Изге эштәр – халыҡ өсөн14.11.2017
Һәр иманлы кеше халыҡҡа кәңәш бирә белергә бурыслы. Изге ғәмәлдәр кешегә файҙа ғына түгел, рухи тәрбиә лә бирергә тейеш. Бәндәләрҙе дингә өндәгәндә үҙеңә аңлатҡан кеүек күңелең, йөрәгең менән ышанып, төптән аңлап еткереү зарур. Әлбиттә, үҙең аңлап етмәгән тәғлимәтте икенсе берәүгә дөрөҫ итеп еткереүе ҡыйын. Шуның өсөн муллаларҙың, имамдарҙың, мөғәллимдәрҙең тәрән белемле, ғилемле булыуы фарыз.

Һуңғы йылдарҙа ошо изге эштең кәрәклеген тойған, йәш быуынды тәрбиәләүҙә ҙур урын алып торғанлығын аңлаған белемле кешеләр үҫте. Ир-егеттәрҙең әүҙемлеге халыҡты ҡыуандыра. Иҫке Сибай ауылында ла ошондай йәштәрҙең булыуы шатландыра. Улар ауыл халҡына дини тәрбиә биреүгә күп көс һала. Ғаиләләре ифрат һоҡланғыс.
Ә бына Сәғүд Ғәрәбстанында оҙаҡ йылдар уҡып, имам дәрәжәһенә күтәрелгән Рөстәм Ситдыҡов быйыл бер төркөм хаж ҡылыусыларға етәксе булып барҙы.
Ауыл халҡы төрлө дини байрамдарҙа әүҙем ҡатнаша. Ураҙа, Ҡорбан байрамдарында күпләп ҡорбан салына. Ете-һигеҙ ҡаҙан аҫып, бишбармаҡ бешереп, олоһон да, кесеһен дә ихлас күңелдән һыйлайҙар. Йома намаҙҙарын ауылыбыҙҙың ихтирамлы имамы Джаныбай хәҙрәт алып бара. Уның вәғәздәрен намаҙға барыусылар илап тыңлай, уның артынан зекерҙәрҙе ҡабатлай, Аллаһы Тәғәләне хөрмәтләп доға ҡыла.
Ауылыбыҙҙың оло инәйҙәре лә йәштәрҙән ҡалышмай. Төрлө йылдарҙа ауылыбыҙҙан 16 ҡатын-ҡыҙға хаж ғәмәлен башҡарырға насип булды. Бөгөн улар ауыл халҡына белем бирә, мәктәптә, балалар баҡсаһында, мәҙәниәт йортонда ғилемдәрен еткерә.
Ауылыбыҙҙан Силәбе өлкәһенә кейәүгә сыҡҡан ете бала әсәһе, инде олоғайған Хәҙисә Ғабдуллина егерме йыл буйы ҡорбан салдырта. Үҙе лә ҡыуана, ауыл халҡын да шатландыра.
Флүрә АЛСЫНБАЕВА.

Баймаҡ районы,
Иҫке Сибай ауылы.


Вернуться назад