Башҡорт шәле байрамы республикабыҙҙа даими ойошторола. Мәҫәлән, тиҙҙән тағы ла сара көтөлә – Өфөлә, Ҡала мәҙәниәт һарайында 26 ноябрҙә нәҡ Әсәйҙәр көнөнә тура килтереп, сираттағы фестиваль-конкурстың үтеүе осраҡлы түгел. Эшләгәндә ҡулдарына күҙ эйәрмәгән әсәй-инәйҙәр, ҡояш менән бергә тороусы өлгөр апай-еңгәйҙәр көн-төн тимәй күҙ нурҙарын түгеп бәйләгән йомшаҡ та, йылы ла шәлдәрҙе донъяның бүтән бер ерендә лә осратырмын тимә!
Төрлө сығанаҡтарҙан күренеүенсә, шәлдәрҙе төрлө күргәҙмәләргә ҡуйыу, йәрминкәләргә сығарыу электән йолаға әүерелгән булған, күп осраҡта оҫталар унда ҙур еңеүҙәр яулаған. Парижда европаларҙың башҡорт шәлдәренә иҫтәре китеүе – шуға асыҡ миҫал. 1893 йылда Чикагола халыҡ-ара күргәҙмә асыла. Мәртәбәле сарала Ырымбур губернаһынан вәкилдәрҙе (шул уҡ башҡорт шәлдәре) ҡатнаштырыуҙы Петербургтың ҡатын-ҡыҙҙар комитеты үҙ өҫтөнә алған. Яҡташтарыбыҙ сит илдән ҡыуаныстары менән уртаҡлашыу өсөн ашҡынып ҡайтып төшкән. Мәскәү һәм Санкт-Петербург кеүек эре ҡалаларҙа уңыш ҡаҙаныуҙы әйтеү артыҡ.
Шәл, ҡымыҙ, бал – халҡыбыҙҙың ғорурлығы һәм ҡаҙанышы. Башҡорт шәлен берәүҙәр “Ырымбур шәле” тип бутаусан. Дебет шәлдәренең тыуған яғы Башҡортостандың көньяғы, дөрөҫөрәге, Ейәнсура районы тиһәк, ысынбарлыҡҡа тап килә һәм быға тамсы ла шикләнергә ярамай. Ысынлап та, төбәк күпереп торған мамыҡ шәлдәре менән дан тота.
Байрамға республикабыҙҙың иң оҫталары саҡырылған. Ул көндө бик бай программа ҡаралған. Шәл йәрминкәһенең, оҫталыҡ дәрестәренең, ижади конкурстың, “Башҡорт шәле – кейемдең төп өлөшө” тигән дефиленың үтеүе күҙ уңында тотола.
Башҡорт шәле оҫталарының беренсе конкурсы бынан 20 йыл элек Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙғайны. Аҙаҡтан эстафета Ейәнсура, Стәрлебаш райондарына, Күмертау ҡалаһына тапшырылды.
Маҡсат – традицион милли художество кәсептәре – башҡорт шәленә ҡыҙыҡһыныу уятыу, “башҡорт мамыҡ шәле” брендын булдырыу, оҫталарҙың профессиональ кимәлен күтәреү, тәжрибә уртаҡлашыу.
Кәримә КАЙДАЛОВА,
Республика халыҡ ижады үҙәгенең
“Урал” халыҡ сәнғәте галереяһы мөдире:
– Башҡорт шәле байрамын Республика халыҡ ижады үҙәге иң беренсе Өфөлә уҙғарғайны, аҙаҡтан райондарҙа үткәреүҙе ҡулай таптыҡ. Шул уҡ ваҡытта әле фестивалде баш ҡалала ойоштороуға баҫым яһалды. Ҡалаға кешеләр райондарҙан килеп төпләнгән, уларға осрашыу-аралашыу мөмкинлеге ҙур, өлкән йәштәге шәл оҫталары иһә үҫеп килеүсе быуын менән осрашасаҡ. Ҡыҫҡаһы, башҡорт шәленең үҙенең бренд исемендә нығына барыуына бик шатбыҙ.
Әйткәндәй, ошо арауыҡта шәл конкурсының уртаһында ҡайнаған Стәрлебаш районының “Стәрлебаш биҙәктәре”, Йылайыр районының “Ҡәнифә юлы” һәм Хәйбулла районының “Вәзәм” коллективтары “халыҡ” исемен алыуы бүтәндәргә өлгө.
Башҡорт дебет шәле — биҙәү-ғәмәли сәнғәтенең бер тармағы. Был кәсеп бигерәк тә Башҡортостан Республикаһының көньяҡ-көнсығыш яғында (Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Ейәнсура, Күгәрсен, Хәйбулла райондары) киң таралған. Был райондарҙың тәбиғи шарттары йоҡа (нескә, нәҙек) һәм шул уҡ ваҡытта ныҡ, иләү өсөн юғары сифатлы, һығылмалы сүсле дебет кәзәһе тоҡомо үрсеүгә булышлыҡ иткән. Башҡорттарҙың шәл бәйләү оҫталығы тураһында урыҫ ғалимдары ла яҙып ҡалдырған. Шәл бәйләү кәсебе башҡорттар араһында боронғо булыуын билдәле этнограф, “Башҡорттар” монографияһы авторы С. И. Руденконың Көньяҡ Уралда сәйәхәте ваҡытында ҡулдан бәйләнгән, һуғылған дебет шәлдәрҙе һәм ҙур дебет шарфтарҙы табыуы дәлилләй. Бер нисәһен ул Петербургтағы Рус этнографик музей фондына тапшыра. С.И. Руденко, XIX быуаттың икенсе яртыһында башҡорттар дебет шәлдәре бәйләп кәсеп иткән, тип яҙа.