыл рәттән үҙен донъяла әйҙәүсе иген державаһы булыуын иҫбатланы. Экспортҡа бойҙай оҙатыу буйынса ла донъяла алдынғы урынды биләйбеҙ. Быйыл 45 миллион тонна иген һатылыр тип көтөлә, шуның 30 миллионы бойҙай. Был күрһәткес яҡын дәғүәсебеҙ АҠШ-тан шаҡтай күп, улар быйыл ситкә 27 миллион тонна бойҙай һатасаҡ. Өсөнсө, дүртенсе, бишенсе урындарҙа – Канада, Франция һәм Австралия. Уларҙыҡы – 20-шәр миллион тонна.
Әйткәндәй, быйыл игендең бөтә донъя экспорты 153 миллион тонна тәшкил итәсәк. Был – донъялағы барлыҡ икмәктең биштән бер өлөшө. Рәсәй бойҙайын күпләп Мысыр һатып ала, дөрөҫөн әйткәндә, улар башлыса беҙҙең ризыҡ менән туҡлана. Икенсе – Төркиә. Дөйөм алғанда, беҙ игенде донъяның 86 иленә, шул иҫәптән Африканың Кения, КАР, Мозамбик, Судан дәүләт­тәренә оҙатабыҙ. Күптән түгел икмәкте бығаса нигеҙҙә көньяҡ күршеһенән алған Латин Америкаһы, Мексика ла беҙҙең ризыҡты тәмләй башланы.
Бынан тыш, 2017 йылда Рәсәй көнбағыш һатыу буйынса донъяла икенсе урынға сыҡты – бөтәһе ике миллион тонна үҫемлек майы оҙатылды. Шәкәр экспорты йәһәтенән былтырғынан (былтыр алты миллион тонна) 66 тапҡырға күберәк һатып, өсөнсө баҫҡысты биләне. Шулай уҡ сусҡа итен – ике, ҡош итен 1,5 мәртәбәгә арттырҙы. Әлбиттә, дөйөм һандарҙы әллә ни ҙур тип булмай, сусҡа – 10 мең, тауыҡ ите – 59 мең тонна.
Уның ҡарауы килгән табыш һиҙелерлек. 2017 йылдың тәүге яртыһында аҙыҡ-түлек экспорты беҙҙең илгә 7,34 миллиард доллар килем килтерҙе. Йыл аҙағына был һан 26 миллиард долларҙан артыр тип көтөлә. Былтыр аҙыҡ-түлек һатыуҙан 18 миллиард доллар табыш алынған. Был хатта сит илдәргә ҡорал менән сауҙа итеүҙән дә күберәк.
Әлбиттә, бөгөн иген уңышы хаҡында һүҙ алып барғанда, яҡшы күрһәткес өсөн ҙур өлөш индергән өлкәләрҙе, республикаларҙы ла билдәләмәү мөмкин түгел. Беҙҙә үҫтерелгән игендең 46 процентын Рәсәйҙең ун төбәге бирә. Краснодар крайын аграр тармаҡта иң алдынғы төбәктәрҙең береһе итеп күреп өйрәнһәк тә, сәсеүлек майҙаны буйынса уны өлгө итеп булмай.
Ысынбарлыҡта баҫыуҙар күләме буйынса беренсе урында – Алтай крайы (5,42 миллион гектар). Икенсе – Ростов өлкәһе (4,5 миллион гектар), уларҙан һуң – Ырымбур менән Һарытыу өлкәләре (4 миллион гектар). Краснодар крайы майҙандар йәһәтенән – бишенсе. Дөйөм алғанда, сәсеүлектәрҙең ҙурлығы буйынса иң алдынғы унауға Башҡорт­остан, Татарстан, Томск һәм Волгоград өлкәләре инә, һәр төбәктә өсәр миллион гектарҙан ашыу сәсеүлек эшкәртелә.
Быйыл Рәсәйҙә 27,7 миллион гектарҙа бойҙай сәселгән. Шуныһы ҡыҙыҡлы: 30 йыл эсендә тәүге тапҡыр Сахалинда ла иген культуралары йыйылды. Сәсеү майҙандарының ҙурлығы әле мул уңыш алыу тигәнде аңлатмай. Был йәһәттән, әлбиттә, Краснодар крайы беренсе урында. Бында уңдырышлылыҡ илдең башҡа төбәктәренән уртаса 1,5 тапҡырға юғары. Быйыл хатта гектарынан 63 центнерҙан артып китте.
Дөрөҫ, быйыл бығаса булмағанса уңыш йыйылды. Белгестәр әйтеүенсә, уның 133 миллион тонна ғына түгел, ә 140 миллион тоннаға ла етеүе бар ине. Әммә уның һигеҙ – ун процентын йыйып ала алманыҡ. Сәбәптәре төрлөсә. Беренсенән, баҫыуҙарҙа техника етешмәне. Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2006 йылда ауылда бер мең гектар ергә уртаса алты трактор булһа, бөгөн бишәү тура килә. Иген йыйыу комбайны бер мең гектар ергә дүртәү булһа, хәҙер икәү. Бәрәңге йыйыу транспорты 30-ҙан 14-кә ҡалған.
Икенсе мәсьәлә – Рәсәйҙә иген һаҡлағыстарға ҡытлыҡ ҙур. Шуға ла ҙур уңыш ауыл эшсәндәренә шаҡтай проблемалар ҙа тыуҙырҙы. Күп төбәктәрҙә элеваторҙар ашлыҡ менән тулған. Ҡайһыларында игенде ырҙын табаҡтарында киптереп, йәнә башҡа урынға алып китергә мәжбүрҙәр, сөнки башҡа юл юҡ. Келәттәр аҙ ғына түгел, яҡынса 40 процентҡа етешмәй. Булғандарының да күпселеге совет осоронан ҡалған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙы иген үҫтергән урындарҙа түгел, ә эшкәрткән һәм ашаған урындарҙа, йәғни ҙурыраҡ ҡала яндарында төҙөгәндәр. Уңышты тулыһынса тултырыр өсөн йәнә 30 – 35 миллион тонна һыйҙырышлы һаҡлағыстар кәрәк.


Вернуться назад