Ҡартлыҡ – йәшлектең көҙгөһө17.11.2017
– Олоғайыуҙан ҡурҡам, ҡартлыҡ шатлыҡ түгел бит инде, ти ҙә хафалана күршем. Ә мин ундай ауыр уйҙарға бирелмәҫкә тырышам. Дөрөҫ йәшәһәң, ҡартлыҡ тик шатлыҡтан торалыр бит...

Г. ҒИЛМАНОВА.
Архангел районы.

Башҡортостан мосолман­дарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!

Иң тәүҙә шуны иҫкә төшөрөп үтәйек: әҙәм балаһы шик-шөбһәгә бирелергә тейеш түгел. “Урынлы-урынһыҙ шикләнеп йөрөүҙән ситтә бул, – тип өйрәтә динебеҙ. – Ул сәләмәт кешене лә ауырыуға һабыштыра”. Хәүеф-хафаға бирел­мәйенсә, һәр көнгә шөкөр итеп, изгелек өләшеп йәшәйек, ғүмерҙең ҡәҙерен беләйек, хөрмәтле ҡәр­ҙәштәр.
Эйе, әҙәм балаһы был донъяла хаҡ юлдан барырға, фарыз ғәмәлдәрҙе, бурыстарҙы үтәргә, ситкә тайпылмаҫҡа тейеш. Шул саҡта ул ҡәнәғәтлек кисереп йәшәр, алдағы көнөнән, ҡартлыҡ килеүенән ҡурҡмаҫ. Орлоғона күрә – уңышы, тиҙәр бит. Нисек йәшәйһең – ҡартлығың шундай. Хас та уңыш йыйыу осоро кеүек ул. Сәскәнеңде һәйбәт ҡараһаң, ерҙе, баҫыуҙы дөрөҫ тәрбиәләһәң, ваҡытында ашлаһаң, сүп-сарҙан таҙартһаң, мәлендә йыйып алһаң, ғөмүмән, туҡтауһыҙ бил бөкһәң, уңыш мул буласаҡ. Ә инде ялҡауланһаң – киреһенсә. Шуның шикелле әҙәм балаһы ла өҙлөкһөҙ эшләргә, тик изге ғәмәлдәр ҡылырға, барыһын да ваҡытында башҡарырға, яуаплы булырға, үҙенең, ғаиләһенең, диненең, төйәгенең, милләтенең, иленең киләсәген даими хәстәрләргә тейеш. Һөҙөмтәлә өлкәнәйгәс, иншаллаһ, зарланмаҫ, һуҡранмаҫ, ә тик изгелек игер, ҡартлығы тик шатлыҡ килтерер.
Әҙәм балаһына фанилыҡта ҡыҫҡа ғына ғүмер бирелгән. Ошо арала яҡшылыҡ орлоҡтары сәсеп ҡалырға тырышайыҡ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. “Ғүмере үтеп, һуңғы һулышы еткәнсә бер изгелек тә ҡылмаған кешенең Аллаһ Тәғәлә алдында аҡланыр урыны ҡалмаҫ”, – тигән үҙенең мөбәрәк хәҙисендә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Шәфҡәтлелек, киң күңеллелек, гелән яҡшылыҡҡа ынтылыу – әҙәм балаһындағы иң матур сифаттар. Бәхет тап уларҙан хасил. Динебеҙ шулай уҡ бер-береңә ышанып, изгелек көтөп йәшәргә, башҡаларҙың тик һәйбәт яҡтарын күрергә, әйтелгән һүҙҙәрҙән насарлыҡ эҙләмәҫкә өйрәтә. Туғанлыҡ, дуҫлыҡ, ҡәрҙәшлек бәйләнештәрен даими нығытып тороу ҙа әҙәм балаһының тормошона бәрәкәт өҫтәй.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм барлыҡ күркәм һыҙаттарға эйә булған, үҙенән алда башҡаларҙы, өммәтен уйлап йәшәгән. “Кешеләрҙе аҡса менән ҡәнәғәтләндерә алмаҫһығыҙ. Уларға мөнәсәбәтегеҙ яҡшы, йөҙөгөҙ яҡты булһын”, – тип өйрәткән ул. Хәҙистәрендә шулай уҡ “Аллаһ Тәғәлә башҡаларға ҡарата мәрхәмәтһеҙ кешеләрҙең гонаһтарын ярлыҡамай”, “Тупаҫлыҡ – золом, ундай һыҙатҡа эйә булғандар – иң яуызы” һәм башҡа һүҙҙәр бар. Эйе, ғүмерҙе лайыҡлы үтеү зарур. “Эй, Аллаһ! Мине тән зәғифлегенән, ҡурҡып-өркөп йәшәүҙән, ялҡаулыҡтан, һаранлыҡтан ҡурсалаһаң ине”, – тип доға ҡылыр булған Пәйғәмбәребеҙ.
Әҙәм балаһы өсөн фарыз ғәмәлдәрҙең бөйөгө – ғаилә ҡороу, үҙеңдән һуң хаҡ юлды дауам итер балалар үҫтереү. “Ата-әсәнең сабыйына биргән иң ҙур бүләге – әхлаҡ һәм күркәм тәрбиә”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Бала ғаиләлә үҙ-ара яҡшы мөнәсәбәткә шаһит булып, быны күңеленә һалып үҫергә тейеш. Атай-әсәйҙең тәғәйен бурыстарын лайыҡлы атҡарыуы мөһим – динебеҙ шулай ҡуша. “Өммәтемдә иң өлгөлөһө – ғаиләһенә күркәм мөнәсәбәттә булған әҙәм”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ. Бер-береңде рәнйетеүгә, күңелен ҡалдырыуға Исламда урын юҡ. Араны күркәм һүҙ, изге ғәмәлдәр бәйләп, нығытып торорға тейеш. Юғиһә мөхәббәт юҡҡа сыға, тимәк, ғаиләнең нигеҙе ҡаҡшай. Быны күргән баланың үҙ “оя”һын ҡорған ваҡытта аңлашылмаусанлыҡҡа осрауы, дөрөҫ юл таба алмай ыҙа сигеүе ихтимал. Ундай кеше йәмғиәткә, милләтенә, иленә тейешле файҙа килтерә алырмы?
Ғөмүмән, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, ҡартлыҡ – йәшлектең көҙгөһө ул. Ғүмеребеҙҙең алтын миҙгеле имен, тыныс, сағыу, ҡыуаныс-шатлыҡҡа тулы булһын өсөн хаҡ юлдан барайыҡ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад