Ишектәр асыҡ, рәхим итегеҙ!14.11.2017
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты 18 ноябрҙә Асыҡ ишектәр көнө уҙғара. Иртәнге 10 сәғәт 45 минутта ҡунаҡтарҙы Мөҡсинов урамындағы 2-се йортта урынлашҡан институттың контроль-пропуск пунктында ҡаршы алалар. Программала – институт етәкселеге менән осрашыу, уҡыу йорто тарихы музейына барыу, специальностар, йүнәлештәр хаҡында кәңәшләшеү. Сараға килеүселәр курсанттарҙың тормошо менән танышасаҡ, спортсыларҙың сығышын, эске эштәр органдары ҡулланған ҡорал һәм махсус ҡулайламалар күргәҙмәһен, институт тураһында фильм ҡараясаҡ.
Л. Дәүлиева.