Яҙыусыны яҡындан беләм тиһәң...17.11.2017
Яҙыусыны яҡындан беләм тиһәң... Шағирҙы яҡындан беләм тиһәң, уның тыуған яғын барып күр, тигәйне журналист Мөнир Ҡунафин билдәле шағир Ҡәҙим Аралбай тураһындағы яҙмаһында. Ҡәҙим ағайҙың тыуған яғында, Хәйбулла районының Мәмбәт ауылында, булыу бәхете тейҙе быйыл. Һәм шунда билдәле шағирҙың ҡайтармаһында нәшер ителгән “Мәмбәт шәжәрәһе” китабы ҡулыма эләккәйне. Ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡып та сыҡтым. Башҡорттарҙың Үҫәргән ырыуы быуындары өсөн изге ҡомартҡы булған был китапта тарихи ваҡиғалар, фольклор, социаль-ижтимағи тормош, халыҡтың көнитмеше, ғөрөф-ғәҙәттәре лә бәйән ителә.


Һуңғы йылдарҙа һәр урында тиерлек Шәжәрә байрамдары, йыйындар уҙғары­ла. Аралағы иң әүҙемдәр, ойоштороусылар шәжәрә буйынса китаптар сығара, мәҡәләләр яҙа. Был йәһәттән һәр кемгә лә Ҡәҙим ағайҙың “Мәмбәт шәжәрәһе” тигән китабы – күркәм өлгө. Бигерәк тә йәш быуын өсөн ҡиммәтле бындай баҫмалар.
Яҙыусыны, уның ижадын тәрәндән аңлайым тиһәң, уның менән яҡындан танышыу ҙа кәрәк. Яңыраҡ башҡорт әҙәбиәтендәге иң егәрле, илһөйәр булған Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим ағай менән осрашыу бәхете миңә генә түгел, шулай уҡ Сибайҙың әҙәбиәт һөйөүсе йәштәренә, ололарына ла тейҙе. Бының өсөн Рәсәй, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡорт­остандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәт­кәре, яҙыусы-прозаик, эшҡыуар Флүр Ғәлимовҡа рәхмәтлемен.
Балалар ижады үҙәге менән берлектә беҙҙең, АvI киностудияһының, “Бала­ларға – балалар” мәрхәмәтлек акцияһы үткәрер алдынан Сибайҙың төҙөлөш һәм хеҙмәтләндереү колледжына һәм Сибай дәүләт институтына Ҡәҙим ағай менән Флүр ағайҙарҙың ижади осрашыуға килеүҙәре көтөлә ине: “Алыҫ юлға сығаһығыҙ, булмаһа алданыраҡ килеп, беҙҙең сарала ла ҡатнашығыҙ, Сибай ҡалаһында төшөрөлгән балалар өсөн киноны ла ҡарарһығыҙ”, – тип әйҙүкләнем. “Киләбеҙ!” – тине Флүр ағай бик ихлас.
Өфө ҡунаҡтары балалар байрамының бер йәме булды, уға мәртәбә өҫтәне. Сибайҙың мөмкинлектәре сикләнгән үҫмер­ҙәр һәм балалар реабилитация үҙәге һәм социаль приюты тәрбиәлә­неүселәре Баш­ҡортостандың халыҡ шағиры, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ҡәҙим Аралбаев һәм Рәсәй, Башҡорт­остан яҙыусылары ойошмаһы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яҙыусы-прозаик, эшҡыуар Флүр Ғәлимовтарҙың ҡулынан бүләккә башҡортса китаптар алып ҡыуанды.
Ҡурсалауға, ярҙамға мохтаж ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн шулай уҡ кинорежиссер Айгиз Ғабдуллиндың “Серле бүләк” музыкаль нәфис фильмы ла үҙенсәлекле бүләк булды.
Был акцияға А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрының әҙәбиәт бүлеге мөдире, драматург Әминә Яхина, Сибай институтының матбуғат бүлеге етәксеһе Рауилә Хәсәнова, Сибай дәүләт филармонияһының әҙәбиәт бүлеге мөдире Мотал Рәмов, “Зауралинфо” реклама-мәғлүмәт гәзите етәксеһе, эшҡыуар Айбулат Уразбахтиндар ҙа ихлас ҡушылды.
Сибай институтында яҙыусылар менән осрашыу ҙа эшлекле үтте. Иң тәүҙә әҙип­тәр уҡыу йорто менән яҡындан танышты. “Ете ырыу” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең дәртле сығышынан башланған осрашыу халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаевтың рухлы шиғырҙары, наҙлы лирикаһы, прозаик Флүр Ғәлимовтың тормош мәғәнәһен, тәжрибәһен, иманды үҙ эсенә алған философияһы, эшлекле фекерҙәре менән үрелеп барҙы.
Артабан Өфө ҡунаҡтарын Сибайҙың төҙөлөш һәм сервис колледжында ихлас ҡаршы алдылар. Төбәк конференцияһына Бөрйән, Хәйбулла, Баймаҡ, Сибай мәктәп­тәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары йыйылғайны.
Сара Сибай педагогия колледжының башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлнара Шакированың уҡыусылары сығышы менән башланды. Буласаҡ педагогтар ҡунаҡ әҙиптәрҙең әҫәрҙәрен яттан һөйләп ишеттерҙе.
Төҙөлөш һәм сервис колледжының директор урынбаҫары Альбина Мостафина менән башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлсинә Дәүләтбаеваларҙың шәжәрә буйынса оҫталыҡ дәрестәренән һуң Ҡәҙим Аралбаевтың да “Шәжәрәнең тәрбиәүи роле һәм әһәмиәте” исемле бай йөкмәткеле, мәғлүмәтле сығышын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланыҡ. Ошоға тиклем башҡорт хандары, бейҙәре, солтандарының, хәҙерге замандағы күренекле шәхестәрҙең шәжәрәләренә әһәмиәт тә бирмәй инем. Халыҡ шағиры Рауил Бикбаев: “Ҡәҙим Аралбайҙың һуңғы йылдарҙағы ижади эҙләнеүҙәре һәм табыштары халҡыбыҙ тормошондағы ошо мөһим үҙгәрештәр менән айырылғыһыҙ бәйләнештә”, тип яҙғайны бер сығы­шында. Ысынлап та, халыҡ шағирының республикала фиҙакәр хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Ҡәҙим ағай – 20-нән ашыу китап авторы. Уның поэмалары, робағиҙары, шиғырҙары – туған халҡы яҙмышы хаҡында уйланыу­ҙары, милләттәштәрен ҡурсалауы. 2016 йылда нәшер ителгән “Йыр йылыһы” исемле китабы ла милләтебеҙ өсөн хазина.
Сәнғәт, мәҙәниәт өлкәһендә эшләү­селәр, бигерәк тә көй яҙыусыларҙың күбеһе әҙер ижадты һанламай һуңғы арала үҙҙәре шиғыр яҙып маташа. Ә күпме авторҙарыбыҙҙың китаптары асылмай, әҙәбиәт ҡулланылмай. Мәҫәлән, Ҡәҙим ағайҙың “Төньяҡ амурҙары” шиғыры үҙе бер йыр, көй һорай бит.
Беҙ – Рәсәй яугирҙәре (шул),
Беҙ – Урал башҡорттары.
Беҙ – Төньяҡ башҡорттары (шул),
Уралда тамырҙарыбыҙ.
Йәки “Ҡурайсы һәм ҡурайға” шиғыры нисек ғорур яңғырай?!
Ҡурай – беҙҙең Бах та, Бетховен да,
Паганини, йәнә Моцарт та...
Күпме ҡара төндә, афәттәрҙә
Халҡым ғүмерен ҡурай оҙатҡан.
Башҡорттоң ул көйлө йылъяҙмаһы,
Рухиәтебеҙҙең ҡот-йәне,
Мең яуҙарҙан-тамуҡтарҙан үтеп
Һыҙылған мең зары, мең йәме...
Борондарҙан сихри моңо менән
Арбамаған ҡурай кемдәрҙе!?
Инанғанға йән дауаһы биргән,
Күңеленә өрөп имдәрҙе.
Әйҙә, сәхнәләрҙә уҡылып, ошондай ғә­жәйеп матур юлдар халҡыбыҙҙы рухлан­дыр­һын!
“Аҙғын тәүбәһе”, “Яңы башҡорт” роман­дары авторы Флүр ағайҙың эстәлекле сығышын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланыҡ. Был осрашыуға тиклем әле әҙиптең ике китабын бер-бер артлы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡып сыҡҡайным. Тәрән аҡыл, бай тормош тәжрибәһенә таянып, оҫта тел менән яҙылған әҫәр. Шул тиклем тәьҫирләнеп уҡыным, хатта роман эсендә геройҙар менән бергә йәшәй башлағайным. Мөһим мәғлүмәттәр бирелә, йәшәү мәғәнәһе асып һалына. Бар яҡтан да көслө философик, фәһемле әҫәр. Йәш быуын күберәк уҡыһын ине был романдарҙы. Шундай уҡымлы әҫәрҙәр ижад ителә. Күп осраҡта улар уҡылмай, таратылмай.
Шулай уҡ “Кентавр” повесы ла – мауыҡ­тырғыс әҫәр. Ғөмүмән, яҙыусы үҙенсәлекле, яңы геройҙар аса. Ә улар башлыса – үҙ еренең ысын хужалары, алдынғы ҡараш­лы шәхестәр, йүнсел ир уҙамандары.
“Халҡыбыҙ үҙ еренә, үҙенә хужа булып, үҙен тәьмин итеп, тормоштан ҡурҡма­йын­са, гөрләтеп донъя көтөп йәшәһә генә ҡоллоҡ психологияһынан ҡотоласаҡ һәм цивилизациялы донъяға ҡушылып китә­сәк. Ер – ул имандан ҡала иң ҙур байлыҡ. Матди ғына түгел, рухи таяныс. Урмандар һирәгәйеп, йылға, күлдәр һайыҡһа ла, тау-таштар онталып, диңгеҙҙәр сигенһә лә, имандарын юйыу сәбәпле ҡайһы бер ҡәүемдәр юҡҡа сығып, империялар емерелһә лә, Ер ҡиәмәткә ҡәҙәре мәңгелек”, – ти яҙыусы Флүр Ғәлимов.
Талантлы, рухлы, оло йөрәкле, илһө­йәр, үҙ халҡына тоғро хеҙмәт итеүсе Ҡә­ҙим Аралбаев, Флүр Ғәлимов ағайҙар менән осрашыу минең өсөн генә түгел, Сибай балалары, йәштәре һәм ололары өсөн дә үҙе бер онотолмаҫ, күркәм мәл булды.

Сибай ҡалаһы.


Вернуться назад