Инсульт – аяуһыҙ дошман17.11.2017
Инсульт – аяуһыҙ дошман Күптән түгел Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы инсультҡа ҡағылышлы яңы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы. Төп яңылыҡ – 2008 – 2016 йылдарҙа аяуһыҙ сирҙән һәләк булыу осраҡтары 45 процентҡа кәмегән.
Инсульт – аяуһыҙ күренеш. Ул донъяла кешеләрҙең үлем сәбәптәре исемлегендә икенсе урында тора, Рәсәйҙә лә үлемесле осраҡтар буйынса миокард инфарктынан һуң инсульт – икенсе урында. Йыл һайын уртаса 450 мең кеше инсульт кисерә: уйлап ҡараһаң, был ҙур ғына ҡаланың халҡына тиң. Рәсәй күрһәткестәре АҠШ һәм Канада илдәренекенән бер нисә тапҡырға юғары, Европала ла был йәһәттән беҙ “алдынғы”лар иҫәбендә. Белгестәр билдәләүенсә, инсультҡа гүзәл заттар 1,5 тапҡырға күберәк дусар.


Инсультҡа ҡаршы көрәш

Нимә һуң ул инсульт? Был – киҫкен неврологик хәл-торош, баш мейеһе участкаһында ҡан әйләнешенең боҙолоуын аңлата. Бик ауыр патология: организмдың киҫкен үҙгәрештәренә, артабан тормош сифатын түбәнәйтеүгә генә түгел, үлемгә лә килтереүе ихтимал. Үҙгәрештәр хәтер насарайыуынан башлап тулыһынса хәрәкәтһеҙ ҡалыуға тиклем еткереүе бар. Әйтеүебеҙсә, был аяуһыҙ сир Рәсәйҙә үлемгә килтереүсе төп сәбәптәрҙең береһе булып ҡала һәм кешенең инвалидҡа әйләнеүенең төп этәргес факторы булып тора. Һуңғы йылдарҙа ауырыуҙың “йәшәреүе” күҙәтелә, атап әйткәндә, балалар, йәштәр араһында ла инсультҡа дусар булғандар арта.


Төрҙәре

Геморрагик инсульт мейегә ҡан һауыу тигәнде аңлата. Ғәҙәттә, мейе участкаһында ҡан тамыры шартлай һәм мейегә ҡан тула. Был хәл көсөргәнешле минуттарҙа, эш көнө уртаһында йәки кис мәшәҡәттәрҙән арып ҡайтҡас булыуы ихтимал.
Ишемик инсульт мейе инфарктына бәйле. Баш мейеһе тамырҙарында тығын­дар барлыҡҡа килгән осраҡта, мейенең берәй участкаһына ҡан килеү туҡтай, һөҙөмтәлә ишемия урынында нейрондар һәм башҡа күҙәнәктәр һәләк була. Ишемик инсульт тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында булыуы ихтимал, бигерәк тә төнөн һәм таңға табан йышыраҡ теркәлә.


Сиргә этәргестәр һәм
уларҙы иҫкәртеү


Сирҙе барлыҡҡа килтергән сәбәптәр күп, сөнки, аныҡлабыраҡ әйткәндә, инсульт ауырыу түгел, ә синдром, уның нигеҙендә – эре һәм ваҡ ҡан тамырҙарының төрлө патологик хәлдәре, системалы гемодинамиканың (йөрәк-ҡан тамырҙарында ҡан хәрәкәте) боҙолоуы, ҡандың реологик үҙенсәлектәре.
Инсультҡа этәргес булып тороусы факторҙар билдәле; уларҙың бәғзеләрен иҫкәртеп була, ҡайһы берҙәрен – юҡ. Һүҙҙе тәүгеһенән башлайыҡ.
Иҫкәртеп булған мөһим факторҙарҙың береһе булып артериаль гипертензия тора. Ябай итеп әйткәндә, юғары ҡан баҫымы тураһында һүҙ бара. Инсульт кисергәндәрҙең 90 проценты юғары ҡан баҫымынан яфаланғаны билдәле. Әгәр ҙә уны рәткә килтерһәң, препараттар ярҙамында бер кимәлдә тотһаң, инсульт ихтималлығы 50 процентҡа кәмей.
Икенсе этәргес булыусы фактор – холестерин кимәле юғары булыу. Хәлдән сығыу юлы – дөрөҫ туҡланыу, диета тотоу, мал майын үҫемлек майына алмаштырыу. Шулай уҡ рационда йәшелсә, емеш-еләк, диңгеҙ балығы күп булырға тейеш.
Өсөнсө фактор – тоҙ. Уны ҡулланыуҙы ҡырҡа кәметеү фарыз.
Дүртенсеһе – алкоголле эсемлектәр менән мауығыу. Был ҡан тамырҙары ауырыуҙары үҫешеүенә, шул иҫәптән инсульт ихтималлығына этәрә.
Бишенсе фактор – тәмәке тартыу. Инсульт менән был насар ғәҙәттең үҙ-ара бәйләнеше күптән иҫбатланған.
Алтынсы фактор – гиподинамия. Кеше көнөнә 30 минут ҡына булһа ла физик көсөргәнеш кисерергә тейеш, был организм өсөн файҙалы.
Етенсе фактор – контрацептивтар. Юғары ҡан баҫымынан йонсоған, бигерәк тә 40 йәште үткән ҡатын-ҡыҙҙар уларҙы һаҡлыҡ менән ҡулланырға тейеш.
Тағы бер көйләп булған фактор – шәкәр диабеты. Был осраҡта белгестәр менән кәңәшләшеп, билдәле бер тәртиптә дауаланыу мөһим.
Инсульт ихтималлығын арттырыусы факторҙар тип шулай уҡ хроник стресты һәм ыңғай хис-тойғо етешмәүҙе атайҙар. Шуға кешеләр менән күберәк аралашыу, йылмайыу-көлөү мөһим.
Шулай итеп, һаулығыңа битараф булмаған осраҡта, көйләп, иҫкәртеп булған факторҙарҙы барларға һәм һаулығың тураһында төплөрәк уйланырға, өҫтөнлөклө маҡсаттарҙы алға сығарыу мөмкин.
Инсульт ихтималлығын арттырыусы көйләп булмаған факторҙар ҙа бар. Беренсе сиратта – был кешенең йәше. 20 йәштән һуң һәр киләһе унйыллыҡ мейе ҡан тамырҙары патологияһы ихтималлығын ике тапҡырға арттыра. Инсульт “йәшәрә” тиһәләр ҙә, әлегә ул, нигеҙҙә, ололар сире булып ҡала.
Көйләп булмаған икенсе фактор – нәҫелдән килгән ауырыу. Беҙ ата-әсәне һайлай алмайбыҙ, тимәк, уларҙан күскән гендарҙы ла үҙгәртеп булмай. Ғалимдар фекеренсә, инсультҡа дусар булыу ихтималлығы нәҫелдән күсә, әммә туранан-тура сәбәп була алмай.


Нимәләр
хәүефләндерергә тейеш?


Тәүге симптомдар мейенең ҡайһы өлөшө үҙгәреш кисереүгә бәйле. Кешене тулыһынса йәки өлөшләтә фалиж һуғыуы ихтимал. Ҡулдар, аяҡтар, йөҙҙөң йәки ярты кәүҙәнең ағастай ҡатыуы, ойоуы бар, тән буйынса ваҡ ҡына бөжәктәр йүгергән төҫлө була. Баш әйләнеү, телмәр, хәрәкәт боҙолоу, йотоу ауырлашыу ҙа – инсульт билдәләре. Мейе функцияһы боҙолоуының дөйөм билдәләре күҙәтелеүе лә ихтимал: баш ауыртыу, уҡшытыу, ҡайһы саҡта ҡоҫоу, аң буталыу, тартышыу – ошо исемлектә.


Инсульт билдәләрен күрһәң,
ни эшләргә?


Һис шикһеҙ, иң тәүҙә “Ашығыс ярҙам” саҡыртыу фарыз. Күптәр йөрәк тәңгәлендә ауыртыу тойоу менән инфаркт ихтималлығы хаҡында уйлана башлай. Кеше тиҙ генә табип саҡырта һала. Ә инде уң яҡ ҡулы һәм яңағы ойоһа, ышҡыясаҡ та “үтер әле” тигән инаныу менән артабан эштәрен дауам итәсәк. Ә йыш ҡына тап ошо күренештәр инсульт билдәһе булып тора ла! Шуға күрә, үрҙә телгә алынған симптомдарҙы тойһағыҙ, кисекмәҫтән “Ашығыс ярҙам” саҡыртырға кәрәк.
Быны мөмкин тиклем тиҙерәк эшләү шарт, сөнки артабан мейе эшмәкәрлеге насарай­ғандан-насарая барасаҡ. Кешегә һөҙөм­тәле медицина ярҙамы күрһәтеү осоро, организмда үҙгәртеп булмай торған процестар башланыуҙан ҡотҡарыу мөмкин­леге инсульт осрағында 3 – 6 сәғәткә, инфаркт ваҡытында 6 – 12 сәғәткә тиң.
Һығымта бер: ҡан тамырҙары менән проблемалар барлығын һиҙһәгеҙ, иң тәүҙә терапевҡа күренегеҙ – ул артабанғы дауалау юлын билдәләйәсәк. Әлегә инсультты иҫкәртеү ни тиклем мөһим икәнлеген иҫбатлаған факттарҙы килтерәбеҙ.
1. Тәмәкенән баш тартыу йыл дауамында ғына ла инсульт ихтималлығын 40 процентҡа түбәнәйтә.
2. Ҡан баҫымын нормала тотоу инсульт осраҡтарының 80 процентын иҫкәртә.
3. Ауырлыҡты кәметеү, йәғни диета тотоу, мейеләге ҡан әйләнеше боҙолоу ихтималлығын ике тапҡырға кәметә.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: инсультты иҫкәртеү, ғөмүмән, тәүге урынға ҡуйылырға тейеш, сөнки уның эҙемтәләрен дауалау күпкә ҡатмарлы, ә ҡайһы саҡта бөтөнләй мөмкин түгел.



Вернуться назад