Стәрлетамаҡ үҫеш юлында02.12.2011
Стәрлетамаҡ ҡалаһы үҫешә һәм үҙгәрә. Ҡала 2016 йылда үҙенең 250 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк. Әҙерлек эштәре әле үк башланған.
Вокзал һәм Хоҙайбирҙин урамдары киҫешкән ерҙә йәйәү йөрөүселәр өсөн галерея төҙөлә башлаған. Хоҙайбирҙин – Элеватор урамдары һәм Салтыков-Щедрин – Ҡара диңгеҙ урамдары киҫешкән урындарҙа түңәрәк буйынса хәрәкәт итеү проекты әҙерләнгән. Ғөмүмән, юл инфраструктураһын тулыһынса төҙөкләндереү ҡарала. Ҡалала атмосфераға зарарлы матдәләр ташлауҙы контролдә тотоу станцияһы эшләй. 2012 – 2013 йылдарҙа ошоға оҡшаш тағы ла дүрт автоматик күҙәтеү станцияһы асыласаҡ.
“Стәрлетамаҡ эшсеһе”,
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Вернуться назад