Ҡәҙерле кешебеҙ, Ғафури районының Красноусол ҡасабаһында ғүмер итеүсе инәйебеҙ, өләсәйебеҙ Мәҙинә Хажи ҡыҙы Юлъяҡшина-Ғибәҙуллина 22 ноябрҙә күркәм ғүмер байрамын – 85 йәшен билдәләй.
Инәй! Юбилейың менән ихлас тәбрик итәбеҙ. Һин һәр ваҡыт яҡшы күңелле, сабыр, кешелекле, оло йәнле, яғымлы булдың. Беҙ һине бик ихтирам итәбеҙ һәм яратабыҙ. Алдағы тормошоң ҡайғы-хәсрәтһеҙ үтһен, сәләмәт бул, матур ғүмер кисер, балаларыңдың, ейәндәреңдең игелеген күреп йәшә. Беҙҙе, балаларыңды, кеше араһында кәм-хур итмәйенсә, яратып-һөйөп үҫтерҙең. Ниндәй генә ҡыйынлыҡтар килһә лә, беҙгә һиҙҙермәнең, ғәҙел булырға өйрәттең. Бының өсөн, әсәй, ҙур рәхмәт һиңә!
Йөрәгеңә йыйған яҡшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар.
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә
Сәләмәтлек, бары шатлыҡтар!
Һине яратып, хөрмәт итеп, балаларың Урал, Айгөл, Илдус, Нәзирә, Лилиә, Зилә, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ Алһыу, Ирек, Айгөл, Ратмир, Илдар, Салауат, Данис, Алина, бүләң Валера.