Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Руфина Шаһапова, Вячеслав Аброщенко, шулай уҡ Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө биология институты директоры вазифаһын башҡарыусы Василий Мартыненко, Дәүләкән районы хакимиәте башлығы Илгиз Мөхәмәтйәнов Берҡаҙан һаҙлығының һәм Асылыкүлдең гидротехник ҡоролмаларын йүнәтеү сифатын ҡараны.Тикшереү барышы күрһәтеүенсә, был ҡоролмаларҙы ремонтлау юғары сифатлы башҡарылған – Берҡаҙандың һыулылығы һәм Асылыкүлдең кимәле элекке хәленә ҡайта. Эксперттар раҫлауынса, артабанғы биш йыл дауамында уларҙың элекке тәбиғи хәленә кире ҡайтыу процесы тулыһынса тамамланасаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Берҡаҙан – Урал алды һыҙатындағы иң ҙур һаҙлыҡ, майҙаны 600 гектарға яҡын һәм Дәүләкән районындағы Асылыкүлдән йыраҡ түгел урынлашҡан. Үткән быуатта аграр тармаҡта эшләгәндәр уны киптергән, ләкин һуңынан тупрағының ауыл хужалығы етештереүе өсөн яраҡһыҙ икәнлеге асыҡланған. Киптереү һөҙөмтәһендә Асылыкүлдең һыуы ла кәмей башлаған. Был территория “Рамсар биләмәләре” тип аталған һәм һирәк осраған халыҡ-ара һаҙлыҡтар исемлегенә инергә лә мөмкин. Ул саҡта хөкүмәт-ара килешеү нигеҙендә ул ҡануниәт тарафынан махсус һаҡлау аҫтына алынасаҡ һәм һыу ҡоштары төйәгенә әйләнәсәк. Рәсәйҙә ошондай һирәк осраған һәм халыҡ-ара кимәлдә һаҡлау аҫтына алынған 12 генә һаҙлыҡ бар. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы программаһына ярашлы, Берҡаҙанды ҡабат һыуландырыу буйынса саралар тормошҡа ашырыла, бының өсөн БМО 16 миллион һум аҡса тотонасаҡ.
Республика парламенты депутаттарының һәм зоология йәмғиәте вәкилдәренең сираттағы бурысы – һирәк осраған ҡоштарҙың, шул иҫәптән – ҡауҙыларҙың, был һаҙлыҡҡа кире ҡайтыуына өлгәшеү, биләмәләге хәлде даими контролдә тотоу. Ҡыҫҡаһы, тәбиғәтте боҙоу ғына еңел, ә уны ҡабат аяҡҡа баҫтырыу күп көс һәм ваҡыт талап итәсәк әле.
Руфина Шаһапова,
“Йәшелдәр” Рәсәй экологик партияһы рәйесе урынбаҫары, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары:– Ошондай ҙур эштә ҡатнаша алыу һәм уның һөҙөмтәһен күреү – үҙе бер бәхет бит ул. Ике йыл элек кенә бындағы ер кибеп бөткәйне, үле ине тиһәң дә була. Хәҙер килеп, уның дымлылығы артыуы шунда уҡ күҙгә ташлана. Әлбиттә, эш күп, һәм беҙ ошонда ҡауҙылар килеп төйәкләнгәс кенә тынысланырбыҙ, моғайын. Был – Берҡаҙан буйынса яңы маҡсатыбыҙ.