“Әлегә проекттар аҙыраҡ”17.11.2017
[img=left]https://bash.bashgazet.ru/uploads/posts/2017-11/1510830708_balalar-mayansyy-2.jpg[/img]— тип ҡаршыланы беҙҙе Ейәнсура ауыл хакимиәте иҡтисад бүлегенең төп белгесе Илнур Ибраһимов. Әйткәндәй, райондан быйыл урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ни бары ике проект конкурста еңеү яулаған. Иҫәнғол ауыл биләмәһенә ҡараған Яңы Юл ауылында программаға ярашлы, зыярат кәртәләнгән. Проекттың дөйөм хаҡы — 371 мең һум.
Башҡорт Үргене халҡы МТЗ-82 тракторы алыу өсөн тауыш биргән һәм отолмаған, сөнки көндәлек проблемаларҙы хәл итеү өсөн уларға һәр саҡ ауыл биләмәһе башлығына йәки район етәкселәренә йөрөү еңелдән түгел. Хәҙер ҡыш юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу йәки яҙлы-көҙлө ауыл тирәһен сүп-сарҙан таҙартыу үргендәр өсөн әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Былтыр ҙа ауыл халҡы урындағы башланғыстар программаһынан ситтә ҡалмай, ауыл клубын төҙөкләндереү өсөн тауыш бирә. Һөҙөмтәлә мәҙәниәт йорто танымаҫлыҡ итеп үҙгәрә, әле унда ауыл халҡы мәҙәни саралар ғына үткәрмәй, ә ауылдағы барлыҡ байрамдарҙы билдәләү матур йолаға әйләнгән. Проекттың дөйөм хаҡы — 883 мең һум.
Былтыр ейәнсуралар программала әүҙемерәк ҡатнашҡан. Конкурсҡа тәҡдим ителгән 16 проекттың барыһы ла үткән һәм тормошҡа ашырылған. Түбәнге Бикбирҙе ауылында балалар майҙансығы сафҡа ингән. Уны төҙөүҙә ауыл халҡы ла ҙур тырышлыҡ күрһәткән, өмәләрҙә әүҙем ҡатнашҡан. Проекттың хаҡы — 228 һум. Бөгөн был майҙансыҡ — балаларҙың ғына түгел, ата-әсәйҙәрҙең дә иң яратҡан урыны. Айыу һәм Урта Муйнаҡ ауылы халҡы ата-бабаларының изге урынын, әруахтар йортон, яңынан кәртәләүҙе атҡарған. Үтәғолдар 1 миллион 200 мең һумға тракторлы булһа, Мәмбәтша ауылы халҡы клубтарын ремонтлауҙы иң көнүҙәк проблемаларҙың береһе тип иҫәпләй.
Башҡа райондар менән сағыштырғанда, ейәнсуралар урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына аҡрын ҡушыла. Был, бер яҡтан, урындағы власть менән ауыл халҡы араһындағы бәйләнештең булмауынан торһа, икенсенән, күп ауылдарҙа программа тураһында тулы мәғлүмәттең бирелмәүенән киләлер, сөнки проекттар булып та, уларҙың конкурста ҡатнашыу өсөн урында тейешенсә эшләнелеп бөтмәүе, ике яҡ өсөн дә кире йоғонто яһамай ҡалмай. Киләсәктә был тәңгәлдә ейәнсуралар күрше райондарынан өлгө алыр, ауыл халҡы өсөн отошло булған урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында әүҙемерәк ҡатнашыр, тип ышанғы килә.
Ейәнсура районы.