Тәбиғәт көйһөҙ түгел...17.11.2017
Тәбиғәт көйһөҙ түгел...Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау зарурлығы талаптарға һәм өгөт-нәсихәткә генә нигеҙләнеп ҡалмай. Башҡортостандың Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы тәбиғәтте һаҡлау буйынса ҡануниәттең үтәлешен даими күҙәтеп бара. Әммә эш көткән һөҙөмтәне бирәме? Ошо өлкәлә ниндәй хоҡуҡ боҙоуҙар айырыуса йыш осрай һәм ғәйеплеләр язаһын аламы? Тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға ҡағылышлы һорауҙарға министрлыҡтың геологик һәм экологик күҙәтеү секторы мөдире Рөстәм КӘРИМОВ яуап бирә.

– Рөстәм Камил улы, экологик күҙәтеү нисек һәм ниндәй йүнәлештәрҙә алып барыла?
– Министрлыҡтың республикалағы дәүләт экологик контроле ошо сараларҙы үҙ эсенә ала: атмосфера һауаһын һаҡлау, ҡалдыҡтар менән эш итеү, һыу объекттарының таҙалығын күҙәтеү, төбәк һәм урындағы әһәмиәткә эйә булған айырым һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләрен һаҡлау һәм файҙаланыу, дөйөм таралған файҙалы ҡаҙылмаларға ҡағылышлы ер аҫты байлығының геологик өйрәнелеүе һәм тейешенсә ҡулланылыуын тикшереү.
Барлыҡ был йүнәлештәр төбәк кимәлендәге объекттарҙа ғына башҡарыла. Федераль кимәлдәге объекттарға дәүләт экологик күҙәтеүен “Росприроднадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы үтәй.
– Был ойошмалар күпме эш башҡарып өлгөрә, һәм үткән айҙарҙың һөҙөмтәһе тураһында нимә әйтергә мөмкин?
– Быйыл туғыҙ айҙа беҙ экологик күҙәтеү буйынса 4065 сара үткәрҙек. Уларҙың 731-е планда ҡаралғайны, ә 291 сара пландан тыш уҙғарылды. Бынан тыш осраҡлы асыҡланған ваҡиғалар, рейд яһау, өҫтәге ойошма ҡушыуы буйынса тапшырылған административ эштәрҙе ҡарау ҙа шулар иҫәбенә инә. Министрлыҡ инспекторҙары башҡа ойошмаларҙа 716 тапҡыр тикшереү үткәрҙе.
Шуныһын да билдәләмәй булмай: 2018 йылда тикшереү планлаштырылған объекттар һаны быйылғы план менән сағыштырғанда ике тапҡырға кәмене.
Быйыл тәбиғәтте һаҡлау буйынса ҡануниәтте боҙоуҙың 2 290 осрағы теркәлде, уларҙың 68 проценты ҡалдыҡтар менән эш итеү талаптарын күҙәтмәүгә ҡайтып ҡала, нигеҙҙә, улар – ҡалдыҡты рөхсәт ителмәгән урындарҙа йыйыу.
– Ундай осраҡтарҙа ғәйеплеләргә ҡарата ниндәй яза бирелә?
– Туғыҙ айҙа 1 374 иҫкәртеү хаты ебәрелде, шуларҙың 777 осрағында (бөтә был хаттарҙың 56,55 проценты) тәбиғәтте һаҡлау буйынса ҡануниәттең талаптарын үтәнеләр ҙә инде. Элегерәк яһалған иҫкәртеүҙәрҙе ваҡытында төҙәтмәгән өсөн 111 протокол төҙөлдө. Улар буйынса ике йөҙ самаһы вазифалы кешене административ яуаплылыҡҡа тарттырырға, йәмғеһе 30 миллион һумдан ашыу штраф һалырға мәжбүр булдыҡ.
Беҙҙең министрлыҡ илебеҙҙәге контроль һәм күҙәтеү эшмәкәрлеге реформаһына әүҙем ҡушылды. Был йүнәлештә министрлыҡта байтаҡ эштәр башҡарылды: тикшереү ҡағыҙҙарының формаһы булдырылды, контроль саралары барышында үтәлешенә баһа бирелергә тейешле мотлаҡ талаптарҙан торған хоҡуҡи акттар исемлеге раҫланды, Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығының 2018 йылға тәүәккәллек-ориентирлау ысулы ҡулланылған тикшереүҙәр планы эшләнде һәм башҡалар.


Вернуться назад