ҡот­лайбыҙ!24.11.2017
ҡот­лайбыҙ!Өфө ҡалаһында йә­шә­гән “Башторгсервис” сауҙа-етеш­тереү фир­маһы директоры Рөс­тәм Мөхәмәт улы Сә­хәбетдиновты тыуған көнө менән ихлас кү­ңелдән ҡот­лайбыҙ!
Һеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, бәрәкәтле мул тормош, эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ. Тормош иптәшегеҙ Светлана менән һөйөклө улдарығыҙ Арсен һәм Эрнесты оло тормош юлына баҫтырып, уларға ышаныслы терәк, ғәзиз атай булып, оҙаҡ йылдар гөрләшеп йә­шәргә яҙһын!

Күпме булһа ерҙә изге теләк –
Беҙ теләйбеҙ һеҙгә барын да.
Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын
Тыуған көндөң һәр бер таңында.

Иң изге теләктәр менән
Өфө бүлексәһе коллективы.


Вернуться назад