Ҡаҙҙар ҡайтты...18.04.2012
Быйылғы ҡыш яҙға урын бирмәй оҙаҡ ҡырталашты. Ниһайәт, һағындырған яҙ барыбер еңде. Ике-өс көндөң йылы тороуы үҙенекен итте: йоҡа ҡар “һә!” тигәнсе иреп юҡҡа сыҡты.
Шул саҡ бар тәбиғәткә йән инде. Сыйырсыҡтар “үҙ өйҙәренә” ҡайтып, иртәле-кисле һайрай башланы. Ә бына 8-9 апрелдә кискә ҡарай төньяҡтан, минең баш осомдан ғына, ҡаңғылдаша-ҡаңғылдаша ҡыр ҡаҙҙары бер-бер артлы ҡояш сыҡҡан яҡҡа табан осоп үтә башланы. Тәүге көн эреле-ваҡлы туғыҙ төркөмдө һанаһам, иртәгеһенә уларҙың иҫәбе тиҫтәнән ашты.
Белһәң ине, ҡайһы тарафтарҙа төбәкләнеп, оя ҡороп, бәпкәләрен сығарыр икән улар? Эт-ҡошҡа һәм яман ҡулдарға эләгеп ҡуймаһындар инде матурҡайҙар! Тыуған яғын һағынып, ҡанаттарын талдырып, меңәр саҡрым юл үткән бит ул беҙҙең яҡташ-ҡошҡайҙар! Төклө тәпәйҙәрегеҙ менән, ғәзизкәйҙәр!
Ҡыр ҡаҙҙары, баҡһаң, Америкала, Калифорнияла ҡышлап, ҡайтыуға табан 6 мең километр юл үтә икән. Уларҙың осоу тиҙлеге — сәғәтенә 65-70 километр. Оҙон юлда ҡоштар яландарға, һыу сығанаҡтарына төшөп хәл ала.
Ҡаҙҙарға бәйле түбәндәге хәлгә һоҡланырһың да, хайран да ҡалырһың: һәр ҡош тубының бер юл күрһәтеүсеһе була, һәм ул ғына асыҡ күҙ менән оса. Шуға ла улар, бер-береһен юғалтмаҫ өсөн, ҡаңғылдашып, арттағыларына тауыш биреп килә — сынйыр шул рәүешле хасил була. Ҡаҙҙарҙың йомоҡ күҙ менән осоу сәбәбе — юғарыла һауа атмосфераһы тығыҙ, ел көслө, шунлыҡтан уларҙың һуҡырайыуы ихтимал. Ә юлбашсы-ҡаҙ, ҡоштар тубын алып ҡайтып еткергәс, һуҡырайып, һунарсылар ҡулына эләгеп һәләк була. Шулай итеп, ул бөтә ырыу-нәҫеленең ғүмере һәм киләсәге өсөн үҙ-үҙен ҡорбан итә! Көҙөн бындай хәл тағы ла ҡабатлана. Тәбиғәт ҡанундарының камиллығы бына шунан ғибәрәт тә инде.
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА.


Вернуться назад