Халыҡтың күңелен күтәрҙеләр18.04.2012
Екатеринбургтағы дәүләт өлкә халыҡ ижады һарайының ҙур залында 1812 йылғы Ватан һуғышында Рәсәйҙең Францияны еңеүенең 200 йыллығына арналған Х төбәк башҡорт мәҙәниәте фестивале үтте. Унда Өфөнән мәҙәниәт оҫталары, Свердловск, Силәбе өлкәләренән һәм Башҡортостандан үҙешмәкәр артистар ҡатнашты.
Свердловск өлкәһенең Мәҙәниәт һәм туризм министрлығы, дәүләт өлкә халыҡ ижады һарайы һәм Свердловск өлкәһендәге Башҡорт үҙәге фестивалгә 100-ҙән ашыу ҡатнашыусыны йыйҙы.
Уларҙың барыһы ла хәрби темаға театрлаштырылған тамаша әҙерләгән. Мәҫәлән, Екатеринбургтың “Йондоҙ” башҡорт һәм татар халыҡ мәҙәниәте ансамбле башҡорттарҙың милли йолалары буйынса яугирҙең яҡындары менән хушлашыуын күрһәтте. Балаҡатай районының “Аҡ тирмә” халыҡ фольклор ансамбле “Париждан бүләк” тамашаһы менән ҡыуандырҙы. “Йәдкәр” башҡорт халыҡ театр коллективы фельдмаршал Кутузов менән Ҡаһым түрәнең башҡорт полкы осрашыуын күрһәтте. Билдәле булыуынса, уларҙың берлектәге алышы Наполеонға ҡаршы һуғышта хәл иткес мәлдәрҙең береһе була.
Башҡортостандан фестивалдә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының “Каруанһарай” фольклор-эстрада төркөмө ҡатнашты.
Силәбе өлкәһенең “Башҡорт йәштәре иттифағы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы фестивалдең сценарийын яҙыуҙа, режиссерлыҡ эшендә, театрлаштырылған тамашалар әҙерләүҙә Силәбе ҡалаһындағы “Хазина” башҡорт фольклор ансамбле сығышын ойоштороуҙа Свердловск өлкәһендәге Башҡорт үҙәгенә ҙур ярҙам күрһәтте.
Ошондай ҙур мәҙәни ваҡиғаның Башҡортостан Республикаһындағы рәсми кешеләрҙең иғтибарынан ситтә ҡалыуы ғына бер аҙ кәйефте төшөрҙө. Хатта Башҡортостандың Свердловск өлкәһендәге даими вәкиле лә фестивалгә килмәне.
Башҡорт мәҙәниәте байрамы уңышлы үтте. Тамашасылар, халыҡ йырҙарын тыңлап, бейеүҙәрен ҡарап, башҡорт рухы менән һуғарылған саранан кинәнес алды. Х башҡорт мәҙәниәте фестивале Тыуған илебеҙҙең тарихи үткәненә үҙенсәлекле экскурс булды, халҡыбыҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уятты.
Ләйсән ИҘРИСОВА-НОҒОМАНОВА.
Екатеринбург ҡалаһы.


Вернуться назад