Шифаханаға юллама тейешме?21.11.2017
Өфөлә йәшәгән I төркөм инвалиды булған пенсионер ҡатын үҙенә йыл һайын бер шифаханаға юллама бирелергә тейешлеген белә. Әммә һуңғы тапҡыр унда 2015 йылда ял иткән. Руфина Маяченко был йәһәттән дауалаусы терапевты ғәйепләй. Рәсәй Социаль страховка фонды белгестәре ошо мәсьәләгә асыҡлыҡ индерҙе.
– Ысынлап та, Маяченконың 2013 йылдың 7 ноябрендәге ғаризаһы нигеҙендә пенсионер ҡатынға һәм уны оҙатып йөрөгән кешегә 2015 йылда “Танып” шифаханаһына юллама бирелә. Ошо уҡ йылдың ноябрендә ҡатын фондтың төбәк бүлексәһенә тағы ла ғариза менән мөрәжәғәт итә һәм шул мәлдән алып юллама алыуға сиратта тора, – тине Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡорт­остандағы төбәк бүлексәһе идарасыһы Марат Латипов.
Әммә ғариза яҙып, сиратҡа тороу ғына етмәй. Йәшәгән ерең буйынса поликлиникала 070/у формаһындағы медицина ҡағыҙын да ваҡытында тултырыу шарт. Уның ғәмәлдә булыу осоро – 12 ай. Шуға күрә ошо ваҡыт үтеү менән мәғлүмәтте яңыртырға һәм фондтың төбәк бүлексәһенә йәки Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәккә, шулай уҡ www.gosuslugi.ru берҙәм порталы аша тапшырырға кәрәк. Ғариза биреүсенең вәкиле мөрәжәғәт итһә, уның вәкәләттәрен раҫлаған документ талап ителә.
Фондтың төбәк бүлексәһендә электрон мәғлүмәттәр базаһында берҙәм сират бар. Теләге булған һәр кеше, www.r02fss.ru сайтына инеп, үҙенең СНИЛС номерын йыйып, шифаханаға юллама алыуға сиратта нисәнсе булып тороуын күҙәтә ала.
Бөгөн федераль ҡаҙнанан бүленгән аҡса юлламаларға ихтыяжды ҡапламай, шуға күрә льготалы категорияға ингән кешеләр 2,5 – 3 йылға бер тапҡыр шифаханала һаулығын нығытыу мөмкинлегенә эйә.
Әле 15 100-ҙән ашыу кеше сиратта тора. Быйыл 85,6 миллион һумлыҡ 3 800 юллама бүлеү күҙаллана.


Вернуться назад