Белмәй ҡалмағыҙ!17.04.2012
Ошо көндәрҙә юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә индерелгән төҙәтмәләр үҙ көсөнә инде.
Бынан һуң такси булараҡ ҡулланылған автомобиль мотлаҡ таксометр, "шашка", ҡыҙғылт-һары яҡтыртҡыс менән йыһазландырылырға, ә водителдең транспорты менән идара итеүгә махсус рөхсәте булырға тейеш. Унан тыш, таксиҙарға махсус транспорт һыҙаты буйлап йөрөргә рөхсәт ителә. Дөйөм үҙенсәлектәргә килгәндә, бынан һуң водителгә техосмотр талонын үҙе менән йөрөтөү, юл хәрәкәте инспекторы талабы буйынса уны күрһәтеү, йә иһә документты алғы тәҙрәгә беркетеү мотлаҡ түгел.


Вернуться назад