Дини даирә киңәйә17.04.2012
Германия, Австрия, Швейцария ҡалаларында аҡ төҫтәге йөк автомобилдәрен йыш күрергә була: улар кеше күпләп йыйылған урындарҙа мосолмандарҙың изге китабын – Ҡөрьәнде бушлай тарата.
Сифатлы ҡағыҙға баҫылған, тышы алтын хәрефтәр менән биҙәлгән баҫмаға эйә булыусылар күп. "Беҙ бер кемде лә Ислам диненә ылыҡтырырға теләмәйбеҙ, маҡсатыбыҙ – кешеләрҙе мосолмандарҙың изге баҫмаһы менән таныштырыу", – ти был эште ойоштороусылар. Уларҙың етәксеһе, Гамбургта йәшәүсе имам Ибраһим Әбү Нәғи һәр кемдең йортонда Ҡөрьән булһын өсөн 25 миллион китап нәшер итергә вәғәҙә бирә.