Баймаҡ ере – таланттар төйәге, әйтерһең дә, мәғрур Ирәндек тауҙары ниндәйҙер илаһи һәм сихри көс менән таланттарҙы үҙенә йыя ла, ҡанат нығытҡан балаларын ояһынан осорған ҡош кеүек иңләргә фатиха бирә. Тап ошо төбәктә башҡорт шиғриәте шоңҡарҙары Батыр Вәлид, Абдулхаҡ Игебаев, Рәйес Түләков, Буранбай Исҡужиндар үҙ юлын тапты, танылған яҙыусылар Аҫылғужа Баһуманов, Таңсулпан Ғарипова, Мирас Иҙелбаевтар төрлө йылдарҙа эшләп һәм йәшәп китте. Бында талантлы һәм һәләтле кешеләр йәшәй: уларҙың рухы тауҙарҙан бейек, күңел киңлегенең иге-сиге юҡ. Шулай булмаһа, танылған яҙыусы һәм драматург, башҡорт әҙәбиәтенең йөҙөк ҡашы, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипованың 70 йәшлек юбилей кисәһенә ҡатнашырға теләк белдергән яҙыусылар һәм ғалимдарҙан торған тотош делегацияның килеүе мөмкинме һуң?! Юҡтыр, күрәһең! Рухи ҡөҙрәт ырыуынан урғыла Әҙибәнең күңел байрамында ижадташ һәм рухташ дуҫтары – Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ринат Камал, Башҡорт дәүләт университеты профессоры, филология фәндәре докторы, яҙыусының һабаҡташы Ғиниәт Ҡунафин, Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы директоры Гөлдәр Моратова, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов, күренекле шағир, драматург Салауат Әбүзәр, журналист, шағир Әхмәр Үтәбай, республика журналдарының баш мөхәррирҙәре Рәлиф Кинйәбаев, Гөлназ Ҡотоева, Мөнир Ҡунафин, Рәшиҙә Мәһәҙиевалар ҡатнашты. Шулай уҡ сарала Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Илшат Ситдыҡов етәкселегендәге рәсми вәкилдәр булды.
Мәҙәниәт йорто фойеһында яҙыусы Таңсулпан Ғарипова ижадынан бай күргәҙмә ойошторолдо, “Китап” нәшриәтенең күсмә сауҙа нөктәһе эшләне. Ижад кисәһендә ҡатнашырға теләүселәрҙең иҫәбе-һаны юҡ: һәр кем яратҡан яҙыусыларын күреп ҡалырға, улар менән яҡындан аралашырға, күренекле яҡташ яҙыусыһын шәхсән ҡотларға ашыҡты. Кисә барышында экрандан юбилярҙың тормошон сағылдырған слайдтар күрһәтелде, байрам сәбәпсеһенең әҫәренән өҙөктәр сәхнәләштерелде һәм, әлбиттә, ҡотлау һүҙҙәре концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.
Рухи ҡөҙрәт йәншишмәләй нәҫеленән, ырыуынан урғыла тигәндәй, бала саҡтан кескәй Таңсулпандың күңеленә атаһының, Хизбулла Мөхәммәтҡоловтың, сәсәнлеге, моңло тауышы нур һәм моң булып һалынһа, әсәһе, Әсмә Баймырҙина, тәүге совет уҡытыусыһы булараҡ, уны аң-белемгә этәрә. Йәшәүгә йәм-тәм бирер, уңыш, бәхет килтерер ҡотто атаһы бәләкәй ҡыҙының күңеленә һалырға тырыша: уның һорауҙарына ихлас яуап бирә, һәр саҡ әкиәт-хикәйәттәр һөйләй, үҙе барған һәр ергә уны эйәртә. Күрәһең, тап шундай яратыу һәм һөйөү сорналышында үҫкән Таңсулпан Ғарипованың йыр-моңға, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадына булған һөйөүе уны тәүҙә Башҡорт дәүләт университетына, артабан Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына, тормошҡа сыҡҡас, Учалы сәнғәт училищеһына, район гәзитенә, артабан Сибай ҡалаһының муниципаль телевидениеһына, төбәк яҙыусылар ойошмаһына, аҙаҡ Өфөгә, “Ватандаш” журналына, эшләргә алып килә. Ҡайҙа ғына хеҙмәт итмәһен, Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы бер ваҡытта ла ҡулынан ҡәләмен төшөрмәй, халыҡ менән аралашыуҙан, уға яҡын булыуҙан туҡтамай. Шуға күрә уның әҫәрҙәре халыҡсан, һутлы телле, бай йөкмәткеле. Яҙыусының һәр әҫәре үҙ йөрәге аша үтеп, халыҡты, уҡыусыны яҡтыға әйҙәй.
– Баймаҡ ере – таланттар төйәге. Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ араһында Таңсулпан Ғарипова үҙенең ябайлығы менән айырылып тора. Уның ижады бай һәм күп яҡлы, әҫәрҙәрен халыҡ яратып уҡый. “Бөйрәкәй” пенталогияһы күп уҡыусыларҙың “өҫтәл китабы”на әүерелде, күп тапҡыр “Иң уҡымлы китап” номинацияһында еңеү яуланы. Райондың һәр китапханаһында “Таңсулпан” клубы уңышлы эшләй, һеҙгә ҡарап һәр ҡатын-ҡыҙ өлгө алырға тырыша, әҫәрҙәрегеҙҙәге образдар менән йәшәй, көслө рухлы ҡатын-ҡыҙ образдарығыҙҙы үҙҙәренә өлгө итеп ҡуя. Бөгөнгө залдың тулы булыуы һеҙгә һәм һеҙҙең ижадҡа ҡарата һөйөүҙәрен күрһәтә, – тине үҙенең ҡотлау сығышында район хакимиәте башлығы Илшат Хәмит улы.
Кисәнең иң тулҡынландырғыс мәле яҙыусының ауылдашы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, һәүәҫкәр рәссам Миҙхәт Байрамғоловтың Таңсулпан Ғариповаға арнап яҙған шиғырын уҡыу булғандыр. Оҙаҡ йылдар мәғариф өлкәһендә эшләгән Таңһылыу һәм Миҙхәт Байрамғоловтар ауылдаштарының бер генә ижад кисәһен дә ҡалдырмай. Әле туҡһанды ҡыуып киләләр. Ауылдаштарын хөрмәтләргә, алыҫ араларҙы яҡын итеп, ашҡынып килеп тә еткән улар.
Артабан әҙибәне күркәм юбилейы менән баш ҡаланан килгән дуҫтары тәбрикләне. Ғиниәт Ҡунафин, Таңсулпан Ғарипова менән студент йылдарында бер төркөмдә уҡыуы, аҙаҡ әҙәбиәт өлкәһендә йәнәш атлауҙары хаҡында бәйән итеп, яҙыусының ижадына бер аҙ байҡау яһаны. Ҡәләмдәш дуҫтары Ҡәҙим Аралбаев менән Ринат Камал иһә милли әҙәбиәтебеҙҙең йөҙөк ҡашы булған Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишеваларҙың ижад традицияларын лайыҡлы дауам итеүсе танылған яҙыусы һәм драматургты артабан да ижад кисәләрендә халыҡ яҙыусыһы булараҡ хөрмәтләргә насип булһын тигән теләк белдерҙе. Тамашасылар уларҙың һүҙҙәрен көслө алҡышҡа күмде. Яҙыусының әхирәте һәм фекерҙәше, БР Милли әҙәбиәт музейы директоры Гөлдәр Моратова Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы килен булып төшкән Учалы еренән. Ҡасандыр уларға бергә эшләргә, башҡорт сәнғәтен юғары бейеклектәргә күтәрергә насип иткән. Ошо йылдарҙың матур хәтирәһен тағатып, Гөлдәр Сабит ҡыҙы Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрының Ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе.
Шулай уҡ ҡотлау һүҙҙәре менән тыуған ауылы Күсей, үҙе белем алған Сибай гимназия-интернаты һәм Түбә мәктәбе, хеҙмәт юлы үткән Сибай ҡалаһынан килгән вәкилдәр сығыш яһаны. Туғандары исеменән әҙибәнең бер туған ағаһы Илдар Сафин, ҡарындашының бала сағы, үҫмер йылдарына туҡталып, Таңсулпандың һәр ваҡыт тырыш, сәмсел булыуы хаҡында һөйләне. Атайҙары вафат булғас, һеңлеһенең артабанғы яҙмышы уның иңенә күсә. Ағаһы “атаһының ҡыҙыл башлы ҡомартҡыһын” уҡыта, һайлаған һөнәре буйынса уҡырға булышлыҡ итә. Бөгөн “ҡыҙыл башлы ҡомартҡының” халыҡ ҡомартҡыһына әүерелеүендә, халыҡ һөйөүе дәрәжәһенә етеүендә, һис шикһеҙ, Илдар Хизбулла улының роле баһалап бөткөһөҙ ҙур. Бирғәле сәсән тоҡомо вариҫтарының әле булһа юғалмай, киреһенсә, быуындар алмашыныуынан көслө һәләттең дауам ителеүенә тамашасылар үҙҙәре шаһит булды. Белорет районынан килгән яҙыусының туғаны Динислам Баймырҙиндың көслө һәм аһәңле моңо барыһын да хайран итте.
Байрам сараһының сағыу, тулҡынландырғыс минуттарын Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт драма театры артистары – Башҡортостандың халыҡ артистары Рәмилә Хоҙайғолова менән Риф Сәйфуллин Таңсулпан Ғарипованың “Бәхеткә ҡасҡандар” драмаһынан өҙөк сәхнәләштереп бүләк итте. Шулай уҡ Рәмилә Хоҙайғолованың йөрәктәргә үтеп инерлек итеп “Бөйрәкәй” романынан Барсынбикә монологын һөйләүе һәр кемде уйландырмай ҡалмағандыр, моғайын.
Баймаҡтар маһайырға ярата, шунлыҡтан уларҙың күкрәге күм-күк булып бөткән, тигән лаҡапты йыш ишетергә тура килә. Маһайыр эштәре, ғорурланыр кешеләре бар икән, ниңә маҡтанмаҫҡа әле?! Ысынлап та, бында рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлаған, уны ҡәҙерләгән һәм хөрмәт иткән рухлы кешеләр йәшәүенә Өфөнән килгән яҙыусылар һәм ҡунаҡтар йәнә бер ҡат инанды. Улар яҡташтарын ҡәҙерләй, уны күтәрә белә. Был күренеш булмышында мәғрур Ирәндек тауының ҡабатланмаҫ күркәмлеге балҡыған, ҡанында илһөйәрлек, телһөйәрлек ҡайнарлығы урғылған Баймаҡ район хакимиәте башлығы Илшат Ситдыҡовтың һәр саҡ әҙәбиәткә, мәҙәниәткә, башҡорт матбуғатына ыңғай ҡарашынан, яҡлауынан һәм хәстәрлегенән дә киләлер. Баймаҡтарҙың үҙҙәренә генә хас булғанса, бейеүселәрҙең ойоҫҡота баҫып бейеүҙәрен, йырсыларҙың һандуғастай моңло йырҙарын тамаша ҡылғанда, Өфө ҡунаҡтарының бер аҙ көнләшеп тә, ғорурланып та, Рәйес Түләк яҙғанса, тик “Был – Баймаҡ йөмһүриәте, был – Баймаҡ ҡағанаты!”нда ғына булған күңел байрамынан һәр кем рухи яҡтан көс, илһам, дәрт-дарман алып ҡыуаныс кисерҙе.
Яуап һүҙендә әҙибә Таңсулпан Ғарипова күркәм юбилейын ҙурлап үткәргәндәре өсөн Баймаҡ халҡына оло рәхмәт әйтте. Киләсәктә яңынан-яңы әҫәрҙәр яҙасағы, китап уҡыусыларҙы һөйөндөрәсәге хаҡында белдерҙе.
– “Баймаҡ”лы яҙыусы булыуым менән сикһеҙ ғорурланам. Һеҙ, хөрмәтле яҡташтарым, миңә илһам бирәһегеҙ, яңы эштәргә әйҙәйһегеҙ. Халҡыбыҙҙың бай ауыҙ-тел ижадына, уның ғөрөф-ғәҙәттәренә, йолаларына тоғро ҡалғанда ғына, уҡыусы яратып уҡырлыҡ, фәһем алырлыҡ әҫәр тыуа. Тыуған яҡ йылыһы, тыуған ер төшөнсәһе һәр кемгә яҡын һәм ҡәҙерле. Бөгөн миңә ошо төшөнсәләрҙе йәнә бер ҡат яҡындан тойорға, һеҙҙең йылылыҡты алырға ярҙам иткәнегеҙ өсөн барығыҙға оло хөрмәтемде һәм рәхмәтемде белдерәм, – тине әҙәбиәтебеҙҙең ағинәйе.
Кисәлә шулай уҡ, күренекле яҙыусы Таңсулпан Ғарипованың күркәм юбилейына бағышланған сараларға ярашлы, уның ижадына арналған викторина, һүрәт төшөрөү, шиғыр конкурстарына йомғаҡ яһалды, еңеүселәргә яҙыусының “Бөйрәкәй” китабы һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды.
“Донъяның иң матур ерендә тыуғанмын”– тип яҙа Таңсулпан Ғарипова үҙенең бер хикәйәһендә. Ысынлап та, күк Ирәндек тауҙарына һыйынып ултырған Күсей ауылы – Баймаҡ районының боронғо ауылдарының береһе. Ауылыбыҙ үҙенең гүзәл тәбиғәте, ҡаҙылма аҫылташтары, уңған һәм тырыш халҡы менән генә түгел, ә арҙаҡлы шәхестәре менән дә данлыҡлы. Танылған Бирғәле һәм Хәмит ҡурайсылар, Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғолов, Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев, “Әлифба” китабы авторы Абдрахман Ғәлләмов, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Йәүҙәт Бикбирҙин һәм башҡа ауылдаштарым Күсей данын республикала киң таныта.
1992 йылда ауырлығы биш килограмға яҡын “Ирәндек айыуы” тип аталған алтын самородогы ошо ерҙә табыла. Яҙыусының райондаштары менән осрашыуынан һуң кендек ҡаны тамған тыуған ауылы Күсейгә юл алыуы тәбиғи. Тап бында ул үҙ әҫәрҙәренә герой булған ауылдаштары менән осраша, бала саҡтан күңелен имләгән, рухи ҡеүәт биргән Ташкисеү йылғаһы аша үтеп, ғүмеренең иң матур хәтирәләрен тағата, ауыл инәйҙәре менән аралаша, иң яҡын кешеләренең һуңғы төйәгенә бара ала, мәктәптә ҡуйылған ҡәҙерле әсәһенең бюсына сәскәләр һала.
Эйе, быларҙың барыһын да Таңсулпан Ғарипова теүәл үтәп, күңеленә тыныслыҡ алды. Икенсенән, үҙенең бергә килгән юлдаштарына, ижадташ дуҫтарына йәнтөйәген күрергә, эскән һыуҙарын татырға, ҡәрҙәштәре менән осрашырға насип итте. Юҡҡамы ни, яҙыусының ижадын тәрәндән белергә теләһәң, уның тыуған яҡтарына бар, тип әйтәләр. Күсем ташы һәм Йәнгүҙәй ҡаялары буласаҡ яҙыусыға икһеҙ-сикһеҙ киңлектәргә юл асһа, яҡында ғына ятҡан Йәнтәл тауы уның хыялдарын тормошҡа ашырырға ярҙам иткәндер. Шуға күрә һәр саҡ тыуған еренә ашығып һәм атлығып ҡайта Таңсулпан апай.
Был юлы ла ауылдаштары уны ҙурлап һәм ҡәҙерләп ҡаршы алды. Мәктәп уҡыусылары тарафынан теҙелгән “тере коридор” аша үткәндә, геройымдың күҙҙәрендә шатлыҡ менән һағыш йәше йәнәш сағылды.
Яҙыусы исемендәге
конкурсБынан 21 элек Сибайҙа “Ап-аҡ ҡарҙар” тип аталған ижад бәйгеһенең барлыҡҡа килеүе осраҡлы ғына була. Ул йылдарҙа Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Таңсулпан Ғарипова ҡаланың 10-сы мәктәбендә ижад түңәрәге алып бара. Сираттағы ултырышта Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы түңәрәк ағзалары менән бергәләп “ергә ҡар яуыуын теләп” “Ап-аҡ ҡарҙар” исемле шиғыр сығара. Күмәкләшеп яҙған ижад емешен ҡат-ҡат уҡып, аҡ ҡарҙың яуыуын теләй балалар. Хоҙайҙың ҡөҙрәтеме, шиғырҙың хикмәтеме, иртә менән ер өҫтө ап-аҡ ҡарға күмелә. Балалар шатлана, халыҡ ҡыуана. Шул саҡта Таңсулпан Ғарипова Сибай ҡала мәктәптәре уҡыусылары араһында ижад конкурсы үткәрергә ҡарар итә, һәм ул “Ап-аҡ ҡарҙар” исеме менән дауам итә. Артабан ул яҙыусы Таңсулпан Ғарипова исемендәге призға үткәрелә башлай. Бөгөн конкурс – Сибай уҡыусыларының ғына түгел, ә күрше районда ижад итеүсе ҡыҙ һәм егеттәрҙең дә иң көтөп алған байрамы.
Быйылғы бәйге яҙыусының юбилей көндәренә тап килеүе менән мәртәбәле булды. Конкурста барлығы 70-тән ашыу уҡыусы ҡатнашты һәм эштәрҙең барыһын да шәхсән Таңсулпан Ғарипова үҙе ҡарап баһаланы. Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр, Әбйәлил райондары һәм Сибай ҡалаһынан 100-гә яҡын “китапсыҡ”тар донъя күрҙе, унда йәш ҡәләм тирбәтеүселәрҙең тәүге яҙған ижад емештәре баҫылды. Шуныһы ҡыуаныслы: йыл һайын баһалама ағзалары әҙәбиәткә, ижадҡа ылығырҙай, үҙҙәренең дәрте, тәбиғәттән бирелгән һәләте менән шул донъяны балҡытып ебәрерҙәй табыштарға юлыға. Әлбиттә, бәйгеселәр араһынан барыһы ла яҙыусы, шағир булып та китмәҫ. Улар араһынан, бәлки, бер йәки ике кеше генә ижад юлын һайлар. Әммә ижадҡа тартылған, матурлыҡты күрә белгән баланың күңеле һәр саҡ матур була, камиллыҡҡа ынтыла.
Быйылғы бәйгенең гран-прийына лайыҡ булыу бәхете Хәйбулла районы Татырүҙәк мәктәбе уҡыусыһы Зөһрә Әхмәҙиеваға эләкте. Уны бәйгегә уҡытыусыһы Рәйфә Түлебаева әҙерләгән. Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла сертификаттар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Улар яратҡан яҙыусылары менән яҡындан аралашты, унан автографтар алды, иң мөһиме – күңелдәренә илһам, дәрт өҫтәне.
* * *
Алтын көҙҙөң сағыу һәм йомарт ҡояшы күңелдәргә яҡтылыҡ һәм йылылыҡ өләшкән мәлдә әҙәбиәтебеҙ ағинәйе, күренекле яҙыусы һәм драматург Таңсулпан Ғарипованың юбилей саралары һәр ерҙә кешеләрҙең күңелен дауаланы, уны йылытты. Яҙыусы һүҙенә һыуһаған китап уҡыусылар һәр шағир, яҙыусы, ғалимдың әйткән һүҙен йотлоғоп тыңланы, рухын байытты.
Шағир Шәйехзада Бабич яҙғанса, “аҫты – алтын, өҫтө – шиғыр” булған төбәктә ижад итмәгән, ҡәләм тирбәтмәгән кешене осратмау мөмкин түгел. Бында шағир һәм яҙыусылар берәмләп кенә түгел, һәр ауылда күпләп тыуа. Был һүҙҙәрҙең хаҡлығына Баймаҡ районына “йондоҙҙар булып яуған” яҙыусылар десанты үҙҙәре шаһит булды. Һүҙ ҡәҙерен, яҙыусы ҡәҙерен, яҡташтар ҡәҙерен белгән, улар менән ғорурланған халыҡ йәшәй Баймаҡ ерендә.