Кешеләргә яҡшылыҡ ҡылып15.11.2017
Кешеләргә яҡшылыҡ ҡылып Хоҙайҙан бирелгән иң ҙур ҡиммәттәрҙең береһе – ул кешеләрҙе аңлау, уларға тик яҡшылыҡ ҡылыу, ярҙам итеүҙән илһам алып йәшәү, сөнки башҡаларҙы аңлау һәләтенә эйә булған кеше бәхетле, уға йәшәүе лә еңелерәк. Ә етәкселә был сифат икеләтә ҡиммәт: уның етәкселегендә эшләгәндәргә был сифаттар үҙ көсөнә ышаныс уята, ҡанатландыра, тимәк, яҡшыраҡ эшләргә ярҙам итә.

Был сифат балалар менән эшләгәндәргә бигерәк тә кәрәк: үҫмер кеше булып формалашҡан осорҙа, уны аңлауҙарына, яратыуҙарына, баһа биреүҙәренә мохтаж.
Беҙҙең Өфө ҡалаһы Дим районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге мөдире Ирек Рәшит улы Усмановтың холоҡ-фиғелендә был сифат иң мөһиме.
Мин Дим биҫтәһенең 102-се башҡорт гимназияһына эшкә урынлашҡанда , Ирек Рәшит улы ошо уҡыу йортоноң директоры ине. Уның һәр балаға шәхес итеп ҡарауы, күбеһенә исеме менән өндәшеүе, һәр ҡайһыһының кәйефен һиҙеүе, уларҙы нимә ҡыҙыҡһындырғанына тиклем белеп, бәләкәй генә уңыштарына ҡыуаныуы мине аптыратты ла, һоҡландырҙы ла. Ә бит гимназияла меңдән ашыу бала...
Бер хәл-ваҡиға хәтерҙә ҡалған. Өсөнсө класс уҡыусыһы Тимур ҡурай һатып алған да шатлығын уртаҡлашырға директор бүлмәһенә инеп киткән. Мин ҡурҡып, хәҙер директор әрләр инде тип, йүгереп төшһәм, Ирек Рәшит улы шатланып, дәрестәр теҙмәһе янында, ҡурай түңәрәгенә ҡасан һәм ҡайҙа килергә кәрәклеген уҡыусыға аңлатып тора. Был күренеш ғәҙәти хәл булып тойолор, ғәмәлдә директорҙың һәр уҡыусыны хөрмәт итеп, шәхес итеп ҡарағанының бер күрһәткесе. Ул бөйөк педагог Сухомлинский һүҙҙәренә тоғро. “Уҡытыусылыҡ – һәр кешенең йөрәгенә юл һалыусы, уның иң яҡшы сифаттарын асыусы ауыр, нескә эш”, – тип юҡҡа ғына әйтмәгән мәшһүр шәхес.
Хеҙмәт дәүеремдә күп директорҙар етәкселегендә эшләнем. Бер кемгә лә сер түгел, күп директорҙар иң беренсе урынға уҡыу сифатын ҡуйып, тәрбиәүи эште үҙ ағышына тапшыра. Ләкин хәҙерге ваҡытта киләсәк быуынды тәрбиәләү – иң өҫтөнлөклө дәүләт эше, ә мәктәптә төп тенденция – уны тәрбиә мәктәбенә әйләндереү, тигән ҡарашта Ирек Рәшит улы. Ул гимназияла тәрбиәүи эшкә бик күп иғтибар бүлде. Һәр сараға бер минут та һуңламайынса килеп үҙе башлай, матур, йылы һүҙҙәр әйтә, ҡотлай.
Өйҙә белем алған ҡыҙҙы мәктәпкә саҡырып, уға коляска тапшырыу сараһын хәтерләйем. Ул был осрашыуға тулҡынланып әҙерләнде, йылы һүҙҙәр тапты. Ә кешегә, бигерәк тә балаға, күп кәрәкме ни?! Ҡыҙыҡай осрашыуҙан ҡанатланып ҡайтты. Беренсе ҡарамаҡҡа бәләкәй генә бындай хәл-ваҡиғалар Ирек Рәшит улының тәрән эстәлекле, сағыу шәхес булыуын күрһәтә.
Һәр кеше үҙе яҙмыш китабын яҙа. Тормоштоң һәр миҙгелендә булған тәжрибә ул беҙҙең менән ҡала: насары – шул уҡ тырмаға кире баҫмаҫ өсөн, ә яҡшыһы – гәүһәр таштары – күңел түрендә һаҡлар өсөн.
Ирек Рәшит улы ла “Гимназия директоры” тип аталған тормош миҙгелен тырышып, бик сифатлы яҙҙы. Яңылыҡҡа ынтылған сағыу шәхес Ирек Рәшит улы бына өсөнсө йыл Дим районы хакимиәтенең мәғариф бүлеген етәкләй. Ошо ҡыҫҡа ғына эш дәүерендә лә ул үҙен тырыш, яңылыҡҡа ынтылған, әүҙем, абруйлы етәксе итеп күрһәтте. Һәр йыл – яңы эш, яңы асыштар. Былтыр Дим биҫтәһендә заманса йыһазландырылған балалар баҡсаһы асылғайны, ә быйылғы уҡыу йылын меңләп бала яңы мәктәптә ҡаршыланы. Шулай уҡ спорт комплексы, хоккей ҡабы, технопарк асылды. Ғөмүмән, Дим биҫтәһендә өс йәштән алып ете йәшкә тиклем балалар 100 процент кимәлендә балалар баҡсаһы менән тәьмин ителгән.
Тәжрибәле белгестең мәғариф бүлегенә етәкселек итеүе уҡытыусылар өсөн дә, ата-әсәләр өсөн дә, балалар өсөн дә ҙур ҡыуаныс. Бөгөн, тормошта ҡыҙыу үҙгәртеп ҡороу, реформалар барған осорҙа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, намыҫ, әхлаҡ ҡанундары икенсе планғараҡ күскән заманда, уҡытыусының роле арта. Сөнки ысын уҡытыусы – һөнәр эйәһе генә түгел, ул йәшәү рәүеше, тормош көҙгөһө. Ә мәғариф бүлеге мөдире – ул уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы, уның урыны юғары булырға тейеш. Ирек Рәшит улы заман етәксеһенә кәрәк бөтә сифаттарға эйә, ваҡыт ҡуйған талаптарға яуап бирергә тырыша: спортсы ла, хәстәрлекле ул да, ышаныслы ғаилә башлығы ла, атай ҙа.
Райондың белем биреү коллективтарында – ысын ижади мөхит. Ул күп ваҡытын мәктәптәрҙең эшен өйрәнеүгә бүлә, тикшерә, яңылыҡтар индерә. Республика сараларының күпләп район мәктәптәрендә үтеүе, республика конкурстарында педагогтарҙың уңышлы сығыштары ла – эшен уңышлы алып барыу күрһәткесе.
Ул – сабырлыҡ һәм тыйнаҡлыҡ өлгөһө. Балаларға милли рухты, тарихты, мәҙәниәтте өйрәнеүгә ҙур әһәмиәт бирә.
Ирек Рәшит улының ата-әсәһенә, туғандарына шул хәтлем ихлас булыуына, кешелеклелегенә, түҙемлегенә, ярҙамсыллығына һоҡланам. Тормош иптәше, гимназияның башҡорт теле уҡытыусыһы Лилиана Хисаметдиновна менән улар – ҡыҙҙары Нурияға, улдары Алмасҡа яҡшы атай һәм әсәй.
– Белем кимәле, уҡыу кеше яҙмышында мөһим урын алған заманда йәшәйбеҙ. Компьютер, юғары технологиялар заманында белемһеҙ кеше ҡатмарлы машиналар менән бөтөнләй эшләй алмаясаҡ. Үҙ эшенә йәне-тәне менән бирелгән, белемгә, яҡшылыҡҡа әйҙәгән уҡытыусылар күп Дим районында”, – ти мәғариф бүлеге мөдире уҡытыусылар тураһында.
Уның менән аралашыу ҙа күңелле һәм фәһемле. Баҫалҡы холоҡло, сабыр, асыҡ ҡарашлы. Ә бит үҙеңде мәртәбәле тота белеү, кешеләр менән тигеҙ мөғәмәләлә булыу, бигерәк тә балалар менән эшләгән кеше өсөн – ҙур сәнғәт. Ул кешенең йәмғиәттә матур йәшәүен күрһәткән һыҙат һәм йәмғиәттең дә йәшәү сифатын шундай шәхестәр күтәрә.
Бөтә хеҙмәттән йәм табып, балаларҙың да, уҡытыусыларҙың да һәр бәләкәй уңышына шатланып, тормоштоң йәмен, тәмен белеп йәшәгән егәрле, ярҙамсыл йәш белгескә ҡарап, балалар яҙмышы, киләсәк ышаныслы ҡулда, тип шатланам.

Өфө ҡалаһы.


Вернуться назад