Бер эштән дә ҡурҡманы14.11.2017
Көндәр аҡҡан һыу кеүек һиҙелмәй генә үтә. Күптән түгел ветеран-уҡытыусы Рәсимә Жданова менән осрашып, һөйләшеп ултырырға насип булды.

Рәсимә Солтан ҡыҙы Туймазы районының Исмаил ауылында донъяға килә. Урта мәктәпте лә шунда тамамлай. Унан һуң Октябрьский ҡалаһында физика фәне буйынса 11 айлыҡ курс асылғанын белеп ҡалып, белемен камиллаштырырға ниәт итә.
Курсты уңышлы тамамлағас, Туймазы районындағы Ҡандра мәктәбенә физика фәнен уҡытырға ебәрәләр. Тырыш ҡыҙ бының менән генә сикләнмәй, Өфөгә килеп, юғары уҡыу йортона инә.
Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡыу менән бер рәттән заводта эшләргә лә ваҡыт таба. Икенсе курсты тамамлағас, кейәүгә сыға. 1973 йылда юғары уҡыу йортон уңышлы тамамлап, ҡулына диплом ала. Бер-бер артлы өс малай донъяға килә. Өфө ҡалаһының 33-сө урта мәктәбенә эшкә урынлаша. Әммә йәштәр өсөн мөһим булған торлаҡ мәсьәләһе хәл ителмәй ҡала. Туғандарында йәшәргә мәжбүр булалар.
Бик оҙаҡ уйлап йөрөгәндән һуң Рәсимә Жданова өҫтәмә рәүештә урам һепереүсе булып эшкә урынлаша. Иртә менән тороп, үҙе ҡараған майҙанды таҙартып, мәктәбенә бара. Унан ҡайтҡас, тағы ла үҙенең майҙанын таҙартып сыға. Завод директоры уҡытыусы ғаиләһенең торлаҡһыҙ ыҙалауын күреп, Комсомол урамында төҙөлөп бөтөп килгән йорттан фатир бирә, ә Рәсимә Солтан ҡыҙы завод эшселәренә лекциялар уҡый, әңгәмәләр үткәрә. Мәктәптә физика һәм математиканан балаларға төплө белем бирә, өҫтәмә дәрестәр үткәрә. Уҡыусылары төплө белем алһын өсөн бар көсөн һала. Ал-ял белмәй эшләгән Рәсимә Жданова күп тапҡыр Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә.
Хаҡлы ялда булһа ла, кәңәш һорап килеүселәргә һәр ваҡыт ярҙамлашырға әҙер ул. Өс балаһы ла, һөнәргә эйә булып, яратып эшләп йөрөй. Үҙ ғаиләләре бар. Йыш ҡына әсәйҙәренә килеп хәлдәрен белешеп, ярҙамлашып ҡайталар.
Рәсимә Солтан ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡансы Өфө ҡалаһының 33-сө мәктәбендә уҡытыусы, директорҙың уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары, мәктәптең профсоюз комитеты рәйесе булды.

Нурулла МИҺРАНОВ.
Белорет районы.


Вернуться назад