Ижад сәфәре оҙон булһын17.11.2017
Ижад сәфәре оҙон булһын — Зөфәр Толомғужиндың ижадын башҡа бер кемдеке менән дә бутап булмай. Уның һәр әҫәрендә тыуған яғы Бөрйәндең матур тәбиғәте һүрәтләнә. Үҙе урмансы һөнәренә эйә булараҡ, урман тормошон, йәнлектәрҙең көнитмешен, урмансыларҙың эшен белеп яҙа. Хатта ул үҙе лә Бөрйән айыуына оҡшап тора һымаҡ, — тине яҙыусының 75 йәшенә арналған кисәлә сығыш яһап, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Хәләф Хәлфетдин улы Ишморатов.

Ысынлап та, танылған журналист, билдәле прозаик Зөфәр Толомғужиндың һәр әҫәренән Бөрйән һулышы аңҡып тора. Үҙе ҡасандыр хеҙмәт юлын урмансы булып башлаған автор тыуған яғының тәбиғәте өсөн борсола, уны һаҡлау юлдарын тәҡдим итә.
— Илһөйәр әҙипте Бөрйән урмандарынан тыш Торатау яҙмышы ла хәүефләндерә. Шуға уны яҡлау өсөн ваҡытында ҡултамғалар йыйҙы. “Торатау — тәбиғәт ҡомартҡыһы” тигән китап та сығарҙы, һүҙен аныҡ эш менән раҫланы. Ошондай тынғыһыҙ журналист, әҙип Зөфәр Толомғужиндың фиҙакәрлеге һоҡланыу уята, — тине үҙенең сығышында “Урал” башҡорт халыҡ үҙәге рәйесе Риф Хәбибрахман улы Иҫәнов. — Әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнергә лә ваҡыт таба. Зөфәр Толомғужин – беҙҙең ойошманың көньяҡ-көнбайыш төбәге буйынса урынбаҫар ҙа. Бәләкәй ауылдарҙа балалар һаны аҙ булған мәктәптәрҙе яптырмау, башҡорт телен өйрәнеү мәсьәләләрен дә ҡыйыу күтәреп сыҡты.
Бөрйәндәр, ысынлап та, яҡташ яҙыусылары Зөфәр Толомғужин менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала. “Айыу — урман батшаһы”, “Олатайҙар эҙенән” тигән китаптарын балалар ҙа, өлкәндәр ҙә ҡыҙыҡһынып уҡый. Айыуға һунар итеүселәр хаҡында мажаралы хикәйәттәр мауыҡтырғыс булһа ла, урман батшаһының бөгөн ауыл халҡына иҫ киткес ҙур зыян килтереүе хаҡында ла борсолоуын белдерә яҙыусы. Ауылға килеп, малды йығып китһә лә, һунарсыларҙың уларҙы атырға хоҡуғы юҡ. Һуңғы һыйырын тамаҡлап киткән хужаның айыуҙы үлтерер өсөн 35 мең һумға лицензия — рөхсәт ҡағыҙы алырға ҡайҙан аҡсаһы булһын?! Зөфәр Толомғужин шул турала уйланып, борсолоп, фекерҙәре, тәҡдимдәре менән уртаҡлаша.
Яҡташтары исеменән Бөрйән районы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Ғайса Хәлитов, мәҙәниәт бүлеге мөдире Клара Түләбәева, әҙиптең тыуған ауылы, мәктәбе исеменән Ғәлиәкбәр ауылы хакимиәте башлығы Руслан Әхтәмов, уҡытыусы Дамир Аллабирҙиндар яҙыусыны ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе. Ә “Таң” гәзитенән талантлы журналист һәм шағирә Айһылыу Ғарифуллина юбилярға арнап яҙылған шәп шиғырын бүләк итте.
Башҡортостан Яҙыусылар союзы исеменән ҡотлау һүҙен шағирә Зөһрә Ҡотлогилдина еткерҙе. Ул ойошма етәксеһе Зәки Арыҫлан улы Әлибаевтан, яҡташ шағир Рәшит Зәйнуллиндан һәм башҡа бик күп әҙиптәрҙән сәләм әйтеп, бүләк тапшырҙы. Үҙҙәре лә буш ҡул менән килмәгәйне, журналист Нияз Мәһәҙиев яҙыусының туған мәктәбенә ҡурайсы өсөн милли сәхнә костюмы һәм музыка ҡоралы ҡурай бүләк итте. Ә Зөфәр Толомғужинға, оҫта шахматсы һәм тәжрибәле тренер булараҡ, шахмат, шашка, нард уйындары, шулай уҡ кеҫәгә һалып йөрөтмәле магнит шахматы тапшырҙы. Ҡыҙы Айгөлдө Рәсәй чемпионы кимәленә еткергән, ейәнсәре Айһылыуҙы республика ярыштарына әҙерләгән Зөфәр ағайға артабан да уңыштар теләнеләр.
Кисәне район китапханалар селтәре директоры Әлфиә Ғаззали ҡыҙы Кинйәбулатова бик матур итеп алып барҙы. Әҙипте ҡотлап йырсылар Гүзәл Ҡасҡынбаева, Рәзилә Иҫәнбаева, Айбулат Ишморатовтар һәм “Мираҫ” ансамбле сығыш яһаны.
“Йәнем рәхәте”, “Йәшәлмәгән ғүмер”, “Торналар талпынған еркәйем”, “Беҙҙең көс — берҙәмлектә” кеүек әҫәрҙәр авторы Зөфәр Толомғужиндың ижадында тағы ла ике мөһим йүнәлеште әйтмәй китһәк, уның тормош юлы тулы булмаҫ ине.
Ул халҡыбыҙҙы “Шәжәрә тәрбиәгә эйә” тигән өс томдан торған ғилми хеҙмәт яҙып ҡыуандырҙы. Был рухи мираҫты беҙгә бүләк итер өсөн ул төп ижадын ситкә ҡуйып, нисә йылдар дауамында райондан-районға, ауылдан-ауылға, өйҙән-өйгә йөрөп ырыу шәжәрәләрен тергеҙҙе. Бының өсөн күпме кеше, үҙ нәҫел-нәсәптәрен табып, авторға рәхмәттәрен белдерҙе.
Тыуған ауылы Үрге Нөгөш, уҡыған мәктәбе, Ғәлиәкбәр ауылы тарихы хаҡында ла ентекләп яҙып, яҡташтарына оло бүләк эшләне. Һәр әҙип тә шулай һөйөндөрәме икән үҙҙәренең яҡташтарын? Хәҙер яҙыусының ауылдаштарына баш ҡалаға килеп, архивтарҙа ултырып, тыуған яҡтарына ҡағылышлы документтар эҙләп йөрөйһө лә түгел.
Журналистикаға ҡағылышлы материалдарын “Йәшәү өсөн көрәш” тигән китабына туплап сығарған Зөфәр Толомғужин. Әйткәндәй, әҙип дәүләт нәшриәтенә генә өмөтләнеп ултырмай. 13 китабының яртыһынан күберәген үҙнәшер ысулы менән сығарған. Бының өсөн хатта ул заманында 15 һарығын да һатып ебәргән.
Мулла ҡушҡан исеменең Сәфәр булыуын Зөфәр Толомғужиндың юбилей кисәһенә килеүселәрҙең күптәре тәүгә ишетте. Ысынлап та, исеме есеменә тап килеп, әҙип һәр ваҡыт юлда, тынғыһыҙ сәфәрҙә. Ижад сәфәре лә оҙон-оҙаҡ йылдар тынмаһын.

З. МӘҺӘҘИЕВА.


Вернуться назад