Нәфсенең дә төрлөһө бар17.04.2012
Баймаҡ ҡала ветеринар-санитар станцияһы мөдирен ялған документ яһауҙа ғәйепле тип тапҡандар.
100 һумға(!) ымһынып, мал табибы "ит һатыуға яраҡлы" тигән белешмә биргән. Суд ҡарары буйынса ул, дәүләткә ошо сумманы 70 тапҡыр арттырып, штраф түләргә тейеш.
Өфөлә иһә һалым хеҙмәттәренең береһендә баш дәүләт инспекторын бер эшҡыуарҙан 275 мең һум күләмендә ришүәт алғанда тотҡандар. Әле тикшереү эше бара.