Ҡартайғанса айыҡ аҡылда21.11.2017
Ҡартайғанса айыҡ аҡылда Нейрофизиологтар өлкәнәйгәс тә айыҡ аҡыл менән ныҡлы хәтерҙе һаҡлап ҡалыу өсөн төп ете ғәмәлде айырып билдәләне.


“Атеросклерозға булышлыҡ иткән хәүеф факторҙары бер үк ваҡытта Альцгеймер сиренә һәм ҡарттарҙа осрай торған аҡыл зәғифлегенә сәбәпсе була. Ябай ғына ошо ете ғәмәл инсульттан, инфаркттан, шулай уҡ аҡылға һәм хәтергә бәйле проблема­ларҙан да ҡотолоу мөмкинлеген бирәсәк”, – тип белдерҙе Гранд-Рапидстағы (АҠШ) Мичиган штаты университетынан Филип Горелик.
Йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙары, шул иҫәптән инсульт, өлкәндәрҙәге аҡыл зәғиф­легенең төрлө формалары алға киткән илдәрҙә ошо сирҙәр үлем осраҡтарының күпселеген тәшкил итә, был дәүләттәрҙәге һаулыҡ һаҡлау тармағы сығым­дарында төп урынды биләй. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы күҙаллауынса, Ер йөҙөндәге 75 миллион кеше 2030 йылға шундай сирҙәрҙән яфаланасаҡ. Шуға күрә бөгөн ғалимдар был ауырыуҙарҙың сәбәбен ныҡлы өйрәнә, уларҙы кәметеү ысулын табырға тырыша.
Һуңғы күҙәтеүҙәргә ҡараған­да, был сирҙәр өс шарт – диета, яман ғәҙәттәр һәм йәшәү рәүеше менән ныҡлы бәйләнгән. Ҡағиҙә булараҡ, майлы һәм зарарлы аҙыҡ-түлек йөрәк, мейе ауы­рыу­ҙа­рын ҡуҙғыта, ә спорт менән шөғөлләнеү, кире­һенсә, уларҙан арынырға булышлыҡ итә.
Горелик һәм уның хеҙмәт­тәштәре нейрофизиологтар һәм кардиологтар билдәләүенсә, ҡартлыҡ деменцияһынан, Альцгеймер сиренән һәм мейе эшмәкәрлегенә бәйле башҡа етеш­һеҙ­лектәрҙән яфаланған кешеләргә йыш ҡына атеросклероз, инсульт, инфаркт кеүек сирҙәр ҙә хас. Ғалимдар иң элек ҡан баҫымын, ҡандағы холестерин һәм инсулин кимәлен даими күҙәтергә, физик әүҙемлекте һаҡларға, файҙалы ризыҡ менән туҡланырға, һимермәҫкә, тәмәке тартмаҫҡа кәңәш итә. Ошо исемлектең бер генә пунктын үтәгәндә лә үрҙә әйтелгән сирҙәр хәүефе 50 процентҡа кәмей, ә инде ҡағиҙәләрҙе тотош үтәү Альцгеймер сиренән, йөрәк ауырыуҙарынан бөтөнләй ҡото­лорға ярҙам итәсәк, тигән фекерҙә ғалимдар.

Мәскәүҙең “Яңылыҡтар” реклама-мәғлүмәт агентлығы мәғлүмәттәренән.


Вернуться назад