Имеш-мимеш йөрөр ул...21.11.2017
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пенсия мәсьәләһендә күптәребеҙ имеш-мимешкә, осраҡлы сығанаҡтарға таянып эш итә. Һөҙөмтәлә әллә күпме уйҙырма тыуа.

Беренсе уйҙырма. Буласаҡ пенсиям иҫәбенә эш хаҡым­дан бил­дәле бер сумманы ай һайын дәү­ләткә ҡарамаған пенсия фондына күсерәм. Әгәр уның лицензияһы ғәмәл­дән сығарылһа, тупланған пенсия аҡсаһын юғалтам.
Дәүләткә ҡарамаған пенсия фонды лицензияһы ғәмәлдән сығарылған көндән алып мотлаҡ пенсия страхов­каһы система­һын­да Рәсәй Пенсия фонды һеҙҙең страховкалаусыға әүе­релә. Тупланған пенсия аҡсаһы тотош Пенсия фондына тапшырыла һәм, инвестиция килемен иҫәпкә алмайынса, эш биреү­се­геҙ һеҙҙең өсөн түләгән иғәнә­ләрҙе һәм, Берлектә финанслау программаһына ярашлы, әсәлек (ғаилә) капиталы иҫәбенә туп­ланған аҡсаны үҙ эсенә аласаҡ. Шул уҡ ваҡытта аҡса күсереү ваҡыты лицензия ғәмәлдән сығарылған мәлдән алып өс айҙан артмаҫҡа тейеш. Вклад­тарҙы страховкалау агентлығы тарафынан дәүләткә ҡарамаған пенсия фонды активтарын һа­тыуҙан алынған аҡса иһә гаран­тияланған номинал күләменән ҙуры­раҡ булһа, артыҡ сумма ла, страхов­каланған кеше юғалтҡан инвестиция килемен ҡаплау өсөн, Рәсәй Пенсия фондына күсерелә.

Икенсе уйҙырма. Йәшәү минимумы кимә­ленә тиклемге социаль өҫтәмә бөтә пенсио­нерҙарға ла түләнергә тейеш.
Пенсияға социаль өҫтәмә ғәмәлдә дөйөм матди тәьминәте хаҡлы ялға сыҡҡан кеше йәшә­гән төбәктә билдә­ләнгән йәшәү минимумы дәүмәленә етмәгән һәм эшләмәгән пенсионер­ҙарға ғына түләнә. Уның дөйөм матди тәьминәтен асыҡлағанда пен­сиялар­ҙың төрө, айлыҡ аҡса­лата түләү, шул иҫәптән социаль хеҙмәттәр йыйымы, өҫтәмә матди тәьминәт, шулай уҡ Рәсәй төбәге ҡануниәте менән билдә­ләнгән башҡа ярҙам саралары (бер тапҡыр күрһәтелгән социаль ярҙамдан тыш) иҫәпкә алына.

Өсөнсө уйҙырма. Эшкә һәләтһеҙ кешене ҡараған өсөн бер генә компенсация билдә­ләнә.
Был дөрөҫ түгел. I төркөм инвалидын, инвалид балаларҙы, 80 йәше тулғандарҙы һәм, дауалау учрежде­ниеһының һығым­таһына ярашлы, мохтаждарҙы ҡараған өсөн компенсациялар түләнә. Уларҙы ҡараған кеше эшкә һәләтле йәштә булырға, эшләмәҫкә, пенсия йәки эш­һеҙлек буйынса пособие алмаҫ­ҡа тейеш. Граждан бер йәки бер нисә кешене ҡараған өсөн компенсация алырға хоҡуҡлы. Аҡсаны алыу өсөн уға үҙе ҡараған кешегә пенсия түләгән Пенсия фонды бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Ғөмүмән, имеш-мимешкә ышанма­ғыҙ. Үҙ хоҡуғығыҙҙы белегеҙ!


Вернуться назад