Хәрәкәттә — бәрәкәт22.11.2017
 Хәрәкәттә — бәрәкәтБеҙҙең ҡалала хәҙер күп кенә ололар, пенсияға сыҡҡас, хәрәкәтләнеү юлын һайлай. Төрлө төркөмдәр эшләп килә. Шулар араһында иң күп халыҡты йәлеп иткәне — спортты пропагандалаусы “Тонус” клубы. Уны 2006 йылда һәләтле ойоштороу­сы, спорт мастеры, тынғыһыҙ Мәжит Сәхиулла улы Әминев асып ебәрҙе. 


Ул башҡа йәмәғәт эштәрен алып барырға ла өлгөрә, иң ҙуры – “Аҡбуҙат” йәмәғәт берекмәһе (башҡорт­тар мән­фәғәтен ҡайғыртыусы). Әйткән­дәй, Мәжит Сәхиулла улына төрлө йүнәлеш алған кешеләрҙе ҡатнаш­тырыу, бәйлә­нешкә индереү ҡулайлы ла, мәҫәлән, ҡала яҙыусылар ойошмаһы “Аҡбуҙат”ҡа йөрөй, улар араһынан спорт залына, театрға барғандар күп. Был төркөмдә барыһы ла әүҙем, берәүҙәр – хорға, икенселәр – мәсеткә уҡырға, өсөнсөләр бассейнға йә башҡа урынға йөрөй. Бында бер һүҙһеҙ ҙур теләктәр менән ойоштороу эштәрен алып барыу­сылар күп. Кемдер театрға йә музейға алып барырға исемлек яҙа, билеттарға заказ бирә йә байрамдар ойоштора, юбилейҙарға концерт әҙерләй, оло байрамдарға кафеға заказ биреү менән мәж килә.
Төркөмгә йөҙләп кеше яҙылған. Аҙ­наһына өс мәртәбә тәғәйенләнгән 1,5 сәғәт күнекмә өс өлөшкә бүлеп үткәрелә. Беренсеһен (физкультура) Мәжит Әми­нев үҙе алып бара, ҡалған өлөштәрҙе (ритмика, Көнсығыш бейеүҙәре, төрлө гимнастиканы) энтузиастар үткәрә. Күнекмәләр башланыр алдынан Мәжит Сәхиулла улы һәм староста Любовь Николаевна коллектив өсөн көнүҙәк яңылыҡтар менән таныштыра. Унан һуң күмәкләп клубтың гимнын (уны үҙебеҙҙән музыка уҡытыусыһы Ирина Протас яҙҙы) башҡарғас, Әминев шаян һүҙҙәр менән күңелдәрҙе күтәреп, һыбыҙғыһын һыҙғыртып, разминканы башлап ебәрә. Миңә ҡалһа, оло йәштәге был “спортсылар” күнекмәнән ҡайтҡанда йәшәреп киткәндәй күренә. Шулай булмай тағы, коллективта физик күнекмәләр менән бер рәттән, кешеләр менән аралашып, донъя мәшәҡәттәрен онотоп, рухи яҡтан да ҡәнәғәтлек алына бит. Килгәндә, ҡайтҡанда иптәштәре менән әңгәмәләшеп йәйәү йөрөү үҙе бер файҙалы процедура.
Аҙнаһына өс көн булған ошо физ­куль­тураның өлкән йәштәге кешеләр организмы өсөн файҙаһы ҙур. Унда йөрөгән­дәр грипп, тымау менән һирәк сирләй, быуындары ла һығылмалыраҡ була. Йәш менән бергә быуындар ҙа ҡартая.
Күбебеҙҙең тубығында артроз. Ауыр­тыуға ҡарамаҫтан йөрөйбөҙ, уларҙы ҡуҙғалтабыҙ, күнегеүҙәрҙе еренә еткереп эшләргә тырышабыҙ (тренерыбыҙ Әми­нев тә ҡарап ҡына тора).
Йәш пенсионерҙар, ҡартлығыбыҙ си­фатлыраҡ булһын тиһәгеҙ, хәҙерҙән хә­рәкәтләнеү сараһын табығыҙ. Юҡҡа ғы­на “хәрәкәттә – бәрәкәт” тимәгәндәр бит. 

Салауат ҡалаһы.


Вернуться назад