Матур ғүмер кисерә15.11.2017
Матур ғүмер кисерә Мәфтуха Итекәева-Нурғәлина әүҙем тормош алып бара. Һәр саҡ хәрәкәттә, тынғыһыҙ күңеле, эшһөйәр ҡулдары уға тик ултырырға бирмәй. Бигерәк тә баҡса эштәренә әүәҫ. Күлдәк тегеп кейергә лә иренмәй. Матбуғат баҫмалары аша, уларын да күҙлекһеҙ генә уҡып, донъяла ниҙәр барын белеп тора. Телевизорын да һүндермәй. “Салауат Юлаев” хоккей командаһының иң оло көйәрмәндәренең береһе, моғайын, улдыр. Һаулыҡҡа зарланырға яратмай. Бошона белмәгән, төшөнкөлөккә бирелеү фәҡәт ауырыуға олғаштырыуын яҡшы аңлаған инәй яҙмыш һынауҙарын да лайыҡлы күтәргән. Унан күп нәмәгә, иң мөһиме — бер генә бирелгән ғүмерҙең ҡәҙерен белергә өйрәнергә була.

Декабрҙә 90 йәшен тул­ты­расаҡ инәйгә ҡарайһың да уға был йәште бирмәйенсә ғәжәп ҡылаһың. Әйтерһең, ҡартлыҡ уны һағалап тороп та буш ваҡытында тап итә алмағас, көтөп тормай кире киткән дә яңынан килергә онотҡан кеүек тойола…
Бик матур ғүмер кисергән Мәфтуха Ширияздан ҡыҙы. Ярат­ҡан, уны маҡтаулы иткән эше, мөлдөрәмә тулы бәхетле ғаи­ләһе, ҡыуаныстары менән һө­йөндөрөп кенә торған балалары, пенсияға сыҡҡас та оҙаҡ йылдар ижади мөхиттә ҡайнап йәшәлгән йылдары өсөн яҙмышына мең шөкөр ҡылып, рәхмәт уҡый ул. Ә бит ғүмер йылъяҙма­һында уның да ҡыйынлыҡ кисергән, хәсрәт һурпаһы эскән биттәре бихисап.
Яңы тормош көрәшсеһе, Әлмөхәмәттә беренсе колхоз рәйесе булған Булат ауылынан Ширияздан Итекәевтең ғаилә­һен­дә баш бала булып донъяға килә Мәфтуха. 1933 йылда ата­һын Буранғолға колхоз рәйесе, бер аҙҙан силсәүит итеп тәғәйен­ләйҙәр. Энә ҡайҙа — еп шунда, ғаиләһе лә күсмә тормошта йәшәй.
— Буранғолда саҡта ҡустым үлде, әсәйем сирләй башлағас, кире Булатҡа ҡайттыҡ, тик ул оҙаҡҡа барманы, — тип һигеҙ йәшендә үгәй әсә ҡулында ҡалған ҡыҙҙың кисерештәрен бәйән итә инәй. — Унан атайымды Асҡарға райколхоз тигән ойошмаға мал­сылыҡ буйынса урынбаҫарлыҡҡа саҡырттылар. Райүҙәктә дүрт класс уҡып өлгөрҙөм, 1939 йылда уны “Осҡон” колхозына рәйес итеп Хәлилгә ебәрҙеләр. Бында килгәс, берҙән-бер һеңлем үлеп ҡалды…
Күп тә тормай һуғыш башлана. Мәфтуханың атаһын, 60 йәшкә етеп килгән Ширияздан Солтан улын, бронь менән ҡалдыралар. Һуғыш тип тормай, мәктәптә уҡыу дауам итә.
— Йәй буйы, унан сентябрҙә лә колхозда эшләйбеҙ. Уҡыуға октябрҙә генә төшә торғайныҡ. Дәһшәтле йылдарҙа тырышып уҡып V-VI кластарҙы тамамланым. VII класс асылманы. Хә­лил­дән Әлмөхәмәткә бер үҙем йөрөп уҡый башланым. 17 йәш­лек һабаҡташтарым фронтҡа китеп бөтөү сәбәпле, февралдә бында ла уҡыу туҡтаны. Хәлил­дәге май заводына эшкә төштөм. Атайым унда директор ине. Мине йәлләп, эшләтмәҫкә лә тырышты. Ул ваҡытта ун дүртем дә тулма­ғай­ны әле. Ҡаймаҡ тулы бидон­дарҙы күтәреп, билемде имгәт­тем, ләкин эште ташламаным. Киләһе йыл, 1944/45 уҡыу йылында VII класс асылғас, уҡыуымды дауам иттем. Шулай, Еңеү яҙында мәктәпте гел “бишле” билдәләренә тамамлап ҡуйҙым.
Артабан уҡытыусылар әҙер­ләү курсын бөтөп, Мәфтуха Ширияздан ҡыҙы Хәлилгә уҡытырға ҡайта һәм тормошҡа сыҡҡансы дүрт йыл бында башланғыс кластарҙа белем бирә, бер үк ваҡытта пионервожатый, секретарь вазифаларын тарта.
Тормош иптәше, Билал ауылынан фронтовик Нәғимйән Нурғәлин ул ваҡытта Асҡарҙа эшләп йөрөй һәм кәләшен рай­үҙәккә күсереп алып ҡайта. Мәф­туха инәй ситтән тороп Темәс педучилищеһын тамамлай. Асҡар урта мәктәбендә 28 йыл уҡытып, 1977 йылда хаҡлы ялға сыға.
— Маҡталып эшләнем, ләкин дан-шөһрәткә ынтылманым, һөнәри бурысымды намыҫ менән башҡарҙым. Беҙҙең дәүерҙә училище белеме менән генә булһа ла, бик көслө уҡытыусылар эшләне. Замандаштарым менән ғорурланам, һағынам, — ти инәй.
1957 йылда Мәфтуха Ширияздан ҡыҙының фиҙакәр хеҙмәте РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы исеме менән баһалана. 1963 йылда милли мәктәптәрҙә рус телен уҡытыу буйынса Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конфе­рен­ция­һына делегат итеп ебә­релә.
Уҡыусылары араһынан уңыш­лы кешеләр, яҡшы белгестәр үҫеп сығыуына ғорурлана ветеран уҡытыусы: уҡытыусыларҙы, табип һәм етәкселәрҙе исемләп барлап сыға. “Мәҙинә Уйылданова, Линиза Сәғәҙиева, Сәлимә Мирхәйҙәрова “атҡаҙанған уҡы­тыусы” исемен алды. Уҡыусы­ларымдың үҙемдән юғарыраҡ күтәрелеүе — хеҙмәтемә иң ҙур баһа”, — ти ул.
Нәғимйән Ғәлимйән улы гел етәксе вазифаларҙа эшләй. Һаҡлыҡ банкыһында, кино селтәрендә, райкомда хеҙмәт итә, бер осор мәҙәниәт бүлеген етәкләй, юғары партия мәктәбен тамамлай. Пенсияға сыҡҡанға ҡәҙәр оҙаҡ йылдар халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү йортонда директор була.
Йәмәғәтенә лайыҡлы ҡатын, балаларына өлгөр, тилбер һәм иғтибарлы әсәй булырға ынтыла үҙе лә мәктәп эшенән бушамаған уҡытыусы. Биш балаға ғүмер бүләк итә Мәфтуха инәй. Нәғимйән апа менән үҙҙәре өлгөһөндә уларға яҡшы тәрбиә, белем бирәләр. Ғәлийән Свердловскиҙа Тау институтын тамамлай, Наил һәм Рәмил юл хужалығы техникумында уҡып сыға, Гөлназ менән Рауил уҡытыусы һөнәрен һайлай. Балалары — ғорурлығы, иң ҙур һөйөнөсө Мәфтуха инәйҙең. “Атайҙары менән 63 йыл татыу ғүмер кисерҙек. Балалар ҙа үҙебеҙ кеүек йәшлек йәрҙәре менән матур, тиң ғүмер итә. Төпсөк улым Рауилдың ғына ғүмер ебе иртә өҙөлдө”, — тип дауам итә инәй. Тормош булғас, үкенестәр ҙә, юғалтыуҙар ҙа кисерә әҙәм балаһы. Бала ҡайғыһын күтәргән Мәфтуха Ширияздан ҡыҙы алты йыл элек тормош иптәшен дә һуңғы юлға оҙатҡан.
Пенсияға сыҡҡас, Мәфтуха инәйҙең тормошонда өр-яңы балҡышлы ижади миҙгел асыла. Республиканан ситтә лә танылыу алған “Әхирәттәр” фольклор ансамбленең сағыу биҙәктәренең береһе ул.
— Әхирәттәрем, рухташтарым, фекер­ҙәш­тәрем менән бергә янып-йәшнәп ижад ителгән, сәхнәләрҙе дер һелкеткән 25 йыл дәүер күҙ асып йомған аралай ғына булды. Ҡайҙа ғына йөрөмәнек! “Аҡ тирмә”лә булдыҡ, 1991—2006 йылдар арауығында бер генә “Салауат йыйыны”нан да ҡалманыҡ, Ҡазан, Әлмәт, Яр Саллы ҡалаларында сығыш яһаныҡ. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейемен, биҙәүестәрен, аш-һыуын тергеҙҙек. Ижади эшмәкәрлегебеҙ өсөн Ким Әхмәтйәнов исемендәге район премияһы менән бүләкләндек, — тип һөйләй ул.
Йырға маһир, таҡмаҡ ҡойоу оҫтаһы Мәфтуха инәй балаларының имен-һау торғандарына ҡыуанып, ейән-бүләләрен һөйөп, килендәрен йомшап, бөгөн дә йырлап йәшәй. Уларҙың һүҙҙәрен дә, көйөн дә үҙе сығара:
Шиңгән гөлдәр сәскә атһасы,
Аҡҡан һыуҙар кире аҡһасы.
Шаулап та ғына гөрләп, янып-ярһып,
Йәшлегебеҙ кире ҡайтһасы!..

Әбйәлил районы.


Вернуться назад