Һорайым...24.11.2017
Юҡҡа ғына тыумай ергә әҙәм –
Яҡты эҙе ҡалһын юлынан.
Яҡшылығы, изгелеге еңеп,
Үҙе күрер ҡыҙы, улынан.
Иман бирсе күңелебеҙгә, тип
Көн дә Хоҙайымдан һорайым.
Ҡабул булып изге теләктәрем,
Һағыштарҙы кире борайым.
Күҙҙәремә ҡайтар осҡондарын,
Һүҙҙәремә ҡайтар изгелек.
Йәштәренә һәм олоһона ла
Тәүфиҡ бирсе, Хоҙай, иң элек.
Баш осонан тарат болоттарҙы,
Зар итмәсе, Хоҙай, яҡтыға.
Йәшәйексе изге еребеҙҙә
Барыһын да юрап яҡшыға.

Н. ИЛҺАМОВА.

Әбйәлил районы.


Вернуться назад