Тоталь диктанттың баш ҡалаһы ҡайҙа?15.11.2017
Тоталь диктанттың баш ҡалаһы ҡайҙа? 13 ноябрҙән 26 декабргә тиклем totaldict.ru проектының рәсми сайтында 2018 йылғы Тоталь диктанттың баш ҡалаһы өсөн асыҡ тауыш биреү үткәрелә. Теләге булған һәр кем ошо сайтҡа инеп үҙенә оҡшаған ҡала өсөн тауыш бирә ала. 27 декабрҙә исемлектең тәүге баҫҡысындағы биш ҡала иғлан ителәсәк.
Диктанттың баш ҡалаһы исеме өсөн Владивосток, Екатеринбург, Ижевск, Иркутск, Ҡазан, Красноярск, Мәскәү, Түбәнге Новгород, Пермь, Һарытау, Ставрополь, Томск, Төмән, Өфө, Силәбе, Таллинн көс һынаша. Новосибирск Тоталь диктанттың тыуған ере, Эксперт советы һәм Проект штабы урынлашҡан ҡала булып ҡаласаҡ.
Баш ҡала исеменә ошо акция үткән, 2017 йылда унда кәмендә бер мең кеше ҡатнашҡан ҡалалар дәғүә итә ала. Финалға сыҡҡандарға Новосибирскиҙа үтәсәк Тоталь диктант конференцияһында үҙҙәре менән таныштырыу сараһына әҙерләнеүгә теүәл бер ай ваҡыт бирелә. Баш ҡала статусын алыу­сыла проекттың төп майҙансығы ойошторола. 14 апрелдә автор 2018 йылғы диктанттың тексын тап ошонда уҡыясаҡ. Тоталь диктантты яҙырға теләгән һәр кеше быны реаль ваҡытта эшләй ала: төп аудиториянан тура тапшырыу ойошторола. Текстың авторы иһә ноябрь аҙағында матбуғат конференцияһында иғлан ителә.
Тоталь диктант — йыл һайын үткәрелгән мәҙәни акция. Уның маҡсаты — аң-белемдең әһәмиәтен күрһәтеү, рус телен өйрәнеү еңел булмаһа ла, мауыҡтырғыс һәм файҙалы икәнлегенә инандырыу.
Тәүге тоталь диктант 2004 йылда Новосибирск дәүләт университетының гуманитар факультеты студенттары акцияһы булараҡ ойошторолдо. Тәүге дикторҙар ҙа ошо университет уҡытыусылары ине. 15 йыл эсендә Тоталь диктант күләмле сараға әүерелде. Быйыл ул 71 илдәге 866 ҡалала үтте, унда 200 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.



Вернуться назад