Хәбәрҙәр һандығы ул24.11.2017
Хәбәрҙәр һандығы улБөгөнгө “Башҡортостан” гәзитенең иң өлкән ағаһының – “Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире”нең беренсе һаны 1917 йылдың 14 июнен­дә Ырымбурҙа донъя күрә. Уны ойоштороусы ла, тәүге мөхәррире лә, хәбәр һәм мәҡәләләрҙе баҫырға әҙерләүсе лә, финанс мәсьәләләрен хәл итеүсе лә – ул саҡта 37 йәшлек ир-ат Сәғит Мерәҫов. Сәғиттең иң яратҡан һүҙе, әйтем дәрәжәһенә күтәрелгән талабы: “Гәзит хәбәрҙән башлана һәм хәбәр менән ябыла”, – була.
Бына ошо төп принцип 100 йыл дауамында һаҡлана килде.


Баҫма үтемле, республиканың бөтөн төбәктәрен дә ялмап алһын, уны уҡымаған кеше ҡалмаһын, тиражы ҙур булһын тиһәң, тап ошо талапты үтәргә кәрәк. Уҙған быуаттың ҡайһы бер осоронда һәр һанда һәр райондан ниндәй ҙә булһа хәбәр баҫылырға тейеш тигән бурыс ҡуйыла редакция алдында. 54 район һәм 11 ҡа­ланан берәр генә хәбәр баҫылһа ла, ана ни тиклем мәғлүмәт була бит! Ошо талап көн дә үтәлгән тип раҫлай алмайым, әммә райондарҙа йөрөгәндә: “Беҙҙең хәл-әхүәлде “Башҡорт­остан” район гәзитенә ҡарағанда яҡшыраҡ белә”, – тигәндәрен ишетергә мөмкин ине.
Сәғит Мерәҫовтың хәбәр киңлеге ха­ҡында әйткәндәренең мәғәнәһен аңлауы ҡыйын түгел. Гәзит бит хәбәрсе генә түгел, ә үҙ уҡыусыларына уны барлыҡҡа кил­те­реүселәрҙең һүҙен, идеологияһын етке­реүсе һәм кешеләрҙе ойоштороусы ла. Башҡорттарҙың ерле автономияһын барлыҡҡа килтереүҙе ойоштороусыларҙың береһе итеп күрә гәзитте Сәғит Мерәҫов, Аллабирҙе Йәғәфәров һәм Әхмәтзәки Вәлиди. Тап ошо өсәү 1 – 11 майҙа Мәс­кәүҙә үткән Рәсәй мосолмандары съезы барған саҡта төҙөлгән Башҡорт өлкә шураһы тарафынан Башҡорт халҡы ҡоролтайын йыйыу өсөн һайланып ҡуйыла. Улар ойоштороу эшенең мөһим өлөшө тип гәзит сығара башлауҙы һанай. Ана шунан бирле килә лә инде уның тарихы.
Совет власы осоронда, унан һуң да байтаҡ ваҡыт “Башҡортостан” гәзитенең тәүге һаны 1918 йылдың 1 мартында сыҡҡан тип һанала килде. Дөрөҫ түгел был. 1 мартта “Башҡортостан” тип исем­ләнгән большевиктарҙың Ырымбурҙағы ваҡытлы-революцион комитеты ҡулы аҫтындағы гәзит донъя күрә. Башҡорт­остандың партия етәкселеге үҙҙәрен Башҡорт автономиясылары менән бәй­ләмәҫ өсөн бер йылға яҡын элек сыҡҡан баҫманан баш тарта. Бының тап шулай икәнлегенә гәзиттең ветераны, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Дәүләткирәй Мәһәҙиев беҙҙең редакцияға “Башҡорт иттифаҡи бюро­һының мөхбире” гәзитенең 1-се һанын архивтан эҙләп табып алып килгәс ышан­дыҡ. Аҙаҡтаныраҡ “Башҡортостан” ана шунан башлана тип рәсми танылып, Башҡортостанда Матбуғат көнө тип тап ошо иҫтәлекле көн алынды.
Һәр дәүерҙең үҙ уҙамандары, гәзит эшен тормошҡа ашыра килгән төп “эш аттары” – журналистары була. Миңә “Башҡортостан” гәзите редакцияһында 1972 йылдан башлап 1999 йылға ҡәҙәр ваҡыты-ваҡыты менән төрлө вазифала эшләргә насип итте. Шул дәүер эсендә гә­зит эшен ныҡ белгән, унһыҙ тора ал­ма­ған, башҡорт журналистикаһын үҫтереүгә һиҙелерлек өлөш индергән байтаҡ кеше менән хеҙмәт юлын бергә үттек. Абдулла Исмәғилев, Мансур Әйүпов, Тәлғәт Сәғи­тов, Рәлиф Кинйәбаев, Зыял Шәйхетдинов, Аҡмал Саптаров, Мөхтәр Тимербулатов, Фәтих Абдуллин, Фәтҡулла Комиссаров, Абдрахман Йосопов, Ислам Мырҙабаев, Тәнзилә Ишкина, Даларис Ғабдуллин, Факил Мырҙаҡаев, Әлфиә Аҡбутина, Анатолий Виноградов, Фәрит Әхмәров, Миҙхәт Шәрипов, Сәлимйән Бәҙретдинов һәм башҡалар республика тормошо көндә­легенән дәүерҙәр йылъяҙмаһын туҡыны.
Гәзиттең төп эше – мәғлүмәт табыу һәм уны, кәрәкле сәйәсәт, иҡтисад төргә­генә һалып, уҡыусыға еткереү. Шуға күрә ул бер генә жанр менән сикләнә алмай, ошо маҡсатта редакция төрлө рубрикалар уйлап сығара һәм уларҙы оҙаҡ ваҡыт баҫма биттәрендә һаҡларға тырыша. Был да гәзит уҡыусының мәнфәғәтенән сығып булдырыла. Бер нисә һандан һуң юҡҡа сыҡҡан һәм йылдар дауамында көнүҙәк­ле­ген юғалтмаған рубрикалар була. Әй­тәйек, Тәлғәт Сәғитов заманында бар­лыҡҡа килгән “Көн һайын ошо урында” руб­рикаһы утыҙ йылға яҡын иң үткер мәҡәләләрҙе үҙенә йыйҙы. Беҙ гәзит уҡыу­сыға уңайлы булһын өсөн “Башҡорт­остан”-Йома” сығарылышын эшләй башлағайныҡ, ул да егерме йыл тирәһе донъя күрә килә.
“Башҡортостан” гәзите беренсе һаны­нан уҡ үҙ уҡыусылары менән бик тығыҙ бәйләнештә тора, ошо хаҡта редакцияға килгән хаттар һөйләй. Элек-электән республикала бер кимәлдәге башҡорт, урыҫ, татар телдәрендә өс үҙаллы гәзит сыға. Редакцияға килгән хаттар һаны яғынан “Башҡортостан” һәр ваҡыт беренсе урында булды. Ошо инде ышаныс күрһәткесе.
Кешеләребеҙ үҙ туған телендә мәғлүмәт алып зауығын ҡәнәғәтләндерһен, яңы эштәргә ҡалҡһын өсөн, 100 йыл элек Сәғит Мерәҫов, Шәйехзада Бабич, Ғабдулхай Иркәбаев, Ибраһим Ҡыпсаҡ һәм бүтән ал­дынғыларыбыҙ башлаған “Башҡорт­остан” гәзите бөгөн Рәсәйҙә иң яҡшы киң күләм сараларының береһе һанала. Алдағы быуатта ла ул халҡыбыҙға иң кәрәкле хәбәрҙәр һандығы булһын.

Ғәлим ХИСАМОВ,
1998 – 1999 йылдарҙа “Башҡортостан” гәзитенең
баш мөхәррире.



Вернуться назад