Дарыуҙар исемлеге тулылана21.11.2017
Дарыуҙар исемлеге тулылана Хөкүмәт 2018 йылда медицинала ҡулланыу өсөн бик кәрәкле һәм мөһим дарыуҙар исемлеген 60 препарат һәм өр-яңы дарыу формаһы менән тулыландырҙы.

Граждандарҙың айырым категорияларын тәьмин итеү өсөн препараттар исемлегенә иһә 25 дарыу һәм ике яңы дарыу формаһы индерелде. Ҡиммәтле дарыуҙар теҙмәһе өс препаратҡа артты. Улар – гемофилия менән сирләгәндәрҙе дауалау өсөн ҡул­ла­ныл­ған нонаког альфа, склероздан яфалан­ғандар өсөн – терифлуномид, I типтағы гоше сире менән ауырығандар өсөн – элиглустат.
Медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн кәрәкле дарыуҙарҙың минималь ассортиментына өс препарат өҫтәлде.


Вернуться назад