Ошо көндәрҙә Әбйәлил районында өр-яңы ике модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Республика етәкселеге өсөн ауыл медицинаһын камиллаштырыу мәсьәләһе ҙур әһәмиәткә эйә. Өҫтәүенә 1970 йылда һалынған Атауҙы фельдшер-акушерлыҡ пункты иҫкергән, авария хәлендә ине. “2014 — 2017 йылдарға һәм 2020 йылға тиклемге осорға ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” федераль программаһына ярашлы, пункттың яңы бинаһы типовой проект буйынса төҙөлгән, дөйөм майҙаны — 64 квадрат метр. Уның хаҡы 3 миллион 480 мең һум тәшкил итә. Яңы ФАП заман талаптарына тулыһынса яуап бирә, тейешле медицина ҡорамалдары, йыһаз менән тәьмин ителгән, сирлеләрҙе ҡабул итеү, процедура, прививка, акушер бүлмәләре бар. Ул 600-ҙән ашыу кешене, шул иҫәптән 17 йәшкә тиклемге 200-гә яҡын баланы, хеҙмәтләндерәсәк.
Тәпән ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты 1962 йылда төҙөлгән авария хәлендәге бинанан урта белем биреү мәктәбе йортона күсте. Был бинала капиталь ремонт район хакимиәте аҡсаһына үткәрелгән. Төҙөкләндереүгә 490 мең һум самаһы аҡса тотонолған. Яңыртылған бинаға медицина ҡорамалдары, йыһаз һатып алынған. Ул 400-ләп кешене хеҙмәтләндерәсәк.
А. ХӘСӘНОВ.