НИМӘ ЮҠ?17.11.2017
Донъялары ныҡ, иркен, етеш. Ҡырҡ үлсәнеп кенә ҡырҡылған. Унан алда йөҙ уйланған, мең буйланған. Ҡапҡаны асыу менән мейене тишерҙәй сәңкелдәргә керешкән асыулы бәләкәс эт янынан ҡырынлап имен үтә алыуың ғына шарт, бәйенән ысҡынып китһә, бөтәүләй һоғонор, валлаһи – артабан үҙеңде әкиәт илендәгеләй хис итәһең: бар нәмә ялтырап тора, уңайлы, килешле. Саң бөртөгөнәсә һауала сағында уҡ эләктерелеп алына.


Ә ашнаҡта һуң!.. Ҡасан өлгөргәндер хужабикә был хәтлемгә! Ризығы үҙе тәмле, үҙе йәмле. Тик нимәлер етеш­мә­гәндәй бында… Күгәрсен һөтөмө икән? Хәйер, уныһы ла барҙыр әле, ипләберәк ҡарарға ғына кәрәк. Эҙләүле ҡарашыңды һиҙеү менән, йәһәт аңғарып, алдыңа ихлас шылдыра ла һалырҙар.
Мунсалары ҙур – гүйә, өй берәй шунда ыҡсымыраҡ, уның да һәр бүлмәһе ҡунаҡсыл. Киң гаражда өр-яңы ике автомобиль затлылығы менән маһая. Ире лә, ефете лә яҡындағы ҡалала эшләйҙәр. Мул алалар.
Мал, ҡош-ҡорт тотмауҙарын иртәле-кисле ана шул тегеләй-былай йөрөү айҡанлы ваҡыттары юҡлыҡ, ит-һөттө үҙең етештергәнгә ҡарағанда һатып алыуҙың осһоҙораҡлығы менән аңлаталар. Һәм бының менән килешергә лә мөмкиндер.
Әммә барыбер ҙә нимәлер юҡ һымаҡ бында… Йорт эсендә – бөтә уңайлыҡтар, әлбиттә. Ғөмүмән, тышҡа әллә ни сығып йөрөмәһәң дә була. Мунсаға ла солан аша ғына үтелә. Бүлмә һайын телевизор, компьютер. Ә-ә-ә, гөлдәр күренмәй ҙәһә бында… Шул йәшеллек иркәлә­мәйҙер күҙҙе, бәлки? Әллә һауа етешмәйме? Уныһы ла барҙыр – һатыуҙағы шыр химия менән көпләп бөтөргәндәр бит ян-яҡты. Йоҡлағанда тынсыуыраҡ булды былай, эйе. Хужа кондиционер ҡабыҙам тигәс, баш тартылғайны шул.
Ҡояш төшмәй бит бында, иптәш­тәр, бына нимә – тәҙрә­ләргә ҡалын-ҡалын шаршауҙар эленгән, шуны көҫәйҙер күңел! Ғөмүмән дә, тормоштары ҡалын ҡаплаулы быларҙың – ҡаланан ҡайталар ҙа шыҡ бикләнәләр. Хужа әйтмешләй, автоном йө­ҙөүгә күсәләр – һыу аҫты карабында хеҙмәт иткән ул. Ауыл, район эштәре менән бөтөнләй ҡыҙыҡһынмайҙар. Телевизорҙа ла көлкө-мөлкө генә ҡарала, уҙа барһа, яңылыҡтарға диҡҡәт ҡылына.
Донъялары шулай түп-түңәрәк кеүек тә, ләкин бер яғы китегерәк тойола. Нимә юҡ икән, ә?..
Бәлки, анауы диванда ҡәнәғәт һуҙылып, мыйыҡ остары менән туҡ йылмайып, һимеҙ бесәйҙең ятмауылыр? Уныһын бергилке көтөп ҡарағандар ҙа, йөнө ҡойола тип, ҡалала аҙаштырып кит­кәндәр.
…Асыҡлыҡ һуңыраҡ, ләкин умырып килде – гәзиттәр, әҙәби китаптар бөтөнләй күренмәй ҙәһә, иптәштәр…



Вернуться назад