Йылылыҡ өсөн түләүҙә ташлама21.11.2017
Граждандарҙың айырым категорияларына торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр исемлегенән йылылыҡ энергияһы өсөн түләүҙә ташлама бирелергә тейеш. Дәүләт Думаһы закон проектына өсөнсө уҡыуҙа тейешле үҙгәрештәрҙе ҡабул итте.
Был яңылыҡ Чернобыль АЭС-ындағы һәләкәттә һәм Семипалатинск полигонындағы ядро һынауҙарында радиация йоғонтоһонан зыян күргән граждандарға, ветерандарға һәм инвалидтарға ҡағыла. Төҙәтмәләргә ярашлы, компенсацияны иҫәпләгәндә, йылылыҡ энергияһы өсөн түләүгә сығымдар күп фатирлы йорттағы дөйөм мөлкәтте тәртиптә тотҡанда файҙаланылған коммуналь хеҙмәт хаҡына индерелә.