“Ҡатын-ҡыҙ хаҡын үтәгеҙ!”24.11.2017
Башҡортостан мосол­манда­ры­ның Диниә назараты рәйесе мөф­төй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘ­ТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Мөбәрәк Әсә көнө алдынан донъя­лағы иң изге кешеләребеҙ, йәшә­йеш­тә ололарҙан-оло бурыс атҡарған ҡәҙер­леләребеҙҙең ба­һа­һын, абруйын йәнә бер ҡат тәҡ­рар­лап, бөйөк­ләп үтәйек, хөр­мәтле ҡәр­ҙәштәр. Әл­биттә ки, был ғәмәл­дең байрам уңа­йынан ғына түгел, көн һайын башҡа­рылырға, ғәзиздә­ре­беҙ­гә йылы һүҙ­ҙәр­ҙе йыш еткереп то­рор­ға тейеш­легебеҙҙе лә онотма­йыҡ. Әсәйҙәре­беҙ алдында беҙ мәңге бурыс­лы.
Иң башта бер ғалимдың тормошона бәйле киң таралған хи­кә­йәтте иҫкә төшөрәйек. Малай мәктәптән ҡайта ла әсәһенә хат тоттора. Ғәзиз кешеһе яҙманы асып ҡарағас, ниңәлер күҙ­ҙәре йәшләнә. Унан улына ҡысҡырып уҡып бирә: “Һеҙҙең малайығыҙ – даһи. Мәктәбебеҙ бәләкәй булғанлыҡтан, ундай аҡыллы балаға белем бирерлек уҡытыусы юҡ. Шуға улығыҙҙы өйҙә генә уҡытһағыҙ ине...”. Әсә балаһы менән үҙе шөғөлләнә башлай. Һөҙөмтәлә бер нисә йылдан улы өйҙөң баҙында үҙ ла­бораторияһын асып ебәрә. Артабан үҫешә барып, ҙур ға­лим­ға әүерелә. Бер мәл ҡәҙерле әсәһе баҡыйлыҡҡа күсә. Улы йорттағы элекке әйберҙәрҙе ҡарап, бала сағын иҫкә тө­шөрөп ултырғанда һарғайған ҡағыҙ бите килеп сыға. Ә унда – шундай һүҙҙәр: “Һеҙҙең улығыҙ аҡыл яғынан үҫешмәгән. Уны башҡа балалар менән бергә уҡыта алмайбыҙ. Мәктәпкә башҡаса килмәһен...”
Әсә кешенең ни ҡәҙәр оло йөрәкле булыуы, бөйөклөгө ха­ҡын­дағы иҫәпһеҙ-һанһыҙ хикәйәттәрҙең береһе генә был. Ба­ла­һы өсөн барыһын да эшләр, уны һәр яҡлап камил итеп үҫ­те­реү­гә бөтөн көсөн һалыр, ә урынына һис ни талап итмәҫ изге йән эйәләренә Аллаһ Тәғәлә ни ҡәҙәр көс, аҡыл, фиҙакәрлек биргән! Исламда әсә, ҡатын-ҡыҙ иң юғары урында. Пәйғәм­бә­ребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә үҙенең мөбәрәк хәҙистәрендә бөйөк затты данлауға, уның баһаһын аңлатыуға, күтәреүгә ҙур иғтибар бүлгән. “Йәннәт әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында” тигән һүҙҙәр генә лә ғәйәт ҙур мәғәнәгә эйә.
Йәнә бер билдәле хәҙисте хәтергә алып үтеү артыҡ булмаҫ. Бер кеше оло йәшкә еткән әсәһен хаж ғибәҙәтен үтәһен өсөн күтәреп алып килә. Арыған, йонсоған, ти, был Хоҙай бән­дәһе. Юлында ул Пәйғәмбәребеҙгә тап була. “Йә Рәсүлуллаһ, – тип мөрәжәғәт итә Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмгә. – Әсәйемдең бөтөн әйткәндәрен үтәп торам. Үҙен хатта ки хаж ҡылырға алып килдем, күтәреп йөрөтәм. Әсәйемдең хаҡын үтәй алдыммы?”. Пәйғәмбәребеҙҙең яуабы иһә – һәр беребеҙ өсөн ҙур һабаҡ. “Әсәйҙәрҙең беҙҙе донъяға килтергән ваҡытта тотҡан бер тулғағының да хаҡын үтәү мөмкин түгел”, – тигән ул.
Мәғлүм ки, “Ҡөрьән Кәрим”дә гүзәл заттың хоҡуҡтары, бурыстары билдәләнгән айырым сүрә – “Ән-Ниса” – бар. Унда ғаилә ҡороу, тормош көтөү, мираҫ, башҡалар менән мөнәсәбәт ҡороу һәм башҡа мәсьәләләр аныҡ зекер ителгән. Был – Исламда әсәнең, ҡатын-ҡыҙҙың дәрәжәһе юғарылығына ныҡлы дәлил. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең һуңғы тапҡыр хаж ҡылғанда һөйләгән хушлашыу вәғәзендә “Ҡатын-ҡыҙҙың хаҡын үтәгеҙ!” тип бер нисә тапҡыр ҡабатлауы ла – оло аманат беҙгә, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Беҙ йәшәйеште дауам иткән, халыҡ һанын арттырған, милләткә, дингә, нәҫеленә көс-ҡеүәт өҫтәгән, ғаилә усағын һүндермәй һаҡлаған, телһөйәр, илһөйәр, әҙәпле, әхлаҡлы балалар үҫтергән, уларҙың киләсәген ҡайғыртҡан, күркәм тәрбиә ҡанундарын дауам иттергән, иренә терәк-таяныс булған һәм башҡа бихисап бурыстарҙы иңенә йөкмәгән әсәйҙәребеҙҙе, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы ҡәҙер-хөрмәткә күмеп йәшәтергә бурыслыбыҙ. Нескә яурындарға көслө зат күтәрергә тейешле ауыр йөктө һалмаһаҡ ине, мөхтәрәм ир-ат.
Әсәйҙәрҙең, ҡатын-ҡыҙҙың тән һәм рухи сәләмәтлеген ҡай­ғыр­тайыҡ. Кире осраҡта улар аҡыллы, зиһенле, иманлы, ил­һө­йәр, һөнәрле, әхлаҡлы балалар үҫтерә алмаҫ. Һөҙөмтәлә үҫе­шебеҙгә хәүеф янар. Эйе, милләтебеҙҙең, телебеҙҙең, мә­ҙә­ниәтебеҙҙең һәм башҡа рухи ҡиммәттәребеҙҙең киләсәге – тап әсәләр ҡулында. Ғәзиз заттарыбыҙ үҙенә тәғәйенләнмәгән йөктө күтәрмәйенсә, тейешле бурыстарын ғына атҡарып, ихтирам-хөрмәт тойоп, яратылып, етешлектә йәшәһә, күңеле бөтөн булыр, һөҙөмтәлә йәмғиәттә насар күренештәргә юл ҡуйылмаҫ, “кешеләр араһында мөнәсәбәт ҡырҡыулана”, “тәбиғәт зарарлана”, “ауыл бөтә” кеүек бихисап хәүефле уйҙарҙан ситтә торор инек.
Ҡәҙерлеләребеҙҙе һаҡлайыҡ, яҡлайыҡ, иғтибарҙан айыр­майыҡ, уларға йылы һүҙҙәребеҙҙе йәлләмәй еткереп торайыҡ. Әсәйҙәр күңел балҡышы, тышҡы матурлығы менән тирә-йүнгә наҙ, нур таратып йәшәй икән, иншаллаһ, тормошобоҙ ҡотло, киләсәгебеҙ яҡты, ныҡлы булыр. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәх­мәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад