Әсәләргә хөрмәт йөҙөнән24.11.2017
Әсәләргә хөрмәт йөҙөнән Әсә көнө – Ер йөҙөндәге иң изге кешеләребеҙгә арналған халыҡ-ара байрам ул. Был көндө әсәләрҙе, йөклө ҡатындарҙы ҡотлайҙар. Төрлө илдәрҙә ул төрлө датаға тура килә. Украинала, Эстонияла, АҠШ-та, Мальтала, Кипрҙа, Данияла, Финляндияла, Германияла, Италияла, Төркиәлә, Австралияла, Японияла, Белгияла, Бразилияла Әсә көнө май айының икенсе йәкшәмбеһендә билдәләнә.

Рәсәйҙә иһә Әсә көнө 1998 йылда барлыҡҡа килә. Ул саҡтағы ил Президенты Б.Н. Ельциндың 1998 йылдың 30 ғинуарындағы “Әсә көнө тура­һын­да”ғы 120-се Указына ярашлы, байрамды ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә билдәләргә ҡарар ителә. Дәүләт Думаһының Ҡатын-ҡыҙҙар, ғаилә һәм йәштәр эштәре комитеты, атап әйткәндә, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Алевтина Апарина тарафынан тәҡдим ителә был башланғыс. Байрамдың маҡсаты – ҡатын-ҡыҙға ихтирамлы мөнәсәбәтте һаҡ­лап ҡалыу, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, тормошо­боҙҙағы иң изге кеше – Әсәнең әһәмиәтен айырып күрһәтеү.
Тәүге тапҡыр Әсә көнө байрамы (тап ошо исем аҫтында) 1988 йылдың 30 октябрендә Баҡы ҡала­һындағы 228-се мәктәптә ойошторола. Уның авторы – рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльмира Джа­вадовна Гусейнова. Әсә көнөндә уҡыусы­ларға байрамды йыл һайын үткәреү тәҡдиме сағыл­ған мөрәжәғәт ҡабул ителә. Уның тексы бик күп гәзит­тәрҙә баҫыла, 1988 йылдың ноябрендә “Советская Россия” гәзите, 1989 йылда “Школа и производство” журналы байрам тураһында яҙып сығара.
Эльмира Гусейнова ебәргән байрам сценарийы “Воспитание школьников” журналында донъя күрә. 1988 йылдан башлап уҡытыусы Әсә көнөн йыл һа­йын Баҡыла, артабан Ставрополдә үткәрә. Яҡшы йоланы илдең бик күп мәктәптәре үҙләштерә, әкренләп сара бөтә халыҡ байрамына әүерелә.


Вернуться назад