Фән өлкәһендә иң яҡшы китаптар17.11.2017
Киров ҡалаһында үткәрелгән “Гуманитар өлкәләге иң яҡшы фәнни китап-2017” халыҡ-ара конкурсында Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, профессор Нәзир Ҡолбахтиндың “Биш китапта һайланма хеҙмәттәр” (“Избранные труды в 5 книгах”) китабы “Тарих; археология; этнография” номинацияһында еңеүсе тип танылды.
Автор һәм китап нәшерләнгән “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми-нәшриәт комплексы диплом менән бүләкләнде. Баҫмаға Н. Ҡолбахтиндың иң әһәмиәтле биш монографияһы ингән. Улар башҡорт халҡының һәм Башҡортостандың XVI – XVII быуаттарҙағы тарихына арнала. “Рус батшаларының башҡорттарға грамоталары” (“Грамоты русских царей башкирам”) тигән беренсе китапта башҡорттарға Иван IV Хоҡуҡ грамотаһының һәм башҡа рус батшаларының һаҡлаусы грамоталарының күсермәләре баҫылған. “Башҡортостандың тау-завод сәнәғәте. XVIII быуат” (“Горнозаводская промышленность Башкортостана. XVIII век”) тип аталған икенсе китапта иһә автор башҡорттарҙың аҫаба ерҙәренең биләмәһен һәм тарихи сиктәрен, төбәктә төҙөлгән тау заводтары һанын асыҡлай, заводтарға характеристика бирә, Рәсәй металлургияһында улар сығарған продукция күләмен, эшсе көсө составын билдәләй.
“Башҡорт мәғдән сәнәғәтселәре Тасимовтар” (“Башкирские рудопромышленники Тасимовы”) тигән исем аҫтында донъя күргән өсөнсө китап башҡорт мәғдән сәнәғәтселәре династияһына арнала. “Башҡортостан халыҡтарының 1767 – 1768 йылдарҙағы Уложенный комиссияға наказдары” (“Наказы народов Башкортостана в Уложенную комиссию 1767 – 1768 г.г.”) китабында ХVIII быуат уртаһында Башҡортостандағы этноҡатламдың составы, халыҡтың социаль-иҡтисади һәм сәйәси хәле сағылдырыла. “Юлай-атаман, сердар Салауат һәм Кинйәабыҙ” (“Юлай-атаман, сардар Салават и Кинзя-абыз”) тигән бишенсе китапта уҡыусы иғтибарына Салауат Юлаев, Юлай Аҙналин, Кинйә Арыҫланов кеүек киң танылған шәхестәр, шулай уҡ Ҡасҡын Һамаров, Ҡаранай Моратов, Иҙеркәй Баймәков кеүек аҙ билдәле батырҙарыбыҙ тураһындағы очерктар тәҡдим ителә. Был хеҙмәт үҙ халҡының һәм төбәгенең тарихы менән ҡыҙыҡһыныусыларға файҙалы буласаҡ.
“Гуманитар өлкәләге иң яҡшы ғилми китап” халыҡ-ара конкурсы 2012 йылдан Мәғарифта инновациялы технологиялар төбәк-ара үҙәге һәм А.И. Герцен исемендәге дәүләт универсаль өлкә ғилми китапханаһы тарафынан үткәрелә.