Албан менән башҡорт араһында ниндәй айырма бар?27.11.2017
Албан менән башҡорт араһында ниндәй айырма бар?Сәфәр тибеҙ... Сәйәхәттәр... Мажаралар, ҡыҙыҡ тормош, тәьҫораттар. Ситтән ҡараһаң, матур һәм аңлайышлы кеүек. Уңайлы мөхитте ҡалдырып, юлға сыҡҡан мосафирҙарҙың йыраҡта нимә эҙләп йөрөүен ҡайһы бер кеше төшөнөп тә етмәйҙер. Ә яуабы ябай: үҙе килгән яңы урынды ситтән күҙәтеү. Сәфәр ҡылған кешенең тормошҡа ҡарашы үҙгәрештәр кисерә. Һәм гелән яҡшы яҡҡа тип әйтһәм, яңылышмаҫмын. Хатта ғалимдар ҙа был хаҡта ғилми тикшеренеүҙәр үткәреп, дәлилдәре менән күптән бүлешкән. Ысынында, сит-ят ер танығанда күп серҙәр асыла һәм, тәжрибә аша аң даирәһен киңәйтеп, зиһендәрен арттырып ҡайта үҙ йортона һәр сәйәхәтсе. Алты һанына ике яҡтан ҡараған кешеләрҙең икенсеһе туғыҙ һанын күрә һәм был осраҡта уларҙың икеһе лә хаҡлы. Тормошта ла шул уҡ хәл – һәр күренеште бер нисә яҡтан баһаларға була.

Һуңғы сәфәремдә мин Балҡан ярым­утрауындағы биш илдең юлдарынан үттем. Һәр береһе хәтеремдә онотолмаҫ­лыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы, үҙенең бай тарихы һәм мәҙәниәте менән хайран итте, тик береһе күңелемә айырыуса хуш килде. Ул ил – Албания, йәки, албандар үҙҙәре әйтмешләй, Республика Шкиприя. Әгәр мин күргән Босния һәм Герцеговина, Сербия, Черногория, Македония, Югославия составындағы республикалар булараҡ, уртаҡ һыҙаттары менән бер-береһенә яҡын булһа, Албания теле, тарихы, халҡы, тәбиғәте һәм башҡа күренештәре менән ныҡ айырылып тора. Ике диңгеҙ яры буйында ятҡан ерҙәрендә борондан йәшәп, үҙҙәренә генә хас телдә һөйләшә бындағы халыҡ. Уларҙың теле боронғо иллирия теленең вариҫы, һәм бөгөн уға яҡын туғандаш тел юҡ. Тарих юлы ла бик бай: Боронғо грек донъяһы, унан һуң Рим империяһы, Осман дәүләте был ерҙәргә хужа була; ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Италия һәм нацист Германияһы йоғонтоһо аҫ­тында ҡала, һуңынан коммунизм дикта­тураһын, үткән быуаттың ҡатмарлы туҡһанынсыларын кисерә.
Бөгөн иһә ул – бар донъяға ишектәрен асҡан үҙаллы, бойондороҡһоҙ, амбициялы ил. Европала Албанияның яманаты сыҡҡан, унда сәфәр ҡылыу ғүмергә хәүеф-хәтәр янауы менән бар донъяны ҡурҡыуға һалғайны. Эшһеҙлек, енәйәтселек һәм яҡты киләсәккә өмөттәр тойолмауы Албания халҡының күпләп илдән китеүенә килтергән. Әммә бөлгөнлөккә ҡалған милләт, ниндәйҙер рухи көс табып, күтә­релә башлаған. Быға, бәлки, ситтән килгән аҡса ла булышлыҡ иткәндер, сөнки мил­лионға яҡын кеше башҡа илдәрҙә эшләй.
Бер нисә йыл элек Албанияла туризм үҫешә башлай һәм, урындағы халыҡ үҙ ере­нә үҙе хужа була белеп, килгән ҡунаҡ­тарға хеҙмәт күрһәтә. Күптәр һәм бигерәк тә йәштәр үҙ дәүләттәренә кире ҡайта, ә ошо илдә йәшәгәндәр миграция тураһында һирәгерәк уйлай башлай. Һәр албан кешеһенең аңында – дәүләтте үҫтереү өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләү, халыҡ өсөн файҙалы ул йә ҡыҙ булып илде күтәреү, сит ерҙәрҙә таралған кире мө­нәсәбәткә ҡаршы көрәшеү. Был кеше­ләр­гә ҡарашта ла күренә. Мин йышыраҡ автостоп ысулы менән йөрөнөм, бындай шарттарҙа күп кеше менән аралашырға тура килә. Әйтергә кәрәк, халыҡты таныу өсөн бик уңайлы ысул. Водителдәрҙең күбеһе ҙур ҡыуаныс менән ил ҡунағын кәрәкле урынға илтеп ҡуя, хатта үҙенә ар­тығыраҡ юл үтергә тура килһә лә. Ә ҡайһы берҙәре, иғтибар билдәһе булараҡ, ҡәһүә йә бәлеш менән һыйлап та ебәрә. Барыһын да ике һорау борсой. Беренсеһе — “Албания һеҙгә оҡшаймы?”, икенсеһе — “Албан халҡы нисек?” Ихласлығы менән дә улар ныҡ танылды, бер нисә йортта ҡунаҡ булдым, аш-һыу өлөшөн бүлеп, хатта ҡуныр урын да тәҡдим итеп ҡаршы алғандары бар.
Илдәренә, тәбиғәткә ҡарата һөйөү ҙә һиҙелә, йырҙарын тыңлағанда, таныш ер-һыу атамаларын йыш ишетәм. Көн һайын үҙемә ниндәйҙер асыш яһап, рәхәтләнеп ил гиҙеп йөрөнөм. Майҙаны Башҡортостандан биш тапҡырға бәләкәй булған дәүләтте арҡырыға-буйға атлап үттем тиерлек. Алдан уйлағанымса, дүрт-биш көндә өлгөрмәнем, бер аҙна буйына Албания менән таныштым.
Шуныһы ғәжәп, икенсе дәүләткә килеп еткәс тә Албанияны һағына башланым. Шунан, башҡа Балҡан илдәрен әйләнеп сыҡҡас, күңелемә яҡын матур илгә кире әйләнеп ҡайтырға ниәтләнем. Шулай итеп, Македония, Сербия, Босния һәм Герцеговина менән яҡынданыраҡ танышып, уларҙың да бөгөнгөһөнә сумып, үҙемә етерлек мәғлүмәт тупланым.
Албан менән башҡорт араһында ниндәй айырма бар?Аҙаҡ ҡабаттан Албанияға әйләнеп индем. Был юлы ла ил һынатманы, ә үҙенеке кеүек ҡабул итте. Яҡшы юлдаштарҙан, тәмле ризыҡтан өҙөлмәнем һәм матур тәбиғәттән кинәнес алдым. Ҡыҙыҡлы осрашыуҙар күп булды, бер радио өсөн интервью биреү мөмкинлеге лә төштө. Шул әңгәмәне яҙҙырған журналист минең сәфәр юлым һәм ҡайҙан икәнлегем тура­һында һораны. Башҡортостан тураһында ҡыҫҡа мәғлүмәт еткерҙем. Һуңғы һорау иҫемдә ҡалды: “Албан менән башҡорт халҡы араһында ниндәй айырма бар?” Мин уйға ҡалдым, сөнки ҡапылдан айырманы аныҡ ҡына әйтә алманым. Уртаҡ­лыҡтарҙы әйтһәм, һорауға яуап тулыраҡ булыр тип, башҡорттарҙы рухлы, илһөйәр һәм ҡунаҡсыл халыҡ тинем – был һы­ҙаттар, әлбиттә, уртаҡ. Ишек шаҡып ҡына ҡунаҡ булыу мөмкинлеген мин күп ерҙә, ғөмүмән, күрмәнем. Һәм еренә, туған те­ленә, иленә һөйөү тойғоһо халҡының бар булмышында сағылған милләттәр ҙә күп осраманы. Албанияла мин үҙемде тыуған йортомдағылай хис иттем, сөнки халыҡ рухын, күҙгә күренмәгән көстө һиҙҙем.
Һуңғы бер нисә көндө тау һәм диңгеҙ тоташҡан ерҙә үткәреп, оло ҡәнәғәтлек тойғолары менән илемә йыйындым. Ике самолет, һәм бер нисә автомобиль алмаштырып, тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайттым.
Тик интервьюлағы һорау һаман уйымда һәм был һорауға үҙем өсөн яуап табырға кәрәк ине... Беҙҙең халыҡтар араһында ниндәйҙер айырма булырға тейеш.
Яуап таптым. Айырма – рух көсөн ҡул­ланыуҙа. Милли рухты албандар киләсәк өсөн ҡуллана, компромисҡа бармай һәм үҙҙәренең хоҡуҡтары, ере һәм мәҙәниәте өсөн ҡулдарынан килгәнде эшләй. Беҙ йыш ҡына тарихыбыҙҙан көнләшәбеҙ, уны һаҡлау өсөн ниңәлер үткәнде генә һөйләп, бөтә донъяға ниҙер иҫбатларға тырышҡан кеүекбеҙ. Әгәр ҙә беҙҙең ха­лыҡҡа хас булған үҙенсәлектәрҙе ҡул­ла­нып, милли рух көсөн үткәнде генә яҡлауға түгел, ә киләсәкте ҡороуға ла йүнәлтһәк, Башҡортостан йондоҙо донъя илдәре күгендә балҡып янырҙай ҡеүәтле көскә эйә булыр ине.
Айырмаға килгәндә, бер нисә күҙә­те­үемде билдәләр инем. Беренсенән, әлбиттә, туған тел. Албандар үҙ телдәрен рәхәтләнеп ҡуллана, быға бер ҡаршылыҡ та юҡ, тик уларҙың милләте Албанияла ғына йәшәмәй шул. ХХ быуаттың беренсе яртыһындағы һуғыштарҙан һуң илдең күп кенә өлөшө бүлгеләнеп бөтә, ниндәйҙер майҙан — Грецияла, күпмелер өлөшө Черногорияла ҡала. Македонияның ҙур ғына биләмәһе лә шулай уҡ албан халҡы электән йәшәп килгән ер булып тора икән. Косово иһә – бөтөнләй ҙур берәмек, Сербияға ҡушылып ҡалдырыла. Һәм ошо тарафтарҙа боронғо телде һаҡлап алып ҡалған, үҙҙәренең кем икәнлеген быуат эсендә онотмаған халыҡ йәшәй.
Эйе, был бит тарих, тип әйтергә лә була, тик улар тарҡау йәшәгән халыҡҡа бер ҙә оҡшамаған, ҡайҙа йәшәһәләр ҙә, үҙҙәрен берҙәм, бер милләт тип иҫәп­ләйҙәр.
Икенсенән, бер-береһенә ҡарата мөнәсәбәт. Кешеләргә ҡарата ихтирамлы ҡарашты күп тапҡыр күҙәтергә насип булды. Әлбиттә, телдәрен белмәгәс, халыҡ­тың эске мөнәсәбәтен төплө итеп өйрәнеп булмай, әммә мин күҙҙәремә һәм тойомлауыма ышанам, улар алдамай. Албандар ҙур дүрт этник төркөмдән тора, шулай ҙа улар милләттәштәрен тегеләргә йә бы­лар­ға бүлмәй. Телдәре лә диалекттар менән айырыла, тик улар бынан нин­дәйҙер яһалма айырымланыу, ситләнеү ҡормай. Был — үҙ халҡыңды һәм мил­ләтеңде хөрмәт итеү һәм нисек бар шулай ҡабул итеү йәһәтенән ҙур күрһәткес, киләсәккә ышаныслы аҙым яһау форсаты.
Өсөнсө, бик мөһим һығымта – милләт һаны. Ҡасандыр халыҡ донъяла ныҡлы баҫып торор өсөн күберәк булырға тейеш икәнлеген аңлап ҡалған. Үҙәк һәм Көн­сығыш Европа илдәре араһында халыҡ һанының тәбиғи үҫеше буйынса Албания беренсе урында тора – 6,4 процент. Сағышытырыу өсөн: беҙҙең республикала был күрһәткес — 1,7 процент, Рәсәйҙә – 0,01 процент. Албандар ғаиләһендә кәмендә өс бала, ә ҡайһы бер ғаиләләр етегә, хатта унға еткерә, сөнки милләт һаны бөгөн иң көслө ҡорал икәнлеген аңлаған халыҡтарҙың береһе ул албандар. Ул арта барғанға күрә, бының менән килешергә һәм яраҡлашырға тура килә, һәм йыш ҡына уларҙың талаптарын донъя ҡабул итә. Косово быға иң яҡшы дәлил булып тора.
Әгәр беҙҙең халыҡтың һаны шул уҡ тиҙлектә артһа, тәбиғи үҫеш йыл һайын Сибай йә Нефтекама ҡалалары халҡына тиң булыр ине, ә егерме йыл эсендә мил­ләт һанын кәмендә миллионға арттырырға булыр ине. Әлбиттә, беҙ бөгөн дә аҙ тү­гел­беҙ, Рәсәйҙә өсөнсө урында торабыҙ, ә һаныбыҙ артыу менән бергә сифатыбыҙ ҙа яҡшырасаҡ. Һәм, беләһегеҙме, 6,4 процент әллә ни ҙур күрһәткес түгел, ләкин етерлек. Мәҫәлән, Урта Азия илдәрендә был һан уртаса — 13,8 процент. Тимәк, ынтылырлыҡ кимәл бар әле.
Сәйәхәттәр ваҡытында театрҙарға йөрөргә тырышам, Албанияла ла мәҙәниәт усаҡтарында булдым, тамашасыларҙың күплеге аптыратты, йыр-моң концертына килгән кешеләр араһында кескәйҙәр ҙә, ололар ҙа бар ине, һәммәһе лә сәхнәләге артистарҙы бик ихлас ҡабул итте. Беҙҙең тамашасыны әүҙем түгел тип әйтеп булмай, ә бына һаны аҙ тиергә мөмкин, шуға күрә лә театрҙарҙа һәм мәҙәниәт йорттарында йыш ҡына буш урындар ҡала. Әгәр ҙә милләтебеҙ һаны ике тапҡырға артһа, беҙ хатта яңы сәхнәләргә лә мохтаж буласаҡбыҙ. Тамашасыға мохтаж булыу­ҙан мәҙәниәтебеҙҙе Алла һаҡлаһын...
Шулай уҡ халыҡ хужалығына ла иғ­тибар итәм. Ер ни тиклем ярлы һәм тар, кешеләр шул тиклем тырышып-тырмашып донъя көтә. Тау-таш араһындағы баҡса­лар, көтөү-көтөү мал-тыуар, эшкә йәбешеп ятҡан халыҡ. Бындай шарттарҙа, әлбиттә, ерҙең ҡәҙерен белә башлайҙыр инде әҙәм балаһы: утыҙ йыл элек емерелгән ауыл хужалығы системаһын өмөтһөҙ иҫкә алыуҙан бер файҙа булмағанын аңлаған халыҡтың ғына үҙ ерендә һөҙөмтәле эш итеүе мөмкиндер.
Һығымталарға килгәндә, көтөр әмәл юҡ тип әйтер инем. Албанияның хәле ысынында ла бик ауыр булған, һәм түбәнгә төшөүҙең төбөнә барып еткәндән һуң ғына халыҡ уяна, рухи көстәре ярҙамында милләтен күтәрә башлаған.
Бөгөн яҡты киләсәккә ышаныслы аҙымдар менән баҫыр өсөн бары тик яуаплылыҡты арттырыу кәрәк, тәү сиратта үҙебеҙ, яҡындарыбыҙ, милләттәштәребеҙ өсөн, унан туған телебеҙ, тарихыбыҙ өсөн, тәбиғәтебеҙ, Ватаныбыҙ, илебеҙ өсөн.
Ниңә һәм тағы нимә көтөргә тейешбеҙ, ябай ғына ысулдар менән илебеҙҙе яңы иҡтисади кимәлгә күтәреүҙе бөгөндән башлаһаҡ, тиҙ генә күҙалланған һөҙөмтәгә килтермәһә лә, бер зыяны булмаясаҡ. Бәлки, был тырышлыҡ халҡыбыҙҙың яңы милли идеяһын булдырырға ла ярҙам итер.


Вернуться назад