Теш дауалап бөлмәйем тиһәң...21.11.2017
Теш дауалап бөлмәйем тиһәң... Әленән-әле үткәрелеп торған тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, һаулыҡҡа сығымдың төп өлөшө стоматологияға китә. Шул уҡ ваҡытта мотлаҡ медицина страховкаһы (ОМС) полисы буйынса түләүһеҙ медицина ярҙамын берәү ҙә ғәмәлдән сығарманы. Күп осраҡта заманса материалдар, шул иҫәптән яҡтылыҡ тәьҫирендә ҡатырылған пломбалар ҡулланылған сифатлы дауалауға иҫәп тота алабыҙ. Тешкә зыян килтермәйенсә, аҡсаны нисек “һыуға һалмаҫҡа”, йәғни түләүһеҙ стоматологияның ОМС полисы нигеҙендә нисек эшләүе тураһында Пациенттарҙың именлеге һәм бойондороҡһоҙ медицина экспертизаһы буйынса милли агентлыҡ рәйесе, Төбәк-ара медицина страховкалаусылары союзы эксперты, медицина фәндәре докторы Алексей Старченко һөйләне.
Янсығыңды
сығармай тор


Күптәр поликлиникалағы теш табибы бүлмәһенә ингәс тә, ялыуға ауаздаш иҫкәрмәне ишетә: түләүһеҙ наркоздың да, пломба өсөн материалдарҙың да сифаты әллә ни шәптән булмаясаҡ. Логик яҡтан дөрөҫ тә кеүек: һаулыҡ һаҡлауға һәр саҡ финанслау етешмәй, шуға ла дәүләт һәм муниципаль дауаханалар өсөн арзан материал һатып алалар. Шул уҡ ваҡытта тештәренең һау-сәләмәт булыуына кем сығым йәлләһен? Пациент йәһәт кенә аҡса янсығын сығарыу яғын ҡарай.
– Йыш ҡына ошо рәүешле халыҡтың башын бутайҙар, – ти Алексей Старченко. – Медицина ярҙамы күрһәткән өсөн полик­лини­каларға һәм дауахана­ларға түләү тарифына сығым мате­риал­дарының хаҡы ла индерелә. Иғтибар итегеҙ: бөгөн Хөкүмәт тарафынан раҫланған бер генә дәүләт гарантиялары програм­ма­һында ла (Рәсәй граждандарына бушлай медицина ярҙамы күрһәтеү тураһындағы документ) сығым материал­дарының төрө һәм хаҡы буйынса сикләүҙәр юҡ. Тимәк, пациентҡа заманса дауалау стандарттарынан сығып, медицина күрһәтмәһенә ярашлы ярҙам күрһәтергә тейештәр.

Заманса пломба ла бушлай

– Әгәр һеҙгә сифат йәһәтенән яҡшыраҡ наркоз һәм сығым материалдары бар, тик улар өсөн түләргә кәрәк тиһәләр, кисек­мәҫ­тән ОМС полисын биргән страховка ойошмаһына шылты­ратығыҙ. Уның телефоны, ғәҙәт­тә, полиста күрһәтелә, – ти эксперт. – Закон буйынса хәҙер медицина страховкалаусылары пациенттарҙың түләүһеҙ адвокаты булып тора. Улар кәңәш бирә, сифатлы һәм түләүһеҙ медицина ярҙамына хоҡуҡты яҡ­ларға булышлыҡ итә, хатта граж­дандарҙың законлы мәнфәғәтен боҙған өсөн поликлиникаға штраф һала ала.
– Һуңғы осорҙа яҡтылыҡ тәьҫирендә ҡатырылған плом­баларға бәйле һо­рауҙар күп тыуа. Теш табиптары әйте­үенсә, бындай материал ОМС-ҡа инде­релмәгән, тимәк, хаҡты түләргә кәрәк. Был законлымы?
– Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау ми­нистр­лы­ғынан был тема буйынса рәсми яуапты ярты йыл са­маһы көтөргә тура килде. Уны барыһына хәбәр итергә ашығам. Илебеҙ Хөкүмәте теш ауырыу­ҙары – кариес, пульпит, йәғни пломба ҡуйыу талап ителгән сирҙәрҙе индереп, ОМС-тың төп программаһын раҫлай. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан әйтеү­ҙәренсә, был дәүләт гарантиялары програм­ма­һында сығым материалдары сиклән­мәй. Ти­мәк, заманса дауалау стандарттарында күҙ уңында тотолған сара­ларҙың барыһы ла пациент­ҡа хаҡ түләтмәйенсә күрһәте­лер­гә тейеш. Әгәр кешегә яҡ­тылыҡ тәьҫирендә ҡатырыл­ған пломба кәрәк икән, ул ошо пациент йәшәгән төбәктәге ОМС-тың территориаль программа­һына индерелергә һәм уның аҡсаһы иҫәбенән түләнергә тейеш.

Иң төшөмлө урын

– Бөгөн мотлаҡ медицина страхов­каһы системаһында стоматология бик яҡшы финанслана, – ти Алексей Старченко. – Мин был системала оҙаҡ ваҡыт эксперт булып эшләнем. Бер мәл Мәскәүҙәге поликлиниканы тикшерергә тура килде. Унда бер генә теш табибы эшләй һәм барыһының да түгел, ә йөклө ҡатындарҙың ғына тешен дауалай ине. Йыш ҡына буласаҡ әсәләрҙең һөйәктәргә бәйле проблемалары тыуа, тештәренең насарайыу ихтималлығы ла ҙур. Шуға күрә йөклө ҡатындар етди күҙәтелеүгә мохтаж. Өҫтәүенә ҡатын­дарҙы бала табыуға әҙерләү ҙә мөһим – сабый өсөн хәүеф тыуҙырырлыҡ кариесҡа, башҡа патологияларға кәртә ҡуйырға кәрәк. Ошо теш табибы ОМС системаһы нигеҙендә пациенттарға түләүһеҙ медицина ярҙамы күрһәтеп, поликлиника өсөн башҡа табиптар бергәләп килтергән күләмдәге аҡсаны яңғыҙы эшләгән (йәғни поликлиника был табиптың эше өсөн аҡсаны ОМС фонды аша алған – Авт.).
Пациенттар теш табибына йөрөгән өсөн клиникалар байтаҡ аҡса ала. Тап шуға күрә әле коммерцияға ҡараған медицина үҙәктәре лә ОМС система­һына инергә ынтыла.

Ябай поликлиникамы, әллә шәхси медицина үҙәгеме?

– Ҡайһы бер стоматология клиника­ларының реклама баннерҙарында ОМС буйынса дауалауҙары билдәләнә. Уларға мөрәжәғәт итергә буламы?
– Был йәһәттән бәғзе бер нескәлек­тәрҙе иҫәпкә алыу зарур. Беренсенән, стоматология кабинеты хужаһына мотлаҡ медицина страховкаһы систе­маһына инеү бик отошло, сөнки ундағы хаҡтар ярайһы уҡ ҡиммәт. Тимәк, пациенттар ярҙамды “түләүһеҙ” күрһәтә­ләр тип уңайһыҙланмаһа ла була. Икенсенән, ОМС буйынса эшләү һөҙөмтәһендә шәхси стоматология клиникалары халыҡты йәлеп итә һәм быны йыш ҡына өҫтәмә түләүле хеҙмәттәрҙе мәжбүри тағыу алымы булараҡ та файҙалана. Шуға күрә шәхси медицина үҙәгенә ОМС полисы менән стоматологка юлланһағыҙ, һаҡ булығыҙ, алдана күрмәгеҙ. Әгәр түләүле хеҙмәт тәҡдим итһәләр, страховка ойошмаһына шылтыратып, бының законлы булыу-булмауын асыҡлағыҙ.

Теш ҡуйҙырыу –
үҙ кеҫәңдән


– Теш имплантацияһы һәм протездары бөгөн мотлаҡ медицина страхов­каһының төп программаһына индерел­мәгән, – ти Алексей Старченко. – Әммә пациенттарҙың ташламалы категория­һы бар. Уларға теш протездары дәүләт ҡаҙнаһы иҫәбенә ҡуйыла. Был кате­горияға Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби хәрәкәт ветерандары, чернобылселәр һәм башҡалар инә. Тулы исемлек Рәсәй Хөкүмәтенең 1994 йылдың 30 июлен­дәге 890-сы ҡарарында бирелгән. Бынан тыш, ил төбәктәре теш протездары ҡуйыу буйынса өҫтәмә рәүештә үҙ программаларын тормошҡа ашыра ала. Шуға күрә йәшәгән урынығыҙҙа ошондай программаның булыу-булмауын мотлаҡ асыҡлағыҙ. Ҡайһы бер төбәктәр ОМС буйынса территориаль программаларына балалар ортодонтияһын да индерә.


Вернуться назад