Пенсионерҙарға – социаль өҫтәмә21.11.2017
Хөкүмәттә үткән кәңәшмәлә республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты яҡлау министрлығы пенсияға социаль өҫтәмә тураһындағы закон проектын тәҡдим итте.

– Социаль өҫтәмә пенсияны, социаль яр­ҙам сараларын иҫәпкә алып, Рәсәй төбәгендә билдәләнгән йәшәү минимумы дәүмәленән түбәнерәк алған пенсионерҙарға бирелә, – тине министр Ленара Иванова.
Быйылға пенсионерҙың йәшәү минимумы 8 015 һум тәшкил итә. Инфляция күрһәткес­тәренә ярашлы, закон проектында уны киләһе йыл 8 320 һумға тиклем арттырырға тәҡдим ителә. Был аҡса Рәсәй Пенсия фонды тарафынан федераль ҡаҙна иҫәбенә түләнәсәк. Республикала 138 мең пенсионер социаль өҫтәмә алырға тейеш.


Вернуться назад