Хәүефһеҙлек хаҡында уйламағандар...17.04.2012
Түбәнге Ҡыйғы ауылындағы фажиғә дүрт кешенең ғүмерен өҙгән.
Өс ир һәм бер үҫмер хужалыҡта ябыҡ көнкүреш мискәһен йылытҡан, әммә эске баҫымға сыҙамайынса, тимер шартлаған. Һөҙөмтәлә ике ир урында уҡ һәләк булған, баланың ғүмере дауаханала өҙөлгән. Бер кеше ауыр хәлдә. Ҡайһы бер хәбәрҙәргә ҡарағанда, быны ишеткәс, һәләк булған ирҙең туғаны – 60 йәшлек ҡатындың йөрәге сыҙамаған, ул да вафат булған. Әле тикшереү эштәре бара.


Вернуться назад